Ханнанова Зөлфиә Миндибай ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ханнанова Зульфия Миндибаевна битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Зөлфиә Ханнанова
Ханнанова Зөлфиә Миндибай ҡыҙы.jpg
Исеме:

Ханнанова Зөлфиә
Миндибай ҡыҙы

Тыуған көнө:

1 ғинуар 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (47 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

шағир

Йүнәлеше:

шиғриәт, балалар әҙәбиәте

Жанр:

шиғриәт

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт теле

Дебют:

«Сәғәт менән һөйләшәм» балалар өсөн шиғырҙар йыйынтығы (1994)

Премиялары:

Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге әҙәбиәт премияһы (1996), Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы (2004)

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2008)

Ханнанова Зөлфиә Миндибай ҡыҙы (1 ғинуар 1970) — башҡорт шағиры, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы (2004) һәм Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге әҙәбиәт премияһы лауреаты (1996), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2008), Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы (1995).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зөлфиә Миндибай ҡыҙы Ханнанова[1] Башҡорт АССР-ы Дыуан районының Иҫке Хәлил ауылында 1970 йылдың 1 ғинуарында тыуған.

Һигеҙенсе синыфтан һуң уҡыуын Өфө ҡалаһының 1-се интернат-мәктәптә дауам итә.

Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, Белорет районы мәктәптәрендә балалар уҡыта. Аҙаҡтан Өфөгә күсеп килеп, «Шоңҡар» журналында бүлек мөдире, Өфө ҡалаһы Киров районы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм йәштәр эштәре буйынса бүлек етәксеһе булып эшләй. Бөгөнгө көндә Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығында Телдәр сәйәсәте бүлеген етәкләй[2].

Әҙәби ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зөлфиә Ханнанова әҙәбиәткә Башҡорт дәүләт университетында уҡыған йылдарында килә, филология факультетының «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә. Бөгөнгә дүрт шиғри йыйынтығы баҫылып сыҡҡан.

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шиғырҙар (шәлкем): «Бәйге» йыйынтығында. — Өфө: Китап, 1993.
  • Сәғәт менән һөйләшәм: Балалар өсөн шиғырҙар. — Өфө: Китап, 1994. — 32 бит.
  • Килен тәңкәһе: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2004. — 96 бит.
  • Шиғырҙар (шәлкем): «Ал да нур сәс халҡыңа…» йыйынтығында. — Өфө: Китап, 2008.

Гәзит-журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәре һәм мәҡәләләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уның тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Зиннәтуллина Л. Мин бары тик бер тамсыһы ғына йәйрәп ятҡан башҡорт еренең (З. Ханнанова шиғриәте хаҡында) // Ватандаш. — 2013. — № 5. — С. 156—167.
  • Зиннәтуллина Л. Р. Зөлфиә Ханнанованың мөхәббәт шиғриәтендә лирик героиня образы // Современные проблемы башкирской и тюркской филологии и филологического образования: Материалы Международной научно-практической конференции, посвященной 75-летию д.ф.н., проф. К. Г. Ишбаева. — Стерлитамак,2012. — С.172-175.
  • Зиннәтуллина Л. Р. Зөлфиә Ханнанованың гражданлыҡ лирикаһы // Язык и литература в условиях многоязычия: Материалы IV Международной научно-практической конференции. — Нефтекамск: РИО БашГУ, 2010. — С.203-208.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге әҙәбиәт премияһы (1996).
  • Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы (2004).
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2008).

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1  (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.  (рус.)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]