Әйүпов Хәмит Вәли улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Хамит Валеевич Аюпов битенән йүнәлтелде)
Әйүпов Хәмит Вәли улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 15 ғинуар 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Гәйнәямаҡ ауылы, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 26 март 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (73 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Ғилми дәрәжә ветеринария фәндәре докторы[d]
Әүҙемлек урыны Башҡорт дәүләт аграр университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Әйүпов Хәмит Вәли улы (15 ғинуар 1914 йыл — 26 март 1987 йыл) — ғалим-ветеринар, юғары мәктәп эшмәкәре. 1964—1983 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында фәнни эштәр буйынса проректор, бер үк ваҡытта 1978—1985 йылдарҙа кафедра мөдире. Башҡорт АССР-ының VIII саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ветеринария фәндәре докторы (1969), профессор (1970). РСФСР‑ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР‑ының (1964) атҡаҙанған фән эшмәкәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәмит Вәли улы Әйүпов Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[2] Гәйнәямаҡ ауылында тыуған[3].

1942 йылда Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһындағы ветеринария институтын тамамлаған.

БАССР‑ҙың Бишбүләк районында баш ветеринар врач булып эшләгән.

1945 йылдан алып Башҡортостан ғилми‑производство ветеринария лабораторияһының бүлек мөдире, 1960 йылдан башлап бер үк ваҡытта директор урынбаҫары булып та эшләгән.

19641983 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында фәнни эштәр буйынса проректор, бер үк ваҡытта 19781985 йылдарҙа патофизиология, микробиология һәм вирусология кафедра мөдире лә булған.

Фәнни тикшеренеүҙәре хайуан гельминттарының биологик һәм эпизоотологик үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә арналған. Хәмит Вәли улы Башҡортостан биләмәләрендә паразит селәүсендәрҙең 2 яңы төрө, ер өҫтө моллюскыларының 19 төрө һәм хайуандарҙа дикроцелиоз тыуҙырыусы трематодтарҙың ваҡытлы хужалары булған ҡырмыҫҡаларҙың 3 төрөн асыҡлаған. Дикроцелиоз һәм фасциолёз булғанда хайуандарҙы гельминттарҙан таҙартыу өсөн хлорофос һәм гексахлорэтан ҡулланыу методикаһын эшләгән. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 14 уйлап табыу авторы.

19601987 йылдарҙа Бөтә Союз гельминтологтар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе.

Башҡорт АССР-ының VIII саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1964).
  • РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1974)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1971).
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1986)[4]

Фәнни хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Печёночные гельминтозы сельскохозяйственных животных. Уфа, 1963 (авторҙаш)
  • Меры борьбы с паразитарными болезнями сельскохозяйственных животных. Уфа, 1968 (авторҙаш).
  • Дикроцелиоз животных. Уфа, 1980.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы
  3. Әйүпов Хәмит Вәли улы [1](недоступная ссылка)
  4. Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 11.03.1986 «О награждении медалью „Ветеран труда“ трудящихся Советского района города Уфы»[2](недоступная ссылка)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]