Хозур (роман)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Хозур
Нигеҙләү датаһы 1949
Атамаһы Huzur
Жанр Роман
Автор Ахмет Хамди Танпынар[d]
Ил Flag of Turkey.svg Төркиә
Әҫәр йәки уның атамаһы теле Төрөк теле
Нәшер ителеү ваҡыты 1949

Хозур (төр. Huzur) — төрөк яҙыусыһы Әхмәт Танпынарҙың романы.

Йөкмәткеһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Роман «Ихсан», «Нуран», «Суат», «Мумтаз» тигән дүрт өлөштән тора, һәр береһе персонаждарҙың береһенең исеме менән аталған[1]. Романдар тасуирланған ваҡиғалар бер көн эсендә — Икенсе донъя һуғышы башланыр алдынан 1939 йылдың 31 авгусында — бара. Романға шулай уҡ персонаждарҙың флешбектары һәм иҫтәлектәре лә индерелгән[2].

Тасуирлау үҙәгендә — 27-28 йәштәрҙәге университет уҡытыусыһы Мумтаз. Мумтаздың атаһын грек ғәскәрҙәре үлтергән, йорттарын яндырған. Бынан һуң малай әсәһе менән ҡасаҡҡа әүерелә. Тиҙҙән әсәһе лә мәрхүм була. Мумтаз тәүҙә Аданда йәшәй, шунан Истанбулға күсә, бында ике туған ағаһы Ихсан ҡатыны менән йәшәгән була.

Истанбулда Мумтаз романдағы ваҡиғалар башланырҙан бер йыл элек Нуран тигән йәш ҡатынға ғашиҡ була. Нурандың беренсе иренән Фатима исемле ҡыҙы була. Нурандың ҡыҙы әсәһенең Мумтаз менән бәйләнешенә бер ҙә шат түгел, һәм быны уңайы сыҡҡан һайын һиҙҙереп тора.

Шуға ҡарамаҫтан, Нуран менән Мумтаз туйға әҙерләнә. Ошо ваҡыт Нуран үҙенә күптән ғашиҡ булып йөрөгән Суаттан хат ала. Суат Ихсан һәм Мумтаз менән дә таныш. Нуран Суаттың хатын Мумтазға күрһәтә. Тиҙҙән Мумтаз, Нуран һәм Суат бер мәжлестә бергә булып сығалар. Суат бөтәһенән дә алдараҡ ҡайтып китә. Өйҙәренә ҡайтып инһәләр, Мумтаз менән Нуран унда үҙенә-үҙе ҡул һалған Суаттың кәүҙәһен таба.

Мумтаз һәм Нуран Суат менән хәлдә үҙҙәрен ғәйепле һанай. Нуран Мумтазды ташлай.

Ихсан ауырып китә, Мумтаз уны тәрбиәләй. Урамда Мумтаз таныштарынан Нурандың беренсе иренә кире ҡайтҡанын ишетә. Ихсандың хәле насарлана, Мумтаз табип саҡыра. Табип ауырыуға дарыуҙар алырға ҡуша. Дарыу алып ҡайтып килгәнендә Мумтаздың күҙенә Суат күренгәндәй була һәм ул аңын юғалта. Йығылғанда дарыуҙары ватыла. Өйгә ҡайтҡас, Мумтаз Ихсандың хәле яҡшырғанын белә. Өйҙә Мумтаз тағы аңын юғалта. Карауатта ятҡанда ул радионан дикторҙың һуғыш башланыуы тураһында белдергәнен ишетә.

Тәнҡит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Хозур» — Танпынарҙың беренсе романы. Тәүҙә ул 1948 йылдың февраленән июненә тиклем өҙөк-өҙөк «Cumhuriyet» гәзитендә баҫыла. 1949 йылда роман айырым китап булып сыға. Артабанғы йылдарҙа кәм тигәндә 15 тапҡыр ҡабат нәшер ителә[1].

Төп герой Мумтаз образы өлөшләтә автобиографик, уға күп йәһәттән Әхмәт Таныпарҙың йәшлегендәге һыҙаттары хас. Мумтаздың ағаһы Ихсандың образын ул яҙыусы һәм шағир Яхъя Кемал Бейатлынан алып тасуирлай. Нуран образы ла ысын булған бер ҡатындан алынған. Суат образының ғына ысын прототибы юҡ, ул Ф. М. Достоевский әҫәрҙәре геройҙары йоғонтоһонда уйлап сығарылған.

Романдың төп темаһы — Ататөрк реформалары барышында төрөк йәмғиәтенә көнбайыштың йоғонтоһо. Көнбайышлаштырыу аҙағына тиклем еткерелмәй, реформаларҙың күпмелер файҙаһы тейһә лә, «реформаларға тиклемге» йәмғиәттең күп яҡтары юғалтыла[3].

Яҙыусы Орхан Памуҡ «Хозур»ҙы Истанбул тураһында яҙылған романдарҙың иң мәшһүре тип атай[4].

1998 йылда драматург Кенан Ышыҡ роман нигеҙендә шундай уҡ исемдәге пьсаны сәхнәләштерә[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]