Харгин Жанетт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Харгин, Жанетт битенән йүнәлтелде)
Харгин Жанетт
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Швеция
Тыуған көнө 4 октябрь 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (46 йәш)
Тыуған урыны Стокгольм, Швеция
Бер туғандары Маттиас Харгин[d]
Һөнәр төрө тау саңғысыһы
Масса 65 килограмм
Спорт төрө Тау саңғыһы спорты
Спорт дисциплинаһы Супергигант[d]
Ҡатнашыусы Горнолыжный спорт на зимних Олимпийских играх 2002[d] һәм Горнолыжный спорт на зимних Олимпийских играх 2006[d]
Бейеклеге/буйы 168 сантиметр

Жанетт Харгин (швед. Janette Hargin; 1977 йылдың 4 октябре, Стокгольм, Швеция) - швед тау саңғысыһы һәм фристайлиһы. 2002 һәм 2006 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы.

Спорт карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Саңғысы булараҡ Жанетт Харгин алты тапҡыр Швеция чемпионы була (1999-сы йылда тиҙлеккә төшөү, 1999 һәм 2002-се йылдарҙа супер гигант, 1999 һәм 2002-се йылдарҙа комбинацияла, 2001-сө йылда гигант слаломда) .

Таулы саңғы шуу буйынса Донъя кубогы этаптары кысаларында спортсы ярыштарҙы иң яҡшы 10-та тамамлай, шул иҫәптән 2002-се йылда Ореда 2-се урында тамамлап халыҡ-ара дәрәжәләге иң яҡшы нәтижәһенә өлгәшә[1].

Жанетт Хардгин - ике Олимпия уйындарында ( 2002, 2006 ) һәм өс донъя чемпионатында ( 2003, 2005, 2007 ) ҡатнашыусы. 2006 йылғы уйындарҙа комбинацияла 12-се урын, 2003 йылғы донъя беренселеге супергигантында 12-се урын һәм 2007 йылғы донъя чемпионаты суперкомбинацияһында 16-сы урын уның иң яҡшы нәтижәләре була.

2007-се йылда тау саңғыһы карьераһы тамамланғас, ул ирекле саңғыла көсөн һынап ҡарай һәм 2011-се йылда фрирайд-турҙа донъя буйынса иң яҡшыһы, шулай уҡ экстремаль саңғыла өс тапҡыр Скандинавия чемпионы була. 2012 йылда ул спорт карьераһын тамамлай[2].

Телевидение карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Спорт карьераһы тамамланғас, Харин Швеция TV4 телеканалында тау саңғыһы ярыштарына комментатор булып эшләй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. About Me. Дата обращения: 29 декабрь 2013. Архивировано 29 декабрь 2013 года. 2013 йыл 29 декабрь архивланған.
  2. Janette Hargin Announces Retirement From Freeride Competition. Дата обращения: 29 декабрь 2013. Архивировано 30 декабрь 2013 года. 2013 йыл 30 декабрь архивланған.