Харрас (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Харрас — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа осрай.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Харрас исеме башҡорт теленәдә һаҡлаусы мәғәнәһен аңлата мосолман ир-ат исеме[1].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йосопов Харрас Ғәлиәкбәр улы (1 март 1928 йыл — 12 февраль 2006 йыл) — башҡорт тел белгесе, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1956). БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1988), СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1980), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1964).

Фамилиялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Харрасов Рауил Ғүмәр улы (7 октябрь 1961 йыл) — йырсы, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы. Халыҡ-ара һәм Республика вокал конкурстары лауреаты һәм еңеүсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004). Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты (2017).

Харрасов Мөхәмәт Хәдис улы (18 сентябрь 1948 йыл) — ғалим-физик, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2000—2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты (2002), Чечен Республикаһы Фәндәр Академияһының почётлы академигы (2008), физика-математика фәндәре докторы (1995), профессор (1996), Башҡортостан Республикаһының (1997) һәм Рәсәй Федерацияһының (2008) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары белем биреү хеҙмәткәре (2001) һәм мәғариф отличнигы (2003).

Харрасов Рәшит Мирхәҙи улы — (1 ғинуар 1949 йыл) — совет һәм партия эшмәкәре, 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Харрасов Әсҡәт Мәсғүт улы (1927—2015), банкир. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1972—1988 йылдарҙа СССР Дәүләт банкыһының Башҡортостан республика контораһының идарасы урынбаҫары, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ватан һуғышы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ