Химик берләшмәләр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Химик берләшмәләр — ике йәки бер нисә элементтың атомы химик бәйленештә булған ҡамарлы матдә. Химик берләшмә составы химик формула, төҙөлөшө структур формула менән яҙыла. Күпселек осраҡта химик берләшмәләр состав даимилығы законы (ru:Закон постоянства состава) һәм ҡалдыҡһыҙ бүленеүсән сағыштырма законына (ru:Закон кратных отношений) буйһона. Шулай уҡ, үҙгәреүсән составлы берләшмәләр булыуы билдәле, мәҫәлән (бертоллид):

PaO2,18—PaO2,21.

Химик берләшмәләр химик реакция нәтижәһендә барлыҡҡа килә. Ҡатмарлы матдәләр бер нисә матдәгә тарҡалыуы мөмкин. Химик берләшмә барлыҡҡа килгәндә йылылыҡ бүленеп сыға (экзотермик реакция), йәки йылылыҡ йотола (эндотермик реакция). Химик берләшмәләрҙең физик һәм химик үҙенсәлектәре реакцияға ингән матдәләрҙең үҙенсәлектәренән айырыла. Химик берләшмәләр органик һәм органик булмаған матдәләргә бүленә. 100 меңдән артыҡ органик булмаған һәм 3 млн органик матдә булыуы билдәле. Әҙәбиәттә яҙылған һәм берләшмәнең уникаль CAS-номеры бар.

Ҡатмарлы матдәләр:

  • оксидтар (H2O, CaO, CO2, P2O5 (P4O10) и др.)
  • нигеҙҙәр (Na(OH), Ca(OH)2, Al(OH)3, Fe(OH)3 и др.)
  • кислоталар (HCl, HNO3, H2SO4, H3PO4 и др.)
  • тоҙҙар (NaCl, KNO3, Fe2(SO4)3, LiBr һ.б.)

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ябай матдәләр
  • Органик матдәләр


Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]