Холокост Венгрияла

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Холокост Венгрияла
Дәүләт  Венгрия
Урын Венгрия короллеге
 Холокост Венгрияла Викимилектә

Холокост Венгрияла — Икенсе донъя һуғышы осоронда Венгрияла немец нацистары һәм уларҙың венгр союздаштары тарафынан йәһүдтәрҙе эҙәрлекләү һәм юҡ итеү. Венгр йәһүдтәренең 70 проценттан ашыуы һәләк була[1].

XIX быуатта Венгриялағы антисемитизм[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Венгрияла антисемит ҡараштар XIX быуатта айырыуса көслө була, бигерәк тә 1848 йылғы революция ваҡытында. Венгрия парламенты антисемитизм трибунаһына әүерелә. 1883—1884 йылдарҙағы ҡыйратыуҙар һәм Тисаэсларҙағы ҡанлы ваҡиғалар антисемит кәйефтәренең иң көслө сағын кәүҙәләндерә. 1890 йылдарҙың уртаһында антисемит тулҡыны юҡҡа сыға, һәм XX быуат башында тарихсы Николай Борецкий-Бергфельд, антисемит дауылы бында тәрән «идеялы» эҙҙәр ҡалдырыуға өлгәшмәне, тип яҙа[2].

Хортиның антисемит сәйәсәт режимы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе донъя һуғышынан һуң, Венгриянан бер нисә территорияһы тартып алынғандан һуң, илдең йәһүд хлҡы ҡырҡа кмей һәм 1920 йылға ҡарата 473 мең кеше тәшкил итә[1].

1920 йылдан Венгрияла Миклоша Хортиның авторитар режимы ғәмлдә була. Был режим антисемит сәйәсәтен 1938 йылда тормошҡа ашыра башлай, тап ошо йылда . «Тәүге йәһүд законы» ҡабул ителә, уға ярашлы эш урындарында йәһүдтәрҙең максималь өлөшө 20%-тан артмаҫҡа тейеш. . 1939 йылда йәһүд халҡының квоталарын эш урындарында һәм эшҡыурлыҡта кәметкән « Икенсе йәһүд законы» ҡабул ителә. Өҫтәүенә, ҡабул ителгән закон йәһүддектедин булараҡ түгел, ә раса булараҡ билдәләй, был христиалыҡ динен ҡабул иткән йәһүдтәрҙең статусын үҙгәртә.

Венгрия Икенсе донъя һуғышына 1941 йылдың 18 июлендә ингәндән һуң, венгр хөкүмәте Карпат рутенияла йәшәгән 18000 йәһүдтең яҙмышы өсөн яуаплылыҡты Германия ҡораллы көстәренә күсерә. . Был йәһүдтәр, Венгрия граждандары булмағанға күрә, Каменец-Подольск тирәһендәге районға һөрөләләр. Уларҙың 16 000 урындағы Айнзатц төркөмө частары атып үлтерә.[3][4]

Ярты йыл үткәндән һуң, Каменец-Подольск тирәһендә партизан ғәмәлдәрен алып барған өсөн репрессалий сифатында венгр ғәскәрҙәре Нови-Сад ҡалаһында тотолған 3000 сербты һәм йәһүдте үлтерәләр.

1941 йылдың авгусында «Өсөнсө йәһүд законы» ҡабул ителә, уға ярашлы йәһүдтәр һәм венгрҙар араһында никахлашыу һәм енси бәйләнештәр тыйыла.

1944 йылдың яҙына тиклем 63 мең йәһүд һәләк була (йәһүд халҡының 8 %)[3].

«Хеҙмәт батальондары»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1941 йылданалып йәһүдтәр мәжбүри рәүештә эшселәр отрядтарына йәлеп ителәләр (уларҙы «хеҙмәт батальондары») тип йөрөткәндәр[3]. Венгрия йәһүдтәренән тыш, был частарға Венгрия оккупациялаған Словакия. Румыния һәм югославиянан йәһүдтәр индерелә. «Хеҙмәт батальондары» мәжбүри эштәргә Көнсығыш фронтына венгр армияһы составында ебәрелә, ә улпарҙың ғаиләләре аманат итеп ҡалдырылалар[5]. батальондарға саҡыртылған 50 мең йәһүдтән яҡынса 40 меңе һәләк була[1], өҫтәүенә, был частар «смертниктар» сифатында (мәҫәлән, мина яланы аша үтеү өсөн) ҡулланыла һәм уларҙың тыуған илгә ҡайтыуы планлаштырылмай. Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, СССР-ҙа әсирлеккә эләккән йәһүдтәр енгр «хеҙмәт батальондарынан» булғандар. Атап әйткәндә, төрлө һандар менән (10 меңдән алып һәм унан да күберәк) ошондай мәғлүмәттәр немец тарихи әҙәбиәтендә килтерелә[6][7]. Уларҙың күбеһе совет пленында һәләк була, һәс, Холокост милли мемориалының рәсми позицияһына ярашлы улар холокост ҡорбандары тип иҫәпләнә[8].

Немец оккупацияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1944 йылдың 19 мартында Германия"Маргарете". операцияһын башлай. Германия ғәскәрҙәре Венгрияны оккупациялай. Бынан һуң йәһүдтәр геттоға бикләнә. Атап әйткәндә, 1944 йылдың 15 июнендә Венгрияның эске эштәр министры Будапешт геттоһын. төҙөү тураһында фарман сығара. Бойороҡҡа ярашлы, гетто өсөн 2000 йорт бирелә. улар һары йондоҙҙар менән билдәләнә һәм диуарҙар менән кәртәләнә. Барыһы геттоға 220 мең йәһүдте күсереү планлаштырыла. 25 июндә Будапешт йәһүдтәре өсөн комендант сәғәте индерелә[9].

Немецтар йәһүдтәрҙе Польша территорияһындағы үлем лагерҙарына ебәрә башлайҙар. Йәһүдтәрҙең депортацияһы мәсьәләһе менән Адольф Эйхман шөғөлләнә. 15 майҙан алып 9 июлгә тиклем 437 402 кеше депортациялана, 15000 кеше освенцимға ебәрелә[3].

1944 йылдың август айында Хорти премьер-министры вазифаһына а фашистарға ҡаршы булған генерал Геза Лакатошты тәғәйенләй. лакатош венгр полицияһына венгр граждандарын депортациялауға юл ҡуймаҫҡа ҡуша. Шул уҡ ваҡытта, йәһүдтәр өсөн элек булдырылған «хеҙмәт лагерҙары» ғәмәлдә ҡала.

Салаши түңкәрелеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Будапештта Йәһүдтәрҙе күпләп ҡулға алыу. 1944 йылдың октябре (Салаши режимы)

1944 йылдың сентябрендә совет ғәскәрҙәре венгр сиген үтәләр. 15 октябрҙә Хорти Советтар Союзы менән ваҡытлыса солох килешенә ҡул ҡуйыу тураһында белдерә, әммә венгр ғәскәрҙәре хәрби ғәмәлдәре туҡтатмай. Германия «Панцерфауст» операцияһын үткәрә, уның барышында СС отряды Миклош Хортиның улын аманат итеп ала. Хорти ваҡытлыса солохтан баш тартырға мәжбүр була һәм власты Ференц Салашиға тапшыра.

Салаши кисекмәҫтән йәһүдтәрҙең эҙәрлекләүен яңырта, улар лакатош хакимлығы сосоронда туҡтатылып тора. Әммә салашиның йәһүдтәргә ҡарата сәйәсәте ҡаршылыҡлы була; элекке премьер Деме Ятояи менән сағыштырмаса, ул немецтарға депортация өсөн тик бер нисә мең йәһүдте бирә. Шул уҡ ваҡытта үҙенең «Уҡҡа уҡ килеү» Скрещенные стрелы партияһы формированиеларының йәһүдтәрҙе күпләп үлтереүе һәм уларҙың мөлкәтен талауға бармаҡ аша ҡарай].

Йәһүдтәрҙе ҡотҡарыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

бер нисә сит ил дипломаттары венгр йәһүдтәрен ҡотҡарыуҙа һиҙелерлек ярҙам күрһәтәләр. Ҡотҡарыусылар араһында Рауль Валленберг, Карл Лутц, Хосе Артуро Кастельянос , Джорджо Перласка һәм башҡалар билдәле. Улар йәһүдтәргә үҙ дәүләттәре документтарын бирәләр, уларҙы нацистарҙан яҡлайҙар һәм бер нисә тиҫтә мең кешене ҡотҡаралар. Венгр сурдопедагогыДеже Канижаи йәһүд балаларын Йәһүд һаңғырауҙар өсөн мәктәбендә йәшерә[10].

2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Венгрияның 837 гражданы йәһүдтәрҙе Холокостан ҡотҡарыуҙа ҡатнашҡан өсөн Тыныслыҡ илселәре тип танылалар[11]. «The New York Times» корреспонденты Анна МакКормик Европала йәһүдтәр өсөн Венгрия һуңғы һыйыныр урыны булды, тип яҙа: «үҙҙәрен үҙ йорттарында хужа итеп тоя алғанса венгрҙар йәһүдтәрҙе йәшерергә маташты»[12].

Һәләк булыусылар һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Геттола үлтерелгән венгр йәһүдтәренең туғанлыҡ ҡәберлеге, Будапешт

1941 йылға ҡарата Венгрия территорияһында йәшәгән яҡынса 800 000 йәһүдтән Холокосты 200 000 тирәһе генә кисерә[13] . Башҡа мәғлүмәт буйынса, яҡынса 803—850 йәһүдтән 565 мең һәләк булған. Ике йыл эсендә Венгрияла, төрлө сығанаҡтарға ярашлы, 500 меңдән[1] 600 меңгә тиклем йәһүд үлтерелгән . бөтәһе Венгрияла йәһүд халҡының яҡынса 70 % һәләк булған.

Сиғандарҙы юҡ итеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Меңләгән сиған үлем лагерҙарына депортациялана: 70-100 мең тип баһаланған венгр сиғандарынан үлем лагерҙарына 28 меңдән 33 меңгә тиклем оҙатылған[14].

Һуғыштан һуңғы баһа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Совет режимы яҡлы М. Ракоши власҡа килгәндән һуң элекке режим эшмәкәрҙәренә ҡаршы репрессиялар йәйелә. Уларға йыш ҡына йәһүдтәрҙе үлтереү ғәйебе тағылһа ла, рәсми пропаганда Холокост темаһын асыҡ яҡтыртмай, бигерәк тә 1940-сы йылдарҙың аҙағы — 1950-се йылдар башындағы «антисионист» кампанияһы башланғандан һуң.

Посткоммунистик Венгрияла «Компенсация тураһында закон» 1991 йылдың июнендә ҡабул ителә. Артабан әлеге закон башҡа норматив акттар менән тулыландырыла. Өҫтәмәләрҙең береһе 1939—1944 йылдаҙа мөлкәтен юғалтҡан йәһүдтәргә ҡағыла[15].

2005 йылда Холокост иҫтәлегенә Будапештта Дунай ярында мемориал урынлаштырыла.

2007 йылдың декабрендә Венгрия хөкүмәте Венгриялағы Йәһүд мираҫының йәмғиәт фонды менән килешеү төҙөй, уға ярашлы артабанғы 5 йыл эсендә ХолокостХолокост ваҡытында зыян күреүселәргә АҠШ-тың 21 млн долларын түләү ҡарала. 2012 йылда Венгрия хөкүмәте иҫәпкә күсергән аҡсаны кире ҡайтарыуҙы талап итә, с өнки аҡсаны бүлеп биреү өсөн яуаплы Claims Conference американ ойошмаһы уларҙың маҡсатлы тотоноуын иҫбатлай алмай[16].

2009 йылдың йәйендә Венгрияла Холокосты инҡар иткән өсөн енәйәт эҙәрлекләү һәм 3 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралған законды кире ҡаға, ә 2010 йылдың 22 февралендә ошо законды ҡабул итә[17].

2013 йылдың 3 февралдә беренсе тапҡыр законға ярашлы Холокосты инҡан итеү тураһында плакат тотҡан демонстранцияла ҡатнашыусы 18 ай төрмәгә хөкөм ителә[18][19].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Венгрия — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  2. Антисемитизм в Австро-Венгрии // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 The Holocaust in Hungary 2019 йыл 8 июль архивланған. Holocaust Memorial Centre.
  4. Hungary Before the German Occupation. Дата обращения: 22 сентябрь 2009. Архивировано 2 март 2012 года.
  5. Шепетинский Я. Я помню… // Слонимская газета. — 14.07.2010.
  6. Deutschland in Geschichte und Gegenwart (нем.). — Т. 25—28. — С. 20. — ISSN 0340-5710.
  7. Aly G., Gerlach C.[en]. Das letzte Kapitel. — Stuttgart, Zürich, 2002. — P. 78. — 484 p. — ISBN 9783421055057. (нем.)
  8. Вопросы и ответы 2009 йыл 26 октябрь архивланған., Яд ва-Шем
  9. Будапешт — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  10. Ryan, Donna F. Deaf people in Hitler's Europe. — Gallaudet University Press. — ISBN 1-56368-126-9.
  11. Праведники народов мира - по странам и национальной принадлежности спасителей. Статистика на 1 января 2016. Яд ва-Шем (2016). Дата обращения: 17 февраль 2016. 2013 йыл 23 апрель архивланған.
  12. Анна О’Хеэ Маккормик, «The New York Times» от 15 июля 1944 г. Оригинальный текст: «It must count in the score of Hungary that until the Germans took control it was the last refuge in Central Europe for the Jews able to escape from Germany, Austria, Poland and Rumania. Now these hopeless people are exposed to the same ruthless policy of deportation and extermination that was carried out in Poland. But as long as they exercised any authority in their own house, the Hungarians tried to protect the Jews.» См.: http://historicaltextarchive.com/books.php?op=viewbook&bookid=7&cid=8 2017 йыл 7 ноябрь архивланған.
  13. Victims of Holocaust 2008 йыл 11 март архивланған. — Holocaust Memorial Centre.
  14. Crowe, David M. The Roma Holocaust in Schwartz, Bernard; DeCoste, Frederick Charles (Eds.) The Holocaust's ghost: writings on art, politics, law and education. — Edmonton, Alberta, Canada: University of Alberta Press (инг.)баш., 2000. — С. 178—210. — ISBN 0-88864-337-3.
  15. Вячеслав Якубенко. Реституция в постсоветских странах: законодательная база. Институт Иудаики. Дата обращения: 13 июнь 2015. 2015 йыл 15 июнь архивланған.
  16. Венгрия требует вернуть деньги Холокоста(недоступная ссылка) // «Голос Армении» от 1 сентября 2012
  17. Венгрия: 3 года тюрьмы за отрицание Холокоста(недоступная ссылка)
  18. Агнеш Бос. Первому осуждённому за отрицание Холокоста рекомендовали сходить в Освенцим. russian.rfi.fr (3 февраль 2013). Дата обращения: 4 февраль 2013. Архивировано 12 февраль 2013 года.
  19. В Венгрии впервые вынесли приговор за отрицание Холокоста. Курсор. Дата обращения: 4 февраль 2013. Архивировано 6 февраль 2013 года. 2013 йыл 9 февраль архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]