Хитап

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Хитап (ғәрәп теленән ингән һүҙ) — көнсығыш халыҡтарының әҙәби ижадында борон замандарҙа барлыҡҡа килгән һәм таралған жанр, вәғәз йә шиғри мөрәжәғәт[1]; башҡорт әҙәбиәтендә — халыҡҡа йәки айырым социаль төркөмгә йүнәлтелгән, тормош күренештәренә ижтимағи һәм әхлаҡи баһа биргән жанр, шиғри монолог рәүешендәге мөрәжәғәт.

Тарихы һәм тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт әҙәбиәтендә хитап ҡулланыла башлауға йырауҙарҙың һәм сәсәндәрҙең ижади традициялары йоғонто яһаған. Хитаптың төп үҙенсәлеге — дидактик йүнәлешле булыу, өгөт-нәсихәткә ҡоролоу. Йөкмәткеһе һәм функцияһы буйынса был жанр ҡобайыр жанрына яҡын тора.

Башҡорт әҙәбиәтендә жанрҙың үҫеше халыҡ тормошоноң һынылышлы осорҙары — ижтимағи формацияларҙың алмашыныуы, яңы идеологияларҙың формалашыуы һәм башҡа мөһим ваҡиғалар менән бәйле, сөнки бындай осорҙарҙа халыҡтың гражданлыҡ намыҫына ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү ихтыяжы барлыҡҡа килә[2] 2020 йыл 20 октябрь архивланған..

XVIII—XIX быуат шағирҙары Әбделмәних Ҡарғалының, Шәмсетдин Зәкиҙең, Мифтахетдин Аҡмулланың, Һибәтулла Сәлиховтың, Салауат Юлаевтың хитаптарында феодализмға ҡаршы кәйефтәр, йәмғиәттәге яуызлыҡҡа һәм кешеләрҙең етешһеҙлектәренә ҡаршы көрәш идеялары, мәҙәниәттә һәм мәғарифта алдынғы үҙгәртеп ҡороуҙар сағыла.

XIX быуат–XX быуат башы башҡорт әҙәбиәтендә хитап халыҡҡа оран һалыу, сәсәндәрҙең ялҡынлы һүҙе, бәйеттәр, тарихи йырҙар һәм эпик ҡобайырҙар менән генетик бәйләнештә тора. Хитап авторы остаз, хөкөмдар сифатында сығыш яһай, шул сәбәптән хитапҡа өгөт-нәсихәтсел тасуирлауҙар, оран һалып саҡырыуҙар, риторик һорауҙар, өндәмәләр хас була. XIX быуаттың һуңғы сирегендә башҡорттарҙың рухи-мәҙәни тормошонда нығынған мәғрифәтселек идеологияһы үҙ алдына аныҡ бурыстар ҡуя: аң-белем таратыу, алға киткән мәҙәниәттәрҙе өйрәнеү, яңы әхлаҡи һәм мәҙәни ҡиммәттәр хасил итеү[3]

ХХ быуатта һәм хәҙерге осорҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ХХ быуат башында Ш. Бабич, Х. Ғ. Ғәбитов, Ш. Әминев‑Тамъяни һәм башҡалар үҙҙәренең хитаптарында милли берҙәмлек, ҡатын-ҡыҙҙарҙың бойондороҡһоҙлоғо, әхлаҡлылыҡ, зыялылыҡ-уҡымышлылыҡ идеяларын тарата. Ғ. Хоҙаяров, М. Татлыбаев, С. С. Яҡшығолов башҡорт ерҙәрен вәхшиҙәрсә талауға һәм һатыуға ҡаршы сыҡҡан хитаптар ижад итә. 1917 йылғы социалистик революция, Беренсе донъя һуғышы осоронда М. Ғафури, С. Ҡудаш, Б. Ғ. Мирзанов, Д. Юлтый һәм башҡалар үҙ әҫәрҙәрендә халыҡты сәйәси һәм социаль әүҙемлеккә саҡыра.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда хитап жанрына М. Кәрим, Р. Ниғмәти мөрәжәғәт итә.

Хәҙерге шиғриәттә хитаптар Ҡ. Аралбай, Р. Т. Бикбаев, Т. Ғәниева, А. Игебаев, Ф. Һ. Туғыҙбаева ижадында осрай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кунафин Г.С. Культура Башкортостана и башкирская литература в XIX веке. – Уфа, 1992.