Эстәлеккә күсергә

Хара (Эльтон күленә ҡойоусы йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хара
Ҡайҙа ҡоя Эльтон
Дәүләт  Рәсәй[1]
Карта

Хара (иҫкесә. Хара-Зуха) — тоҙло йылға. Волгоград өлкәһенең Палласовский районындағы тәбиғәт ҡомартҡыһы булған Эльтон күленә ҡоя.

Йылға оҙонлоғо — 41 километрға тиң[2]. Каспий буйы уйһыулығындағы урманһыҙ ҡоро дала тигеҙлеге буйынса аға.

Хара йылғаһы Эльтон күленән төньяҡ-көнбайышта 34 километр алыҫлығында ятҡан Овражки[3] үҙәнендәге соҡорҙа, Булухта күленән төньяҡ-көнсығышта 17 километр алыҫлығында башланып китә. Йырындар буйлап көньяҡ-көнсығышҡа табан. Соҡорҙар буйлап көньяҡ-көнсығышҡа табан ағып, төньяҡта Эльтонға ҡушыла[4].

Йылғаның ярҙары текә, бейеклеге урыны менән 8 метр тәшкилә итә. Һыуы хлоридлы-сульфатлы-нитрийлы-магнийлы, минераллашыуы 7-нән алып с 24 г/л тиклем[5], йылға башлыса тоҙло сығанаҡтар иҫәбенә төп туҡлана.[6].

Йылға һыуының кимәле даими. Төп ҡушылдыҡтары: Сайгачий (пр.)[3], Худушный һәм Лисий (лв) йырындары[4].

Урта һәм түбәнге ағымы «Эльтон» тәбиғәт паркы сиктәрендә үтә. Йылға бассейнында Ильич юлы ҡасабаһы урынлашҡан.