Эстәлеккә күсергә

Харисов Ринат Зөфәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Харисов Ринат Зөфәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 12 июнь 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (72 йәш)
Тыуған урыны Ленин-Бүләк
Һөнәр төрө педагог, рәссам
Эш урыны Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Харисов Ринат Зөфәр улы (рус. Харисов Ринат Зуфарович; 12 июнь 1953 йыл) — педагог, рәссам. 1989 йылдан СССР-ҙың Рәссамдар союзы, «Сыңғыҙхан» ижад берекмәһе ағзаһы. Рәсәйҙең (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының (2003) атҡаҙанған рәссамы. «Туран» бойондороҡһоҙ культурология фондының Беренсе халыҡ-ара бойондороҡһоҙ культурология премияһы лауреаты (1993). Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2023).

1973 йылдан республика, зона, Бөтә Рәсәй, Бөтә Союз, сит ил (Австрия, Венгрия, Германия, Голландия, Төркиә), халыҡ-ара һәм төркөм күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Алты шәхси күргәҙмә ойоштора.

Ринат Зөфәр улы Харисов хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Ленин-Бүләк ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Атаһы Зөфәр Әғләм улы оҙаҡ йылдар ауыл советы рәйесе, госстрах инспекторы вазифаларын башҡара, ә әсәһе, Бәхижәт Лотфулла ҡыҙы, мәктәп уҡытыусыһы булып эшәй[1] Харисовтар ғаиләлә дүрт ул, ике ҡыҙ үҫә. Ҡустылары Айрат, Илгиз шулай уҡ юғары белемле рәссамдар. Ринат Зөфәр улы Кәшкәләү урта белем биреү мәктәбен, 1978 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының сәнғәт бүлеген (хәҙер һынлы сәнғәт факультеты) тамамлай. Сәйетов Эрнст Миңләхмәт улы шәкерте. 1978—1980 йылдарҙа Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының сәнғәт-графика факультетында уҡыта, картиналар яҙа. 1996 йылдан һынлы сәнғәт кафедраһы доценты. 1994 йылда Австрияла йәшәп, ижад ала. 2008 йылдан Канаданың Торонто ҡалаһында йәшәй һәм эшләй[2].

Ринат Харисов ижадының төп темаһы — халыҡ тормошо. Сюжеттарында ауыл кешеләренең көндәлек тормошоноң, ғөрөф-ғәҙәттәренең, йолаларының үҙенсәлектәре, еңелсә юмор («Һағынғанда, ҡарарһығыҙ», 2002), һағышлы хәтирәләр («Бала сағымдағы кино», 1985), хикәйәт, притча мотивтары («Алһыу ат», 1996; «Шишмә. Кәләш», 1997) осрай. Рәссам үҙенең сюжеттарын һәм образдарын күңеленән, хәтеренән, бала саҡ хәтирәләренән ала, уларҙы ихлас һөйөү менән биҙәй, ә милли колорит булыуы әҫәрҙәренә һәр ваҡыт йылылыҡ, сағыулыҡ, ихласлыҡ бирә. Ринат Зөфәр улының картиналары һынлы сәнғәтте етди баһалаусылар коллекцияларында һәм бик күп музейҙарҙа лайыҡлы урын биләй[2].

1989 йылдан «Инйәр» ижади төркөмө, 1990 йылдан «Сыңғыҙхан» ижади берекмәһе ағзаһы[1].

1973 йылдан бик күп күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1988, 1993, 2001, 2004, 2006, 2010, 2012, 2013, 2017), Вена (1993)[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Туран» бойондороҡһоҙ культурология фондының Беренсе халыҡ-ара бойондороҡһоҙ культурология премияһы лауреаты (1993).

Башҡортостан Республикаһының һынлы сәнғәт республика күргәҙмә-конкурсы лауреаты (2008)

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы (2014)

Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2023)[3]