Хисамова Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Хисамова Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған урыны Көйөргәҙе районы
Һөнәр төрө шағир
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Хисамова Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙы (1 октябрь 1948 йыл) — мәғариф ветераны, шағир. 1993 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем хеҙмәткәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙы Хисамова 1948 йылдың 1 октябрендә Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылында тыуған. Өфөлә 1-се республика мәктәп-интернатын тамамлай, шунан баш ҡаланың быяла-сүс заводында оператор булып хеҙмәт юлын башлай.

1967—1972 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый һәм уны тамамлағандан һуң «Совет Башҡортостаны» гәзитендә хеҙмәткәр була. 1973—1975 йылдарҙа Үрге Ҡышы урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта, артабан Күмертау ҡалаһында һәм Өфөлә мәктәптәрҙә балалар менән эшләй.

1993 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Тыуған тупраҡ яҡтыһы / «Ете шишмә» тупланмаһында: Шиғырҙар. — Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 28 бит.
  • «Сейәлек йыры» (1992)
  • «Һары мәтрүшкә» (1993)
  • «Буран моңо» (1996),
  • «Тынлыҡтарҙа ҡалам» (1998)

Өҫтәмә мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелгән 21 сентябрь 2018)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелгән 21 сентябрь 2018)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт шиғриәте антологияһы