Хемсворт Крис

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Крис Хемсворт
Chris Hemsworth
267x400px
Крис Хемсворт на San Diego Comic-Con в 2014Крис Хемсворт на San Diego Comic-Con в 2014
Тыуған:

11.08.198311.08.1983

Тыуған урыны:

Мельбурн, Виктория, АвстралияМельбурн, Виктория, Австралия

Гражданлығы:

Австралия АвстралияАвстралия Австралия

Һөнәре:
актёр
Карьера:

2002 — наст. время2002 — наст. время

IMDb:

ID 1165110

chris-hemsworth.net
Commons-logo.svg Крис Хемсворт

Крис Хемсворт (ингл. Chris Hemsworth; 1983 йылдың 11 авгусында тыуған, Мельбурн, Виктория, Австралия) — Австралия актеры, BAFTA премияһы номинанты. Marvel кинематография ғаләмендәге «Тор», «Үс алыусылар», «Тор 2: Ҡараңғылыҡ батшалығы» һәм «Мстители: Эра Альтрон», фильмдарында Тор роле менән киң билдәле, шулай уҡ «Ярыш» һәм «Диңгеҙ йөрәгендә» фильмдарында ла уйнай.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Крис Хемсворт 1983 йылда Мельбурнда[1] тыуған. Уның бер туған ағалары Люк һәм Лиам шулай уҡ актерҙар.

Хемсвортҡа 15 йәш булғанда, уның ғаиләһе кескәй генә Филиппин утрауына күсенә. 2009 йылдың мартында Хемсворт карьераһын дауам итер өсөн Америка Ҡушма Штаттарына килә. Лиам ағаһы менән бергә үҙҙәренә Лос-Анджелеста әле йәшәгән фатирҙарын тапҡансы агент Крис Уильям Вордтың ҡунаҡтар өсөн йортонда йәшәйҙәр.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2005—2006 йылдарҙа «Өйҙә һәм юлда» сериалы буйынса хеҙмәттәше Изабель Лукас менән осрашҡан. 2010 йылдың 26 декабрендә испан һәм америка актрисаһы Эльза Патаки[2] менән өйләнешәләр. 2012 йылдың 11 майында[3] уларҙың ҡыҙы Индия Роуз Хемсворт тыуа. 2013 йылдың ноябрендә Хемсворт Эльза менән тағы бер тапҡыр ата-әсә буласаҡтары тураһында хәбәр итә[4][5]. 2014 йылдың 18 мартында уларҙың Тристан һәм Саша исемле игеҙәктәре тыуа.

Фильмографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Biography for Chris Hemsworth — IMDb
  2. Jordan, Julie. Thor Star Chris Hemsworth Gets Married, People (28 December 2010). 7 октябрь 2011 тикшерелгән.
  3. Avengers Star Chris Hemsworth & Wife Welcome Daughter
  4. Крис Хемсворт и Эльза Патаки снова станут родителями. Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 ноябрь 2013. 21 ноябрь 2013 тикшерелгән.
  5. Schutte, Lauren Chris Hemsworth and Elsa Pataky Are Expecting Baby No. 2!. Yahoo. 20 ноябрь 2013 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]