Хатмуллина Көнһылыу Ғүмәр ҡыҙы
Хатмуллина (Ишмөхәмәтова) Көнһылыу Ғүмәр ҡыҙы | |
Тыуған көнө |
26 февраль 1985 (39 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
химия |
Эшләгән урыны |
Институт проблем химической физики РАН |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
химия фәндәре кандидаты |
Хатмуллина Көнһылыу Ғүмәр ҡыҙы (26 февраль 1985 йыл) — ғалим, химия фәндәре кандидаты, Рәсәй фәндәр академияһының Химия-физика проблемалары институтында ғилми хеҙмәткәр.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хатмуллина (ҡыҙ фамилияһы Ишмөхәмәтова) Көнһылыу Ғүмәр ҡыҙы 1985 йылдың 26 февралендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған.
Ғәлиәкбәр урта мәктәбенең алтынсы синыфын тамамлағас, Иҫке Собханғол мәктәбендә, 1999 йылдан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡый. Уны 2002 йылда көмөш миҙалға тамамлап, Башҡорт дәүләт университетынын химия факультетына уҡырға инә.
Диплом эшен әҙерләргә Рәсәй Фәндәр академияһының Химик физика проблемалары институтының электрохимия динамикаһы лабораторияһына йүнәлтелә.
Унда «Токтың литий-полимер сығанаҡтары өсөн полиэфирдиактрилаттар нигеҙендә яны катод материалдарын синтезлау һәм өйрәнеү» темаһына диплом эше яҡлай. Диплом эше 2007 йылда химия факультетында иң яҡшыһы тип табыла.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Университетты тамамлағас. Көнһылыу Ғүмәр ҡыҙы Рәсәй фәндәр академияһының аспирантураһына көндөҙгө бүлеккә уҡырға инә һәм уны 2010 йылда тамамлай.
Ошо уҡ йылдың 14 октябрендә «Литий-полимер ток сығанаҡтары осон яны полимер электролиттар һәм улар нигеҙендә катод материалдар» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
2010 йылдың сентябренән Көнһылыу Хәтмуллина Рәсәй фәндәр академияһының химик физика проблемалары Институтында кесе ғилми хеҙмәткәр вазифаһында эш башлай.
Көнһылыу Ғүмәр ҡыҙының ғилми тикшеренеүҙәре литий-полимер аккумуляторҙар өсөн электролиттар эшләүҙән ғибарәт. Шулай уҡ уның хеҙмәте токтын литий-полимер сығанаҡтарын эшкәртеүҙәге фундаменталь проблемаларҙы хәл итеү менән бәйле.
Көнһылыу Ғүмәр ҡыҙы, Рәсәй кимәлендә һәм Франция, Чехия, Эстония һәм башҡа илдәрҙә үткән Халыҡ-ара конференцияларҙа әүҙем ҡатнашып, илленән ашыу доклад менән сығыш яһай. Рәсәй һәм халыҡ-ара фәнни журналдарында 23 ғилми статьяһы баҫылып сыға.
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ’’Глобаль энергия" Фондының ’’Йәшлек энергияһы — 2010" дөйөм Рәсәй конкурсы еңеүсеһе.
- 2009 йылда Ҡазанда йәш ғалимдар өсөн ғилми мәктәп элементтары менән Бөтә Рәсәй конференцияһы рамкаларында үткән «У. М.Н. И.К.» йәштәр ғилми-инновацион конкурсы еңеүсе.
- 2008/2009, 2009/2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендиаты.
- Мәскәүҙә үткән ’’Ломоносов — 2009" студенттар, аспиранттар, йәш ғалимдарҙың 16-сы халыҡ-ара ғилми конференцияһында ’’Химия" секцияһында иң яҡшы доклад менән сығыш яһаған өсөн Диплом менән баһалана.
- Иваново ҡалаһында үткән ’’Классик университетта йәш фән*- 2009" Фестивалендә икенсе урын яулай.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Студент йылдарында уҡ йәмәғәт эштәренең эсендә була.
2005 йылда «Һылыуҡай» республика конкурсында ҡатнашып «Тамашасы һөйөүе» номинацияһында еңеү яулай. 2006 йылда «Сая ҡыҙҙар» конкурсында шәхси призға лайыҡ була .
Заманса бейеүҙәр менән мауыға, сәйәхәт итергә ярата, спортҡа ла ваҡыт бүлә.
Мәскәүҙә эшләп килгән «Мәскәү башҡорттары» башҡорт диаспораһы үткәргән сараларҙың уртаһында ҡайнай.
Хатмуллина Көнһылыу Ғүмәр ҡыҙы РФФИ (Российский фонд фундаментальных исследований) һәм ОХНМ тип аталған гранттар буйынса эш алып бара.
2011—2012 йылдарҙа «Pressзвание» Халыҡ-ара эшлекле журналистика конкурсының эксперт советы ағзаһы була. Шулай уҡ 2011 йылдан алып Йәштәр өсөн булдырылған УМНИК һәм Йәшлек Энергияһы тигән проекттарҙын етәксеһе булып тора.
Ғилми хеҙмәттәре |
Монографиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хатмуллина К. Г., Ярмоленко О. В., Шестаков А. Ф. «Сетчатые полимерные электролиты для литий-полимерных аккумуляторов: синтез, свойства, механизм проводимости» Saarbrucken: Lambert Academic Publishing GmbH. — 2011. — ISBN 978-3-8433-1948-5. — 152 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Победители VII конкурса «Энергия Молодости-2010»
- Диссертационные работы России 2021 йыл 24 сентябрь архивланған.
- Хатмуллина Кюнсылу Гумеровна 2020 йыл 16 октябрь архивланған.
- Хатмуллина Кюнсылу Гумеровна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 547. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.