Хорватия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Hrvatska
Хорва́тия
Flag of Croatia.svg Coat of arms of Croatia.svg
Хорватия байрағы Хорватия гербы
EU-Croatia.svg
Un-croatia.svg

Хорва́тия (хорв. Hrvatska), рәсми исеме Хорват Респу́бликаһы (хорв. Republika Hrvatska [xř̩ʋaːtskaː]) — үҙаллы дәүләт. Үҙәк һәм Көньяҡ-көнсығыш Европа сигендә, Адриатик диңгеҙ ярында урынлашҡан. Төньяҡ-көнбайышта Словения, төньяҡ-көнсығышта Венгрия, көнсығышта Сербия, көньяҡ-көнсығышта Босния һәм Герцеговина, Черногория менән сиктәш. Италия менән диңгеҙ сиге уртаҡ. Майҙаны 56 594 км², 2011 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса 4,28 миллион кеше йәшәй.

Рәсми дәүләт теле — хорват теле. Дәүләт теле менән бер рәттән милли аҙсылыҡ йәшәгән урындарҙа итальян, чех, венгр, серб, немец телдәре рәсми ҡулланыла.

Аҡса берәмге — куна. Баш ҡалаһы Загреб. Административ бүленеше: егерме округ (жупанлыҡ) 127 ҡаланы һәм 429 муниципалитетты берләштерә. Европа берләшмәһенең статистика системаһы өсөн округтар Континеталь Хорватия һәм Адриатик Хорватия төбәктәренә берләштерелгән.

Хорватия халыҡ-ара ойошмалар ағзаһы: БМО (1992), ОБСЕ (1992), МВФ (1992), МБРР (1993), СЕ (1996), ВТО (2000), НАТО (2009), ЕС (2013).

Этимология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Хорватия» (хорв. Hrvatska) атамаһы урта быуат латин һүҙе Croātia топонимынан килә, топоним «хорват» этнонимы менән бәйле. Этноним боронғо славян транскрипцияһында Xъrvátъ [1][2] формаһында осрай, хәҙерге заман хорват хәрефтәрендә Hrvat тип яҙыла.

Хорват һүҙенең килеп сығыуы һәм мәғәнәһе аныҡ ғына билдәле түгел, ғилми бәхәстәр тыуҙырған күп төрлө фараздар бар[3].

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төп мәҡәлә: Хорватия тарихы

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төп мәҡәлә: Хорватия халҡы

Дин[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төп мәҡәлә: Хорватияла дин
Ислам
Төп мәҡәлә: Хорватияла ислам

Административ бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хорватияның административ бүленеше
Төбәк һәм жупанлыҡ (округ) Үҙәге Май­ҙаны (км2) Халыҡ һаны
(2011 йыл халыҡ иҫәбен алыу)
Континенталь Хорватия
Zastava bjelovarsko bilogorske zupanije.gif Бьеловар-Билогора жупанлығы,
(хорв. Bjelovarsko-bilogorska županija)
Бьеловар,
(хорв. Bjelovar)
2,652 119,743
Flag of Brod-Posavina County.svg Брод-Посавина жупанлығы,
(хорв. Brodsko-posavska županija)
Славонски Брод,
(хорв. Slavonski Brod)
2,043 158,559
Flag of Zagreb County.svg Загреб жупанлығы,
(хорв. Zagrebačka županija)
Загреб,
(хорв. Zagreb)
3,078 317,642
Flag of Zagreb.svg Загреб ҡалаһы,
(хорв. Grad Zagreb)
Загреб,
(хорв. Zagreb)
641 792,875
Flag of Karlovac county.svg Карловас жупанлығы,
(хорв. Karlovačka županija)
Карловас,
(хорв. Karlovac)
3,622 128,749
Flag of Koprivnica-Križevci County.png Копривиница-Крижевица жупанлығы,
(хорв. Koprivničko-križevačka županija)
Копривиница,
(хорв. Koprivnica)
1,746 115,582
Flag of Krapina-Zagorje-County.svg Крапина-Загорье жупанлығы,
(хорв. Krapinsko-zagorska županija)
Крапина,
(хорв. Krapina)
1,224 133,064
Flag of Medjimurje.svg Меджимурье жупанлығы,
(хорв. Međimurska županija)
Чаковец,
(хорв. Čakovec)
730 114,414
Flag of Osijek and Baranya County.svg Осиек-Баранье жупанлығы,
(хорв. Osječko-baranjska županija)
Осиек,
(хорв. Osijek)
4,152 304,899
Flag of Požega-Slavonia County.png Пожега-Славония жупанлығы,
(хорв. Požeško-slavonska županija)
Пожега,
(хорв. Požega)
1,845 78,031
Flag of Sisak-Moslavina County.png Сисак-Мославина жупанлығы,
(хорв. Sisačko-moslavačka županija)
Сисак,
(хорв. Sisak)
4,463 172,977
Flag of Varaždin County.png Вараждин жупанлығы,
(хорв. Varaždinska županija)
Вараждин,
(хорв. Varaždin)
1,261 176,046
Flag of Virovitica-Podravina County.png Вировитица-Подравина жупаналығы,
(хорв. Virovitičko-podravska županija)
Вировитица,
(хорв. Virovitica)
2,068 84,586
Flag of Vukovar-Syrmia County.svg Виковар-Сриемия жупанлығы,
(хорв. Vukovarsko-srijemska županija)
Виковар,
(хорв. Vukovar)
2,448 180,117
Андриатик Хорватия
Flag of Dubrovnik-Neretva County.png Дубровник-Неретва жупанлығы,
(хорв. Dubrovačko-neretvanska županija)
Дубровник,
(хорв. Dubrovnik)
1,783 122,783
Flag of Zadar County.png Задар жупанлығы,
(хорв. Zadarska županija)
Задар,
(хорв. Zadar)
3,642 170,398
Zastava Istarske županije.svg Истар жупанлығы,
(хорв. Istarska županija)
Пазин,
(хорв. Pazin)
2,820 208,440
Flag of Lika-Senj County.png Лика-Сенье жупанлығы,
(хорв. Ličko-senjska županija)
Госпич,
(хорв. Gospić)
5,350 51,022
Flag of Primorje-Gorski Kotar County.png Приморье-Горски жупанлығы,
(хорв. Primorsko-goranska županija)
Риека,
(хорв. Rijeka)
3,582 296,123
Flag of Split-Dalmatia County.svg Сплит-Далматия жупанлығы,
(хорв. Splitsko-dalmatinska županija)
Сплит,
(хорв. Split)
4,534 455,242
Flag of Šibenik County.svg Шибеник-Книн жупанлығы,
(хорв. Šibensko-kninska županija)
Шибеник,
(хорв. Split)
2,939 109,320

Мәғариф[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хорватияла уҡый-яҙа белеү кимәле 99.2 процент[4]. 2010 йылда Newsweek журналында баҫтырылған, төрлө илдәрҙә йәшәү кимәлен тикшереү һөҙөмтәһе буйынса илдең белем биреү системаһы, Австрия менән берлектә, 22-се урынды биләй[5].

Башланғыс мәктәптә белем биреү алты-ете йәштән башлана һәм һигеҙ йыл дауам итә. Һигеҙ йыллыҡ башланғыс белем алыу барыһына ла мотлаҡ. 2007 йылда ҡабул ителгән ҡанун буйынса 18 йәшкә тиклем уҡытыу бушлай башҡарыла.

Урта белем биреүҙе гимназиялар һәм профессиональ училищелар дауам итә. Илдә барыһы 2049 башланғыс һәм 701 урта белем биреүсе мәктәп бар[6]. Башланғыс һәм урта белем биреү башлыса хорват телендә һәм шулай уҡ аҙ һанлы халыҡтар: итальян, чех, немец, венгр, серб телдәрендә алып барыла[7].

Тағы ла 137 башланғыс һәм урта музыка һәм сәнғәт мәктәбе, мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм йәштәр өсөн 120, ололар өсөн 74 мәктәп эшләй.[6]

2009-2010 уҡыу йылынан башлап урта мәктәпте тамамлаусылар милли дөйөм сығарылыш имтихандары тапшыра. Сығарылыш имтихандары мотлаҡ фәндәр булған хорват теле, матемитика, сит ил теле һәм факультатив фәндәренән тора. Университетта артабан уҡырға теләгәндәр сығаралыш имтихандарын мотлаҡ тапшырырырға тейеш.[8]

Хорватияла һигеҙ дәүләт университеты һәм ике хосуси университет, 15 (шул иҫәптән 2 хосуси) политехникум һәм 30 (шул иҫәптән 27 хосуси) институт бар[9]. Барлығы 55 юғары уҡыу йортонда 157 мең студент белем ала[6].

дәүләт университеттары
  • Дубровник университеты
  • Осиек университеты
  • Пула университеты
  • Риек университеты
  • Сплит университеты
  • Задар университеты
  • Загреб университеты
хосуси университеттар
  • Хорватия католик университеты
  • Дубровник халыҡ-ара университеты

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Gluhak, 1990, p. 130
  2. Gluhak, 1993
  3. Budak, 2018, pp. 98
  4. Population aged 10 and over by sex and illiterates by age, 2011 census. Croatian Bureau of Statistics. Дата обращения: 26 декабрь 2015.
  5. Newsweek study of Health, Education, Economy and Politics ranks the globe's top nations. Newsweek (15 August 2010). Дата обращения: 14 ноябрь 2010. Архивировано 1 сентябрь 2010 года. 2011 йылдың 28 июль көнөндә архивланған.
  6. 6,0 6,1 6,2 http://www.dzs.hr/Hrv_Eng/ljetopis/2016/sljh2016.pdf
  7. 2017 Statistical Yearbook of the Republic of Croatia, p. 488
  8. Državna matura (билдәһеҙ) (недоступная ссылка). Ministry of Science, Education and Sports (Croatia). Дата обращения: 12 октябрь 2011. Архивировано 26 март 2016 года. 2016 йылдың 26 март көнөндә архивланған.
  9. Institut za razvoj obrazovanja – Pregled institucija (недоступная ссылка). Iro.hr. Дата обращения: 6 март 2017. Архивировано 6 март 2017 года. 2017 йылдың 6 март көнөндә архивланған.