Ханова Зәйтүнә Ҡәнзәфәр ҡыҙы
Зәйтүнә Ҡәнзәфәр ҡыҙы Ханова | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Мәсетле районы, Йыланыш ауылы |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге | |
Наградалары һәм премиялары |
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993) |
Ханова Зәйтүнә Ҡәнзәфәр ҡыҙы (30 июль 1956 йыл) — журналистика ветераны. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зәйтүнә Ҡәнзәфәр ҡыҙы Ханова 1956 йылдың 30 июлендә Башҡорт АССР-ы Мәсетле районы Йыланыш ауылында тыуған[1].
1973 йылда Өфөлә 1-се республика интернат-мәктәбендә урта белем ала.
1978 йылда Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт-рус бүлеген тамамлай, «филолог», «рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы», «башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» һөнәренә эйә була.
1978 йылдан «Ленинсы» республика гәзитендә тәржемәсе булып эшләй башлай. Артабан «Йәшлек» гәзите мөхәрририәтендә сәйәсәт бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә[1].
Һуңынан Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә сәйәси әҙәбиәт бүлеге мөдире вазифаһын үтәй.
2009 йылдан «Йүрүҙән» гәзитендә социаль-иҡтисад бүлеге мөдире булып эшләй.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Теле барҙың — иле бар. Мәҡәләләр йыйынтығы // Төҙ. 3. Ҡ. Ханова. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 112 бит. ISBN 5-295-01607-2
- Ханова З. К. Суверенитет, демократия, гласность. — Уфа : Башк. изд-во «Китап», 1997. — 318 с. ISBN 5-295-01977-2
- Ханова З. Ҡ. Илкәйем. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 2001. — 320 бит. ISBN 5-295-02923-9
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Латипова Рәйлә. Әйле ырыуының сая ҡыҙы // Йәшлек: гәзит. — 23 август 2011 йыл.