Эстәлеккә күсергә

Хисмәтуллин Мәғәфүр Хисмәтулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хисмәтуллин Мәғәфүр Хисмәтулла улы
Төп мәғлүмәт
Тыуған

10 ғинуар 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Өфө өйәҙе[1] Яңы Ҡобау ауылы

Үлгән

5 октябрь 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (89 йәш)

Үлгән урыны

Өфө ҡалаһы

Ил

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Башҡортостан автономияһы Башҡортостан автономияһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

опера йырсыһы, театр режиссёры, театр педагогы

Йырлау тауышы

тенор

Наградалар
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
РСФСР-ҙың халыҡ артисы || РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы||
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
||
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Хисмәтуллин Мәғәфүр Хисмәтулла улы (10 ғинуар 1915 йыл — 5 октябрь 2004 йыл) — йырсы, режиссёр, педагог. 1939—1982 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. 1969—1995 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1965) һәм Башҡорт АССР-ының (1953) халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1969). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.

Башҡорт опера һәм балет театрында эшләгән осорҙа ул илленән ашыу опера партияһын башҡара. Тәүге башҡорт операһы булған «Һаҡмар»ҙа (Мәсәлим Вәлиев) — Фәхри, Ерошка — А. П. Бородин «Кенәз Игорь», Арлекин — Р. Леонкавалло, «Паяцы», Бомелий — Н. А. Римский-Корсаков, «Батша кәләше», Юламан — Н. Чемберджи, «Ҡарлуғас», «Салауат Юлаев» — Заһир Исмәғилев, «Салауат», Ғәйнулла — З. Исмәғилев, «Ағиҙел тулҡындары» операларында ҡатнаша.

Режиссер булараҡ, Заһир Исмәғилевтың «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһын, «Шәүрә» операһын, үзбәк композиторы С. Юдаковтың «Мәйсәрәнең мутлыҡтары» комик операһын, П. Чайковскийҙың «Пиковая дама»һын, Ж. Бизеның «Кармен»ын, А. Бородиндың «Кенәз Игорь», Х. Әхмәтовтың «Замандаштар» операларын ҡуя.

Опера йырҙары[2]
Опера йәки музыкаль комедия Композитор Партия Беренсе тапҡыр башҡарыу йылы
Аршын мал алған У.Гаджибеков Вели 1939
Евгений Онегин П.Чайковский Трике 1940
Һаҡмар М.Вәлиев Фәхри 1940
Мәргән А.Эйхенвальд Юламан 1941
Аҡбуҙат Х.Заимов, А. Спадавеккиа Шүлгән 1942
Маджибад М.Вәлиев Маджибад 1943
Ҡарлуғас Н.Чембеджи Шатморат 1944
Алтынсәс Н.Жиганов Урмай 1946
Чио-чио-сан Д.Пуччини Горо 1946
Паяцы Р.Леонкавалло Арлекин 1946
Батша кәләше — Царьская невеста Н.Римский-Корсаков Бомелий 1948
Ромео и Джульетта Ш.Гуно Тибальд 1949
Дубровский Э.Направник Дефорж 1949
Кармен Ж.Бизе Ремендадо 1949
Князь Игорь А.Бородин Ерошка 1950
Кэто и Котэ В.Долидзе Сико 1950
Мазепа П.Чайковский Иҫерек казак 1950
Черевички П.Чайковский Мәктәп уҡытыусыһы 1950
Майская ночь Н.Римский-Корсаков Винокур 1950
Сыған бароны — Цыганский барон И.Штраус Граф Карнеро 1950
Айһылыу Н.Пейко Фәхри 1953
Салауат Юлаев З.Исмәғилов Салауат 1955
Тымыҡ Дон — Тихий Дон И.Дзержинский Пантелей 1956
Дауылға — В бурю Т.Хренников Антонов 1957
Чародейка П.Чайковский Паисий 1957
Ҡоҙаса З.Исмәғилев Яппар 1959
Йәш гвардия — Молодая Гвардия Ю.Мейтус Тюленин 1959
Куба ҡыҙы — Дочь Кубы К. Листов Хосс 1962
Севастополь вальсы — Севостопольский вальс К.Листов Рахмет 1962
Отелло Д.Верди Родриго 1962
Овод А. Спадавеккиа Карди 1963
Пиковая дама П.Чайковский Чекалинский 1964
Шәүрә З.Исмәғилов Көбәк 1964
Үткән мөхәббәт Ш.Ҡолбарыҫов Ҡотлобай 1964
Оптимистик трагедия А.Холминов Сиплый 1967
Гөлзифа З.Исмәғилов Ғәйнулла 1967
Саламандрҙар менән һуғыш В.Успенский Энди 1968
Фра-Дьяволо Д.Обер Беппо 1968
Донья Жуанита Ф. Зуппе Дворецкий 1968
Корневиль ҡыңғырауҙары — Корневильские колокола Р.Планкет Сыған 1970
Ағиҙел тулҡындары З.Исмәғилов Ғәйнулла 1970
Ватандаштар Х.Әхмәтов Таһир 1970
Бирйән һәм Сара М.Төлөбаев Естай 1972
Кейәүҙәр С.Садыҡова, Р.Ғөбәйҙуллин Йамалый 1973
Салауат Юлаев З.Исмәғилов Бохаир 1975
Сәхнәләштерелгән спектаклдәр[2]
Спектакль исеме Композитор Сәхәнәләштерелгән йылы
Ҡоҙаса З.Исмәғилов 1959 (Өфө)
Аҡбуҙут Х.Заимов, А.Спадавеккиа 1959
Айһылыу М.Пейко 1961
Мәйсәрә мажаралары С.Юдаков 1961
Ҡоҙаса З.Исәмғилов 1963 (Ҡазан)
Шәүрә З.Исмагилов 1964
Пиковая дама П.Чайковский 1964
Кармен Ж.Бизе 1965
Князь Игорь А.Бородин 1966
Мыйыҡһыҙ тылсымсы Н.Сабитов
Ватандаштар Х.Әхмәтов 1970

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены.
  • «Почёт Билдәһе» ордены.
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1949).
  • БАССР-ҙың халыҡ артисы (1953).
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1955).
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1965).
  • Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1969).

Мәғәфүр Хисмәтуллинға 1949 йылда «БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы», дүрт йылдан «БАССР-ҙың халыҡ артисы», тағы ике йылдан — Мәскәүҙә үткәрелгән Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендәге ҡаҙаныштарын иҫәпкә алып — «РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы», 1965 йылда «РСФСР-ҙың халыҡ артисы» тигән юғары исемдәр, ә 1969 йылда Салауат Юлаев исемендәге премия бирелә. Йырсы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары менән бүләкләнә.

  1. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы
  2. 2,0 2,1 Бициева Ф. Б. Незабываемый образ. — Уфа: Гилем, 2006. — 62 с.

Башҡорт телендә

  • Рәшит Шәкүр. Арҙаҡлы башҡорттар. Ғилми-биографик очерктар. Тулыландырылған 2-се баҫмаһы. — Өфө: Китап, 2005. — 367 бит.

рус телендә

  • Бициева Ф. Б. Незабываемый образ. — Уфа: Гилем, 2006. — 62 с.
  • Магафур Хисматуллин // Сов. Башкирия. Уфа. 1955. 15 мая.
  • Сподиков В. Концерты башкирских артистов // Сов. Татария. Казань. 1957. 9 февр.
  • Хайруллин Р. Судьба певца // Сов. Башкирия. Уфа. 1961. 25 июля.
  • Шафиков Г. Трепетная струна души // Ленинец. Уфа. 1963. 21 марта.
  • Мясагутов Ш. Народный артист // Ленинец. Уфа. 1965. 2 марта.
  • Шафиков Г. Жизнь, озаренная творчеством // Сов. Башкирия. Уфа. 1965. 3 марта.
  • Шумская Н. Артист, любимый народом // МЖ. 1965. № 10. С. 24.
  • Юбилей артиста // Сов. Башкирия. Уфа. 1965. 6 марта.
  • Ахунзянов Т. Свидание с искусством // Сов. культура. 1973. 19 янв.
  • Хайруллин Р. Магафур Хисматуллин. — Уфа., 1975. 46 с.
  • Хайруллин Р. Многогранный талант // Сов. Башкирия. Уфа. 1975. 23 янв.
  • Янгиров Р. Народный артист // Веч. Уфа. 1975. 8 авг.
  • Хисматуллин Магафур Хисматуллович // Муз. энциклопедия. — М., 1982. Т. 6. С. 965.