Харихара

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Лакшми һәм Парвати менән берләштерелгән формала Вишну (уң яҡта, дискты тота) һәм Шива (һул яҡты өлөштә, өс йәпле сәнскене тота).

ХарихараИндуизмда Хоҙайҙың бер формаларыҙың береһе, Вишну (Хари) һәм Шиваның (Хара) бер йөҙдә сағылышы. Харихара шулай уҡ Шанкаранараяна булараҡ билдәле. Харихараға Вишну тарафдарлары ла, Шиваизм тарафдарлары ла табыналар.
Вишну һәм Шиваның фәлсәфи союзы төшөнсәһе булараҡ Харихара Индуизм диненең төрлө ағымдары араһында бәхәстәр килтереп сығара, уларҙа төрлө юлдар менән Вишну һәм Шиваның табигате ла, уларҙың союзы һәм айырмаһы концепцияһы ла аңлатыла.
Индуизмның ҡатмарлы мозаикаһында Вишну менән дә, Шива менән дә бәйле күп ышаныуҙар һәм традициялар бар. Ҡайһы бер мәктәптәр раҫлағанса, Вишну һәм уның аватарҙары ғына Хоҙайҙың сағылыштары булып тора, шул уҡ ваҡытта башҡалар Иң Оло Хоҙай итеп Хоҙай Шиваны һәм уның сағылыштарын иғлан итә. Шулай уҡ Шива ла, Вишну ла Хоҙайҙың сағылыштары тип һанаусылар ла бар. Үҙ сиратында Адвайта-веданта мәктәбе Хоҙай башта формаға эйә түгел һәм Вишну һәм Шиваны формаһыҙ һәм шәхесһеҙ Брахмандың аспекттары тип иғлан итә.
Цитаталанған яҙмаларға һәм уларҙы аңлатыуҙарға күрә, был раҫламаларының тәьмин итер өсөн фәлсәфи аргументтар китерелә. Күпселек осраҡтарҙа, бер кеше икенсеһенән өҫтөн икәнлегенең юғарыраҡ торошҡа эйә булғаны танылһа ла, күберәк ихтирамды Вишну ла, Шиваға ла күрһәтәләр.

Шулай уҡ ҡарарға мөмкин[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шиваның һәм Вишну торошо
Харихараның һурәттәре