Хатранов йорто (Дондағы Ростов)
Иҫтәлекле урын | |
Хатранов йорто
| |
Файл:Хатранов йорто (Кечеджиевтарҙың торлаҡ йорто) Совет урамы ,42.JPG | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Дондағы Ростов, I-се Совет урамы, 42. |
Архитектура стиле | эклектика |
Төҙөүсе | Арсен Оганесович Тер-Акопов |
Төҙөлгән ваҡыты | 1890-сы йылдар |
Билдәле йәшәүселәр | П. Е. Хатранов |
Хатранов йорто — Дондағы Ростов ҡалаһындағы боронғо йорт. Бина төбәк әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһына ҡарай. Йорт 1890 йылда граждан инженеры Арсен Оганесович Тер-Акопов проекты буйынса төҙөлгән.
Адресы: Дондағы Ростов ҡалаһы , I-се Совет урамы 42-се һанлы йорт
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]I-cе Совет урамы , 46-сы һанлы йорт Дондағы Ростов ҡалаһында 1890-сы йылдарҙа төҙөлгән. Уның хужаһы билдәле: ул беренсе ҡала башлығы, тыумыштан маҡтаулы граждан П. Е. Хатранов.
Дондағы Нахичеванҡалаһында йәшәүсе Хатрановтар бик бай булғандар. ХIХ быуаттың беренсе яртыһында Нахичеван сауҙагәре Погос Арутюнович Хатранов Рәсәй, Италия, Греция, Төркиә илдәрендә сауҙа иткән. Хатрановтар ырыуының икенсе вәкиле — Кеворк эшҡыуар була. Ул ҡалала кирбес заводын төҙөгән. Был күркәм бинаның ишегендә һаҡланып ҡалған картушта «Х» хәрефе — бина хужаһы фамилияһының тәүге хәрефен аңлатҡан.
1912 йылда Гавриил Васильевич Мазаев васильевич йорт хужаһы була. Был ваҡытта йорттоң хаҡы яҡынса 17 500 һум тирәһе тәшкил иткән. Мазаев ғаиләһенең байлығы миллион һум тип баһаланған. Ғаилә башлығы Иван Гаврилович Мазаев, крәҫтиәндең хәлле-молокан крәҫтиәне Таврия губернаһының Нововасильевка ауылына православиенан ситләшкәне өсөн һөргөнгә ебәрелгән булған. Һуңыраҡ ул Большая Крепкая биҫтәһенә күскән һәм һарыҡ үрсетеү менән булышҡан. Мазаевтар тарихта үҙ эҙен ҡалдырған: улар" мазаевский" исемен йөрөткән меринос тоҡомло һарыҡтарҙы килтереп сығарған.
Совет власы йылдарында йорт милли милеккә әйләндерелгән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, немец оккупацияһы ваҡытында, йортта немец гестапоһы урынлашҡан. Ҡала немецтарҙан азат ителгәндән һуң бинала госпиталь булған. Һуғыштан һуң хәрби ведомство бинаны биләй: фатир -эксплуатациялаусы өлөш тора. 1980-сы йылдарҙан алып бинала хәрби округ дәүләт санитария-эпидемиология күҙәтеү үҙәге эшләй.
Архитектура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Штукатурланған бер ярым ҡатлы кирбес йорт иҫке Нахичеван ҡалаһы архитектуралары традицияларында төҙөлгән. Йорт фасады асимметриялы, ҡунаҡ күтәрмәһе бинаның һул яғында тора. Ярым циркуль һәм тура мөйөшлө тәҙрәләре өсмөйөшлө һәм ярым түңәрәк сандриктар менән биҙәлгән. Йорттоң аҫҡы ҡаты рустовкаланған. Фасадтың ситтәге тәҙрәләрен дорик орденлы ярым колонналар биҙәп тора. Дүрт яҡлы сатыр формаһындағы ҡыйығында сарҙаҡ тәҙрәләре бар. Йорт фасады өс төҫкә буялған. Декоратив элементтар аҡ төҫтә.
Бина эсендәге мәрмәр баҫҡыс икенсе ҡатҡа алып бара. Бүлмә түшәмдәре декоратив орнаменттар менән биҙәлгән.
Икенсе ҡатта оҙон коридор, үҙенсәлекле декорлы торлаҡ бүлмәләр коридорҙың ике яғында урынлашҡан. Бинаның ҙур залындағы тәҙрәләр барыһы ла I-cе Совет урамы яғына ҡарап тора. Зал сәхнә һәм оркестранттар өсөн балкон менән бүленеп ҡуйылған. Бында үҙ ваҡытында балдар, йорт спектаклдары, концерттар үткәрелгән. Зал күркәм ағас декор менән биҙәлгән. Эске ишектәргә семәрле декоратив ағас өҫтәлмәләр ҡуйылған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Халпахчьян О. Х. Архитектура Нахичевани-на-Дону. Ереван : Айстан, 1988. С. 155; Донско-Азовский календарь на 1889 год / ред.‑изд. И. А. Тер-Абрамиан. Ростов н/Д : Типо‑литогр. И. А. Тер- Абрамиан,1888. С. 187.
- Перечень объектов культурного наследия регионального значения г. Ростова-на-Дону : Официальный портал правительства Ростовской области. URL: http://special.donland.ru/default.aspx?pageid=78746 2018 йыл 6 февраль архивланған. [В списке под № 220 — Е. К.]
- Донско-Азовский календарь на 1891 год / сост. И. А. Тер-Абрамиан. Ростов н/Д Типо-литогр. И. А. Тер- Абрамиан, 1890. С. 196.
- Вся Донская область и Северный Кавказ на 1901 год : Кн. адм., пром‑сти и торговли / под ред. Д. С. Нейфельда; Изд. А. И. Теръ- Абрамиан. Ростов н/Д : Типо-литогр. А. И. Тер- Абрамиан, 1901. Стб. 210.
- Вся область Войска Донского на 1899 год : Адрес-календар., торгово-промышл. справ. кн. / сост. Д. С. Нейфельд; Изд. А. И. Тер-Абрамиан. Ростов н/Д Типо-литогр. И. А. Тер- Абрамиан. 1899. Стб. 732.