Хирургия (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хирургия
Жанр

хикәйә

Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

русса

Ижат ителгән ваҡыты

1884

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1884 йылдың 11 авгусында

Хирургия  — А. П. Чехов хикәйәһе. 1884 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр «Осколки» журналында 1884 йылдың 11 авгусында баҫыла.

Баҫмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. П. Чеховтың «Хирургия» хикәйәһе 1884 йылдың авгусында баҫыла. Тәүге тапҡыр аҙналыҡ юмористик әҙәби-нәфис «Осколки» журналының 32-се һанында 1884 йылдың 11 авгусында «Сценка» исеме менән А. Чехонте ҡултамғаһы аҫтында баҫыла.

1886 йылда хикәйә «Пестрые рассказы» йыйынтығына, артабан тағы ла стиль яғынан үҙгәртелеп, А. Ф. Маркс баҫҡан Чехов әҫәрҙәре йыйылмаһына индерелә. Был йыйылма өсөн А. П. Чехов хикәйәләге ябай һөйләү теленә хас һүҙҙәрҙе әҙәби телдәге һүҙҙәр менән алмаштыра.

Чехов тере саҡта хикәйә болгар, поляк һәм серб-хорват телдәренә тәржемә ителгән.

Сюжет[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хикәйә медицина белемле Чеховтың тормош тәьҫораттары буйынса яҙылған. М. П. Чехов хикәйәнең сюжетың Чеховтың 1884 йылда Воскресенск ҡалаһында йәшәгән һәм Чикин земство дауаханаһында табип булып эшләгән сағы менән бәйләп иҫкә ала. Яҙыусы П. Сергеенко сюжеттың барлыҡҡа килеүен ағалы-энеле Антон һәм Александр Чеховтарҙың[1] актерлыҡ импровизацияһы менән бәйләй.

Хикәйәләге ваҡиға земство дауаханаһында бара. Бер ваҡыт дауахана табибы өйләнергә китә, ә уның урынында ауырыуҙарҙы фельдшер Курятин ҡабул итә. Ошо көндәрҙең береһендә сиркәү дьягы Вонмигласов дауаханаға килә. Уның теше бик ныҡ һыҙлай башлаған була. Дьяктың тешен ҡарағандан һуң, Курятин уны һурып алырға була. Дьякты ҡысҡыртып оҙаҡ ыҙалағандан һуң, фельдшер боҙоҡ теште һындыра. Ошо процедура ваҡытында фельдшер менән пациент пыр туҙып талашып китә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чехов А. П. Бабы // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «Чеховский юбилейный сборник». М., 1910, стр. 486

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]