Эстәлеккә күсергә

Хорватия тарихы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хорватия тарихы
Дәүләт  Хорватия
 Хорватия тарихы Викимилектә

Борон Хорватия территорияһында иллирийҙар йәшәгән. VI—VII быуаттарҙа бында славяндар төпләнгән. VIII быуаттан IX быуат аҙағына саҡлы хорват ерҙәре франктар власы аҫтында булған. IX быуатта ике кенәзлек — Диңгеҙ буйы Хорватияһы йәғни Далмация Хорватияһы (баш ҡалалары: Книн, Нин һәм Клис) һәм Паннония Хорватияһы йәғни Посав кенәзлектәре барлыҡҡа килгән. Был территорияға ҡарата «Хорватия» тигән атаманы яҙмала ҡуллана башлау IX быуатҡа ҡарай[1]. X—XI быуаттарҙа хорваттар короллеге иң көслө балҡан дәүләттәренең береһе булған. Венгр-хорват унияһын (1102) төҙөгәндән һуң, Хорватия, үҙидара хоҡуҡтары менән, Венгрия составына инә. Артабан Далмация һәм Славония бер нисә быуат дауамында башҡа Хорватиянан айырым үҫешкән.

XVI быуатта ил территорияһының күпселек өлөшө төрөктәр тарафынан яулап алынған, ҡалған территорияны һаҡлау Хәрби сик ойошторолған. Австро-Венгрияның бер өлөшө булараҡ, 1868 йылда Хорватияның мәҙәни-сиркәү, административ һәм суд автономияһы танылған. 1918 йылда хорват ерҙәре Сербтар, хорваттар һәм словендар короллеге (1929 йылдан — Югославия короллеге) составына ингән. Административ яҡтан 1939 йылда Хорватия бановинаһына берләштерелгән. 1941 йылда «Бойондороҡһоҙ Хорватия дәүләте» ойошторолған. 1945 йылдан — Югославия составындағы федератив республика. 1991 йылдың 8 октябренән алып — бойондороҡһоҙ дәүләт[2]. 1991 йылдан 1995 йылға саҡлы ил территорияһында һуғыш барҙы. 2009 йылда Хорватия НАТО-ға ҡушыла, 2013 йылда Европа союзына инә.

Славянлыҡҡа тиклемге осор

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Крапиныла табылған неандерталец баш һөйәге

Хорватия территорияһында иң боронғо кешеләр — неандерталецтар йәшәгән. Уларҙың иртә палеолитҡа ҡараған эҙҙәре Крапина ҡалаһы янында табылған.

Хәҙерге заман ҡиәфәт тибындағы кеше мәҙәниәтенең тәүге билдәләре Шандалья-2 туҡталҡаһында бынан 39 мең йыл элек Аппениндағы Флегрей яланында урғыла башлаған һәм йөҙәр йыл буйына дауам иткән кампан супервулканынан һуң 5-6 мең йыл үткәс барлыҡҡа килгән[3].

Далмацияла неолит осоро торлаҡтары ҡалдыҡтары табылған. Яр буйҙарында һәм Адриатика утрауҙарында неолитик импрессо[4] һәйкәлдәре киң таралыу ала.

Бронза дәүерендә, моғайын, б. э. т. 2-се меңйыллыҡта иллирий ҡәбиләләре, шул иҫәптән Истрияла истралар, Далмация төньяғында далматтар, Далмацияның көньяғы доклеаттары, Хорват Диңгеҙ яры буйындағы либурндар, Драва һәм араһында Сава йылғалары араһындағы ястар һәм бревкалар бында төпләнгән. Археологик мәғлүмәттәр буйынса б. э. т. яҡынса VII б. иллирийҙар һәм гректар араһында сауҙа бәйләнештәре булған. Б. э. т. 400-сө йылдар тирәһендә йылға үҙәндәре һәм юл буйында ултырыуҙы хуп күргән кельттар Балҡанға күсенә. Ҡайһы берҙә иллирийҙар үҙҙәренә буйһонған кельттар менән ҡушылған. Яподтар, территориялары Словениянан Боснияға һуҙылған яң мөһим иллирий-кельт ҡәбиләһе булған. Б. э. т. IV быуат башында Адриатик диңгеҙ буйында һәм утрауҙарында иң ҙур ҡалалары Хвар утрауындағы Фарос, Корчула утрауындағы Коркира Мелайна, Вис утрауындағы Исса, Салона (хәҙер Солин), Эпидавр (хәҙерге Трогир) булған грек колониялары барлыҡҡа килгән. Иллирийҙар мөхитендә ҡәбилә аристократияһы һәм өй ҡоллоғо барлыҡҡа килгән. Иллирийҙар һәм кельттар араһында һуғыштар тоҡанған[5].

Пула амфитеатры

Б. э. т. 178—177 йылдарҙа Истрияға римлеләр баҫып ингән һәм унда үҙ власын урынлаштырған. Адриатиканың балҡан яры буйында римлеләрҙең нығыныуы дәүерендә иллирия дәүләтселеге барлыҡҡа килгән. Б. э. т. 155 йылда улар далматтарҙы буйһондора. Б. э. т. 77-75 йылдарҙа римлеләр Далмациялағы ихтилалды баҫтырған[6]. Юлий Цезарь осоронда һәм уның вафатынан һуң (б. э. т. 44 йылда) римлеләр далматтар менән бик ауыр һуғыш алып барған. Б. э. т. 35 йылда римлеләр Сава үҙәнендәге Сиския (Сисак) ҡалаһын алғандар. Август дәүерендә Иллирия тип аталған рим провинцияһы барлыҡҡа килә. Б. э. т. 12-11 йылдарҙа далматлылар һәм паннонлылар яңынан ихтилалға күтәрелгән, әммә ул баҫтырылған. Далмация һәм Паннонияға ла рим колонизацияһы ҡағылған. Истрия ла, Далмация яр буйы ла романлаштырылған. II быуат башынан иллирийҙарҙы рим легионында хеҙмәткә туплай башлағандар[7]. IV быуат башында иллирий провинцияларында христианлыҡ киң таралыу алған[8]. V быуат башында көньяҡ Далмацияны Аларих I етәкселегендәге вестготтар бөлгөнлөккә төшөргән. Шул уҡ осорҙа Паннония һундар ғәскәре тарафынан баҫып алынған[9]. 453 йылда остготтар һундарҙы Паннониянан ҡыҫырыҡлап сығарған. Италияны яулап алғандан һуң (493) остготтар Далмацияны һәм Паннонияның көньяҡ өлөшөн буйһондорған, һәм VI быуат уртаһына саҡлы уға эйә булған[10].

Славяндарҙың күсеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
«Хорваттарҙың килеүе».
Рәссам Целестин Медович

Хәҙерге тарихнамә фекеренә ярашлы, «хорватия» этнонимы иран сығышлы тигән ҡараш өҫтөнлөк итә[комм. 1]. Иртә урта быуат осоронда «хорваттар» атамаһы төрлө славян илдәре территорияһында осраған. Константин VII Багрянородныйҙың «Империя менән идара итеү» хеҙмәтендә, хорват ҡәбиләһенең тәүтөйәге — "Аҡ Хорватия"ны тасуирлағанда, хорваттарҙың Балҡан ярымутрауының был өлөшөнә күсенеүен телгә алыуы бәхәсле. Бер фекергә ярашлы, Аҡ Хорватия Чехия территорияһында, икенсеһе буйынса — Висла һәм Одра йылғалары үрендә урынлашҡан[11].

Хорват ҡәбиләләре Далмация территорияһына тулҡын-тулҡын килеп ултырғандар, һәм, күп тикшеренеүселәрҙең фекере буйынса, был процесс IX быуатҡа саҡлы һуҙылған[12]. Был территорияны үҙләштергән тәүге славян "ҡәбиләләре"нең исемдәре билдәле түгел. «Хорваттар» һәм «гачандар/гудусканиҙар» тигән этнонимдар һуңғараҡ осорға ҡарай[13]. Балҡандың был яҡ өлөшөнә күсеп ултырған саҡта уҡ бөтә славяндар ҙа үҙҙәрен хорваттар тип аталыуы буйынса дәлилдәр юҡ. Хорваттар бында килгәндә, бында элгәре килгән славяндар булыуы ла асыҡлана[12]. Славяндар, аварҙар менән бергә, Балҡанды VI быуатта баҫып алған. Далмациялағы славяндар тураһында тәүләп рим папаһы Григорий I Салонылағы Сплит-Макарск архиепархияһының архиепискобы Максимға 600 йыл элек яҙған хатында: «Беҙгә ҡурҡыныс тыуҙырған славяндар арҡаһында мин бик ныҡ хәсрәткә батҡанмын һәм тыныслығымды юғалтҡанмын. Һеҙгә теләктәшлек белдерәм, ә славяндарҙың Истрия аша Италияға ла үтеп инә башлауы ла тыныслыҡ килтермәй»[14]. Византий һәм франк сығанаҡтары источники сообщают о воинственности как о характерном признаке хорваттарҙың үҙенсәлекле һыҙаттары тип (Балҡанға килгән башҡа ҡәбиләләр кеүек) һуғышсанлыҡты атай[15].

Константин Багрянородный 620—630-сы йылдарҙы тасуирлаған тексында ете хорват ҡәбиләһе һәм уларҙың юлбашсылары тураһында яҙған[12]. Ул хорваттарҙың Балҡанға күсеүе тураһында былай тип яҙа: улар «Төркиәлә, Франкия эргәһендә, аръяҡта йәшәгән аҡ тип аталған суҡындырылмаған хорваттар, славяндар, йәғни суҡындырылмағанм сербтар менән» сиктәштәр. Аварҙар роман халҡын ҡыуғандан һуң, балҡан хорваттары император Ираклий I-гә күскән. «Поэтому, по повелению василевса Ираклия, эти хорваты, пойдя войной против аваров и прогнав их оттуда, по воле василевса Ираклия и поселились в сей стране аваров, в какой живут ныне»[16]. Артабан Константин Багрянородный: «Василевс Ираклий… крестил хорватов» тип хәбәр иткән[17].

Хорваттар һәм «аҡ хорваттар» VIII—IX быуаттар славяндар картаһында

Константин VII Багрянородный яҙғанса, хорватовтарҙың бер өлөшө, яр буйынан китеп, Паннония һәм Иллирияға эйә була. Шулай итеп, яр буйы йәғни Далматин Хорватияһы һәм Паннон йәки Посав Хорватияһы барлыҡҡа килгән. Көньяҡ Далмацияла (Цетина йылғаһының көнсығышына) был осорҙа серб кенәзлектәре Пагания, Захумье, Травуния һәм Дукля дәүләттәре булған[18][19][20][21][22][23]. По мнению российского историка В. Фрейдзона, Цетина была границей, разделявшей римское и византийское политическое влияние, таким образом став границей между хорватскими и сербскими землями[24].

Шулай уҡ "Поп Дуклянин йылъяҙмаһы"на нигеҙләнгәндә, хәҙерге Албания биләмәләрендә Цетинанан Влёраға тиклем йәйелеп ятҡан Ҡыҙыл Хорватия йәғни «Червонная Хорватия» ла булған. Неретванан көньяҡтараҡ хорват кенәзлектәре булыуы тураһындағы фараздар күпселек тарихсылар тарафынан кире ҡағыла[25].

Славяндар Балҡандың был өлөшөндә антик мәҙәниәт: рим һәм грек яҙмаһы, таш юлдар, сиркәүҙәр, Диоклетиан һарайы; һәм шулай уҡ иллирий ҡәбиләләренең диңгеҙселеге, игенселеге, виноград үҫтереү, малсылыҡ оҫталығы менән осраша[26]. 580—590-сы йылдарҙа аварҙар славяндар менән Далмацияға һөжүм иткән[27]. VII быуат башында славяндар далматин ҡалаһы Салонаны баҫып ала[28]. Тикшеренеүселәрҙең күпселеге посав славяндары VIII быуат аҙағына тиклем аварҙар буйһоноуы аҫтында булғандар. Аврҙарҙан һуң улар франктар власына эләккән. Яр буйы ҡалалары Сплит, Задар һәм Трогир, адриатик утрауҙары менән, Византия биләмәләрендә ҡалған[29]. Романлашҡан иллирийҙар континенталь райондарҙа славяндар менән ҡушылған, тауҙарға ҡыҫырыҡланған (артабанғы быуаттарҙа «влахтар» булараҡ билдәле)[30].

Боронғо хорват дәүләте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ниналағы Изге тәре сиркәүе, яҡынса 800 йыл

Франк яҙма сығанаҡтарында яҙылғанса, Хорват дәүләтселегенең үҙәге Велебит тау һырттарында, в междуречье Цетина һәм Зрмани йылғалары араһында булған. Был урынға яҡын антик дәүерҙән һаҡланып килгән Далмация ҡалалары урынлашҡан. Был өлкәне Король Хорватияһы (X быуатта бында короллек үҙәге урынлашҡан) тип атайҙар. Тап ошонда — Велебит һәм Цетина араһында VII быуаттың беренсе яртыһында хорваттарҙың һәм авар ярсыҡтары ҡушылған иртә славяндарҙың ҡәбилә союздары барлыҡҡа килгән; IX быуатта урындағы халыҡтың атамаһы «хорваттар» тип нығынған (иртә урта быуат халҡы). IX быуатта Крбава, Лика һәм Гацка хорват дәүләте составына — бан идара иткән Бан Хорватияһына ингән[12].

Яҙма сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, хорваттарҙы христианлаштырыу процесы VII быуат башынан IX быуатҡа саҡлы дауам иткән[31]. Хорватия территорияһындағы посав кенәзлегенең беренсе кенәздәре VIII быуаттың икенсе яртыһында христианлыҡты ҡабул иткән[32]. Далмацияның роман руханиҙары VII быуаттан бирле хорват юғары ҡатламын христианлаштырыуҙа әһәмиәтле роль уйнаған. Христианлыҡ, моғайын, рәсми дин булараҡ IX быуатта нығынған[33].

Дәүләттең административ-территориаль берәмеге — Жупа (инглиз Župa) һәм ул кенәз тәғәйенләгән жупан тарафынан идара ителгән. Книн һәм Нин районындағы VIII—IX быуат хорват ҡәберлектәре тап шунда кенәз власы барлыҡҡа килгәне тураһында һөйләй[34]. Хорват дәүләтенең сәйәси-административ ҡоролошо аварҙарҙың ҡәбилә институттары тәьҫирендә төҙөлгән[35]. IX быуаттың беренсе сиреге франк сығанаҡтары Далмацияла һәм Паннонияла бәләкәй славян кенәзлектәре булғанын хәбәр иткән[36]). Ҙур дәүләт берләшмәһе хакимы Франк империяһы вассалы Борн исемле «Далмация кенәзе» булған. Уның вафатынан һуң, «халыҡтың һорауы һәм императорҙың ризалығы буйынса» власть туғанының улы Владиславҡа күскән. Дәүләтселек үҙәге далматин ҡалалары: Сплит, Трогир һәм Задар тирәһендә урынлашҡан. Үҙәге Сисак ҡалаһында икенсе славян кенәзлеге Сава уйһыулығында урынлашҡан булған. Ул IX быуатта барлыҡҡа килгән[37].[38]. VIII быуат аҙағында Далматин Хорватияһы һәм көньяҡ Паннония франктар власы аҫтында булған. 819—822 йылдарҙа Сисакта фриуль маркграфы герцог Балдрикка ҡаршы Людевит Посавский етәкселегендәге ихтилал була. Далматин кенәзе Борна франктар яғына сыҡҡан. Далмация XII быуатҡа саҡлы Византия власы аҫтында булған. Хорват кенәзе Мислав (835—845) Венеция менән далматин ҡалалары өсөн һуғышҡан. 839 йылда Мислав Венеция менән тыныслыҡ килешеүе төҙөй[37]. IX быуатта Хорватияның Посав көнбайыш өлкәһе, моғайын, кенәз Прибина етәкселегендәге Блатен кенәзлеге составына ингән[39][комм. 2]]].

[[Файл:Pluteus with the figure of a Croatia

Хорваттар тураһында телгә алынған Трпимир грамотаһы (852)

IX быуатта хорват хакимдары франк короле Людовик II Немецкийҙың вассал бойондороҡлолоғонда булған[40]. IX быуат башында Нинда латин дини йолаларын үтәгән үҙаллы хорват епископлығы [37] барлыҡҡа килгән. «Хорваттар кенәзе» Бранимир ташындағы яҙыу 870-се йылдарға ҡарай[40]. IX быуаттың икенсе яртыһында династия түңкәрелештәре һөҙөмтәһендә хорват тәхетен кенәздәр Домагой (864—876 йй. тирәһе), Здеслав, Бранимир һәм Мунцимир (Мутимир) (892—910 йй. тирәһе) биләгән[41]. Кенәз Трпимир I-нең 852 йылғы грамотаһында тәүге тапҡыр «хорваттар» тигән этноним барлыҡҡа килгән. 871 йылда хорваттар франктар менән берлектә ғәрәптәрҙән Барий әмирлеген (Италияла) яулап алғандар. Трпимировичтар династияһына нигеҙ һалыусы Трпимир кенәз «хорваттарға аллаһы тәғәлә бүләк иткән кенәз» тип аталған. Тиҙҙән уның вафатынан һуң Хорватия франктар власынан ҡотолған.

878 йылда «Трпимир нәҫеленән» Здеслав вариҫ булып ҡалған. Кенәздәр Книнда ла, Нинда ла, Бихачта ла, Солинда ла, Омишта ла, Шибеникта һәм Биоградта ла йыш ҡына булһалар ҙа, кенәз һарайы Клиста урынлашҡан. Клистан башҡа Книн һәм Нин ҡалалары ла баш ҡала булған (төрлө йылдарҙа ике ҡала ла епископтар резиденцияһы булған[42]) столицами стали города Книн и Нин (оба города в разные периоды были резиденциями епископов[43]).[43]). IX—XI быуаттарҙа бында ике ҙур сиркәү һалынған. Королдән һуң икенсе урында һарайҙағы бан вазифаһы булған[40]. XI быуатта игенселәр араһында ирекле крәҫтиәндәр күпселекте тәшкил иткән[44].

Сплит соборында хорват государенең һүрәтләнеше, XI быуат[45][комм. 3]

925 йылда папа үҙенең хатында хорват хакимы Томислав I-не король тип атаған[46]. Хорват короллеге килеп сығыуын ғәҙәттә тап Томислав исеме менән бәйләйҙәр: Томиславтан башлап хорват хакимдары ғәҙәттә король тип аталған — rex Chroatorum[47]. Томислав үҙенең дәүләтенә Славония ерҙәрен ҡушҡан һәм болгарҙар һәм венгрҙар һөжүмен кире ҡаҡҡан. XIII быуат сплит хронисы мәғлүмәте буйынса, Степан Држислав (969—997) һәм уның вариҫтары «Далмация һәм Хорватия королдәре» булған. Король власы билдәләрен улар Византиянан алған[46].

X быуат уртаһына саҡлы «Хорватия» тигән һуңғараҡ килеп сыҡҡан төшөнсәгә, урындағы һәм сит илдәрҙәге сығанаҡтарҙа «хорваттар ере» тигән[комм. 4], «хорваттар короле» сәйәси термин ҡулланылған[46]. X—XI быуаттарҙағы папа документтарында Хорватияға ҡарата «Славиния», «славиндар ере», «славяндар» терминдары ҡулланылған[48]. IX быуатҡа башында жупандар торған жуп, йәки жупанийҙар телгә алынған. Жупандар тип ғәҙәттә яһаҡ йыйыу хоҡуғына эйә булған юғары ҡатлам ер биләүселәрҙе атағандар. Константин Багрянородный Далматин Хорватияһында урынлашҡан 11 жупты һәм бер бановинаны атап китә[46]. Ирекле игенселәрҙән тыш тағы ла колондар, отроктар (хеҙмәтселәр, сервтар) һәм ҡолдар булған. Рим Папаһы Иоанн VIII Здеславты «ҡәҙерле улым һәм данлыҡлы славян кенәзе» тип атаған. IX быуатта Далматин Хорватияһында Кирилл һәм Мефодийҙың уҡыусылары арҡаһында славян яҙмаһы үҫеш алған. Ҡайһы бер сиркәүҙәрҙә донъяуи мөхиттә лә таралыш алған глаголица ҡулланылған[49]. Беҙҙең көндәргә килеп еткән һәм дәүере билдәләнгән иң боронғо хорват глаголик һәйкәл тип 1100 йылғы "Башчан плитаһы"н күрһәтергә кәрәк[50]. Далмацияла һәм Хорватияла славян ғибәҙәт ҡылыуында 925 йылғы Сплит сиркәү соборы документтары телгә алынған. Был һәм артабанғы сиркәү йыйындары славян ғибәҙәтен тыйһа ла, ләкин ахырҙа сиркәү славян ғибәҙәт яҙмаһын ҡулланыуҙы таныған[49]. Бынан тыш, 925 йылғы сиркәү йыйыны Сплит архиепископлығының Нин һәм башҡа епископлыҡтарын буйһондорған. 927 йылғы Сплит соборында Нин епископлығы бөтөрөлгән: шулай итеп Хорватия сиркәү үҙаллығын юғалтҡан[47].

Петр Крешимир IV дәүерендәге Хорватия

X—XI быуаттарҙа хорват дәүләте составына Сава, Крупа йылғалары бассейнынан төньяҡ-көнсығыштағы Драва йылғаһының урта ағымына саҡлы ерҙәр ингән. Был өлкә Хорватия составына X быуатта ингән һәм Славония (Склавония) атамалы булған, Славонияның бер өлөшө тик XIII быуатта ғына Хорватия тип атала башлаған (шул ваҡытта Славония «короллек» статусын алған). Венеция Далмацияның ҡалаларын һәм утрауҙарын баҫып ала башлағандан һуң, 1000 йылда Хорватия һуғыш башлаған[51]. 1035 йылда Хорватия-Далмация короле итеп венгр короле менән туғанлыҡ мөнсәбәттәре менән бәйле хорват династияһы вәкиле Стефан иғлан ителгән. Ул ваҡытта Посавьела власть банға күскән[52]. Петар Крешимир IV (1058—1073) хакимлығы осоронда Хорватия үҙенең ҡалаларын һәм утрауҙарын кире ҡайтарған. Уның дәүерендә хорват дәүләте ҡөҙәт ҡаҙанған. Был осорҙа дәүләт Славониянан, Далмация һәм Босниянан торған[51]. 1060 йылда Сплитта үткән сиркәү соборы запретил славяндарға, латынды белмәй тороп, сиркәү вазифаларын биләүҙе тыйған[53]. Яҡынса 1060 — 1070-се йылдарҙа Цетина һәм Неретва йылғалары араһындағы ерҙәр Хорватияға күскән[54]. Дмитар Звонимир (1074—1089 йй. идара иткән) папа илселәренән король власы билдәләре алған, һәм 1075 йылда үҙен папаның вассалы тип таныған[51]. 1075 йылда Далмацияныъ күп кенә ҡалалары һәм утрауҙарн норманндар, һәм һуңғараҡ — венециялылар баҫып алған. Трпимировичтарҙың һуңғы хакимы — Степандың (1090—1091) ҡыҫҡа ғына мөҙҙәт идара итеүенән һуң үҙ-ара низағ башлана[55]. XI быуат аҙағында Дмитрий Звонимирға туған тейеш [55] Венгрия короле Ласло I Святой|Ладислав I]][51] [55], Славонияны буйһондора, һәм 1094 йылда Загреб епископлығына нигеҙ һалған. Загреб Славонияның үҙәгенә әйләнгән[51]. Мәҙәни яҡтан иртә феодал Хорватия Византия һәм Италия йоғонтоһонда (Нин, Трогир, Сплит сиркәүҙәре) йәшәгән; IX быуатта барлыҡҡа килгән Задарский соборы (Изге Анастасия соборы) һәм бенедиктин монастырҙары булған[56]). Яҙмала, латындан башҡа, кириллица һәм глаголица менән (ҡыҫҡа ваҡыт эсендә) ижад ителгән славян әҙәбиәте лә булған[57].

Венгрия власы аҫтында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Король Петрҙың Петрова-Гора (Гвозд)тауында вафаты. Рәссам Отон Ивекович

Венгрҙар менән алышта хорват короле Петар Свачич һәләк булғандан һуң, венгр короле Кальман I Книжник (Коломан) огласил свои притязания на хорват тәхетенә дәғүәләшкән. 1387/1388 йылғы ҡулъяҙмала хәбәр ителгәнсә, 1102 йылда Коломан хорват юғары ҡатламын (вельможалар) король һалымынан ҡотолдороу вәғәҙәһе менән Венгр-хорват уния төҙөп Ховатия ерҙәрен Венгрияға ҡушырға ниәт иткән[58]. В том же году Коломан короновался в Биограде[59]. Тарих фәнендә Венгрия нисек Хорватияны үҙенә ҡушҡан: баҫҡынсы юп менәнме әллә килешеү төҙөгәнме, асыҡ ҡына яуап юҡ[60]. Әммә шуныһы билдәле: хорват ерҙәре күпмелер автономия һаҡлап ҡалған[57].

1167 йылда Босния һәм Далмацияның бер өлөшө Срем Византия власы аҫтына эләккән. Шул уҡ осорҙа Венеция бер нисә утрауҙы ҡулына төшөргән. Венгр королдәре Андрее II (1205—1235) һәм Бөйөк Людовик I (1342—1382) осоронда Далмация ҡыҫҡа ваҡыт арауығында состав Венгрия составына ингән, һуңынан Далмация яңынан Венецияға күскән. 1409 йылда венгр тәхтенә претендент Ладислав 100 мең дукатҡа венецианлыларға Далмацияға ҡағылышлы «бар хоҡуҡтарын да» һатҡан. Задарҙан төньяҡтағы утрауҙар ҙа Венецияға күскән[61]. Хорват ерҙәре тик Сень йылғаһы янында ғына диъгеҙгә сыға алған. Хорватия үҙәге төньяҡҡа күскән[62]. 1222 йылда[63] король Андрей II дворяндарға привилегия биргән "Золота булла"ны баҫтырып сығарған. Булла ҡанундары Венгрияла һәм Славонияла эшләгән[62]. XIII башында хорват ерҙәре «Хорватия, Славония һәм Далмация Короллеге» тигән исем ала[64]. XIII быуатта Хорватияла һәм Славонияла саборҙар — идара итеү, оборона, финанс мәсьәләләре хәл ителгән дворян вәкилдәренең йыйылышы барлыҡҡа килгән. Хорватия хорват-далматин һәм славон бановиналарына бүленгән. XVI быаттың беренсе яртыһында төрөктәр баҫып ингәндән һуң дворяндар төньяҡҡа күскән: шул сәбәптән 1533 йылда сабор ултырыштары Загребта үткәрелгән, ә 1557 йылдан саборҙары башҡа саҡырылмаған. XVI быуатта сабор бан кандидатураһын тәҡдим иткән[63]. XIII быуатта Хорватия һәм Славонияла Франкопандар, Зринскийҙар, Качичтар, Шубичтар (далматин ҡалаларына эйә булғандар), Бабоничтар абруйлы дворяндар булғандар. Шубичтар бер нисә тапҡыр Далмацияла бан, Бабоничтар — Славония бандары булған. XIII быуатта жупандан башҡа суд һәм административ власть йөгөн жупания скупщинаһы ла башҡарған[65]. 1241 йылда Венгр короллегенә ховат ерҙәрен бөлгөлөккә төшөргән монгол баҫҡынсылары һөжүм иткән. Түбәндәге хорват ҡалалары үҙидара хоҡуғын һәм «ирекле король ҡалалары» исемен алған: Градец (Загреб), Вараждин (1220), Вуковар (1231), Самобор (1233) һәм Петриня[66]. XIV быуаттан король ҡалалары менән каштеляндар идара иткән. 1260 йылда хорват ерҙәре ике өлөшкә — Славония һәм Далмация менән Хорватияға бүленгән. 1293 йылда үҙаллылыҡҡа ынтылған Павел Шубич үҙен «хорваттар баны» тип иғлан иткән. XIII быуат аҙағында кенәз Брибирскийҙар (Шубичтар) бан вазифаһының нәҫелдән нәҫелгә күсеп бирелеү хоҡуғына эйә булған һәм Хорватияның иң эре ер биләүселәре булып киткәндәр. Был ваҡытта Хорватия сәйәси һәм сиркәү яғынан тарҡау булып ҡалған, һәм берләштереүсе үҙәге булмаған[67].

XII быуат аҙағында «Хорватия һәм Далмация короллеге». Славония Венгрияның өлөшө итеп күрһәтелгән

XIII быуатҡа саҡлы коронация хорват һәм венгр королдәрен тәхеткә ултыртыу айырым башҡарылған. Хорватияла королде ҡайһы берҙә герцог — сын или брат королдең улы йә туған ағаһы алмаштырған; король һарайы Загреб, Задар, Книн йә Бихачта булған. Герцог сабор саҡырған һәм бандар тәғәйенләгән. Славонияла күп кенә венгр дворяндары ла йәшәгән. Хорватияла (Гвозд тауынан көньяҡҡа) венгр феодалдары булмаған[68]. Славонияла Мохач янындағы (1526)ҡаты алышҡа саҡлы феодалдар куновинаны аҡсалата түләгәндәр[69]. Моғайын, диңгеҙ буйҙарында йәшәгән халыҡ XII быуатҡа саҡлы нигеҙҙә роман сығышлы булған. Артабанғы славянлашыу барышында был ҡалалар халҡын айырып әйтеү маҡсатында "латиняндар"тигән атама ҡулланылған[70]. Сығанаҡтарҙа был ҡалаларҙың халҡы «латиняндар» һәм «далматиндар» тип аталған[71]. «Хорватия» Ҡала эсендә «славяндар» ят булған, һәм «Хорватия» ҡала ситендә генә урынлашҡан[70]. XIII быуат аҙағында Трогир, Задар һәм Сплит «Склавония» кенәзен ҡабул итмәҫкә һөйләшкәндәр[71]. Далматинлылар латынь ҡулланған. Сауҙа иткәндә һәм сношениях с венецианлылар менән аралашҡанда итальян телен ҡулланғандар. Славян теле фәҡәт XV—XVI быуаттарҙа ғына көндәлек аралашыу теленә әүерелгән. XVI быуатта далматин авторҙары үҙҙәрен хорваттарға тиңләштерә башлаған[72]. Славонияла йәшәүселәр XV быуатта үҙҙәрен славяндар йә «савонсылар» атаған, Далмациянан сыҡҡандарҙы йә хорваттар йә хорватинам. Славондар үҙ илен Сава йылғаһы атамаһынан Савония тип йөрөткән[73].

Славонияла (Кварнер ҡултығы менән Драва араһында) XII—XIII быуаттарҙа ирекле общинниктар бөтөнләйгә бойондороҡло колон хәленә ҡалған[74]. XIII—XIV быуаттарҙа крәҫтиәндәрҙең күпселеге йөҙөм плантацияларында һәм феодалдарҙың һөрөнтө ерҙәрендә йылына 6 көндән алып 26 көнгә саҡлы барщина хеҙмәтен башҡарған[75]. Хорватияла венгр хакимлығы урынлашҡандан һуң юғары ҡатламдың үҙенсәлекле корпорациялары («generatio», «tribus» йәки «племе») урынлаштырылған. Һәр корпорация үҙенең патроним атамаһына эйә булған. Был «ҡәбиләләр» тураһындағы күп һанлы мәғлүмәт XIV—XVI быуат башына ҡарай. Нигеҙҙә был «ҡәбиләләр» өҫтөнлөккә эйә булған ирекле игенселәрҙән — племичтәрҙән торған. Племичтәрҙең ҡайһы берҙәре бойондороҡло крәҫтиәндәргә эйә булған. «Ҡәбиләләрҙең» айырым ғаиләләре эре магнаттарға әйләнгән, улар араһында Гусичтар «ҡәбиләһенән» кенәз Курьяковичтар, Сначичтар «ҡәбиләһенән» кенәз Нелипчичтәр һәм Шубичтар «ҡәбиләһенән» кенәз Брибирскийҙар[76]. По источникам XIV—XV быуаттар сығанаҡтары буйынса магнаттар күп таҡырҙар племичтәрҙең ер биләмәләрен тартып алғандар[77]. XIV быуат башынан закон Венгрияның бөтөн крәҫтиәндәрен бойондороҡло тип билдәләгән[78]. XV быуатта крәҫтиәндәрҙең имениенән китеү хоҡуғы сикләнгән генә булһа, 1514 йылда бөтөнләй тыйылған. Крәҫтиәндәрҙе крепостной хәленә төшөрөү ер биләүселәргә ауыл хужалығы тауарҙары менән иркенләп һатыу итеү мөмкинлеген тәьмин иткән. XV быуат аҙағынан венгр феодалдарына крәҫтиәндәрҙе язалау хоҡуғы бирелгән[79]. Бойондороҡһоҙлоғон юғалтҡандан һуң, хорват ерҙәре «Хорватия һәм Далмация Короллеге» тигән рәсми атамаһын һаҡлаған. 1184 йылдан башлап Славония менән герцогтар, ә 1215 йылдан — бандар идара иткән[79].

XV быуаттағы хорват глаголик миссалы

Ғәҙәти хоҡуҡ нормаларына нигеҙләнеп хорват телендә яҙылған Винодольский һәм Полицкий статуттары 1288 һәм 1440 йылдарға ҡараған хоҡуҡ һәйкәлдәре[80].

XV быуатҡа глаголик яҙманың сәск атыуы тура килгән. 1483 йылда тәүге глаголик миссал баҫылған. Латиницала яҙылған иң боронғо текст — задарский доминиканский статуты 1345 йылға ҡарай. 1435 йылда Венецияла урта Далмацияның тере ховат телендә беренсе «Евангелистар» әҫәре баҫылған[73]. XV быуаттың икенсе яртыһынан, төрөктәрҙең ҡасып китеүе менән бәйле, Загреб епископлығында күп глаголяштар барлыҡҡа килгән. Славян католик донъяһында фәҡәт Хорватияла ғына славян глаголик яҙмаһы ҡулланылған. Славония XV быуатта үҙенең Венгрияға ҡарағанын аңлаған, ә шул уҡ ваҡытта Далмацияла тәү тапҡыр хорватаңы үҙен күрһәткән[81].

XV быуаттың икенсе яртыһында төрөктәрҙең хорват ерҙәренә системалы рәүештә тәрәнәйә барған баҫып инеүе башланған. 1468—1483 йылдарҙа улар Славония һәм Хорватияны бөлгөнлөккә төшөргән[82]. 1493 йылдың 9 сентябрендә төрөктәргә ҡаршы Крбава янындағы ҡаты алышта хорват ғәскәре еңелеүгә дусар ителә. Шул осорҙан бирле босний мосолмандары даими рәүештә Хорватия һәм Славонияға һөжүм итәләр[83].

Косово яланындағы ҡаты алыштан һуң (1389) Хорватияла һәм Славонияла сербтар урынлашҡан[84]. XV быуатта Балҡандың көньяҡ райондарынан хорват территорияһына бик күп влахтар (роман сығышлы малсылар) күсеп килгән, һәм уларҙың күпселеге һуңғараҡ славянлашҡан. XV—XVI быуаттар сигендә төрөктәр Сремды, артабан Осиекка тиклем Славонияны һәм Хорватияның көньяҡ райондарын баҫып алғандар[84].

Загребта М. Губецты язалау.
Рәссам Отон Ивекович (1912)

XIV быуат аҙағында хорваттар төньяҡҡа, шул иҫәптән Сава һәм Драва йылғалары араһына, күсенә башлай, һәм бында яйлап Хорватия атамаһы нығынған: XVI быуатта был Загреб тирәһендәге ерҙәр булған. Хорват ҡалаларына итальяндар һәм немецтар йәшәргә килгән[84]. 1541 йылда төрөктәр венгр ҡалаһы Буданы яулай[85]. Цетин саборында хорват ижтимағи ҡатламдары Изге Рим имперяһы императоры Фердинанд I Габсбургҡа (1556—1564) ант биргән[86])[87]. 1537 йылда төрөктәр Клисҡа һөжүм иткән, артабан Неретва йылғаһына тиклемге ерҙәргә хужа булғандар[88]. 1550 — 1570-се йылдарҙа бер нисә крәҫтиән ихтилалдары булған. Иң ҙур ихтилал 1573 йылда Матия Губец етәкселегендә булған[89].

XVI быуаттың беренсе яртыһынан хорваттарҙың күпселек өлөшө төрөк власы аҫтында булған[90]. Оҙаҡламай, Мохач янындағы (1526) ҡаты алыштан һуң, төрөктәр көнсығыш Славонияның бер өлөшөн баҫып алған[91]. Феодалдарҙың күпселеге Босниянан Венгрияға һәм Хорватияға ҡасып килгән. Боснияла XVIII быуаттың яртыһынан бөтә игенселәр ҙә нәҫелдән нәҫелгә ер биләүсе булып киткән [90]. Ҡөрьәнгә таянып, ҡади ҡазый суд ҡарары сығарған. Ғәҙәттә штраф һалыу, ауыр язалар ағза имгәтеүҙә (телен, танауын йәки ҡулын киҫеү) ҡулланылған. Үлем язаһы бигерәк рәхимһеҙ булған — ҡаҙыҡҡа ултыртыу. Халыҡты башлыса хаҡ динлеләргә һәм башҡаларға — райяға (көтөү) бүлгәндәр. Христиандар дисәтинә һәм һәр усаҡ өсөн һалым түләгән. Бер нисә йылға бер Истамбулға дәүләт хеҙмәтенә алып китергә балаларын тартып алғандар. Ҡыҙҙарҙы һәрәмгә оҙатҡандар[92].

Сисак янындағы ҡаты алыш (1593)

1592 йылдағы саборҙа төрөктәргә ҡаршы һуғышҡа күтәрелеү маҡсатында, дворяндар һәм руханиҙарҙың да, шулай уҡ ҡала халҡының, өлөшләтә крәҫтиәндәрҙең дә, ҡатнашыуын күҙ уңында тотоп, дөйөм мобилизация тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Сисак янындағы ҡаты алыш менән (1593) 1493 йылдан бирле төрөктәргә ҡаршы алып барылған һуғыштың һаҡланыу осоро тамамланған[93]. XVI быуаттан хорват ерҙәре өс илдең берҙәм короллеген тәшкил иткән «Хорватия, Славония һәм Далмация» короллегенә ингән. Геополитическое название «Хорватия» геосәйәси атама үҙәге Загребта урынлашҡан өлкә биләмәһенә нығынған. Австрия территорияһының был сик буйы һыҙатын хорваттар «ҡасандыр данлыҡлы булған Хорват короллеге ҡалдығы» тип йөрөткәндәр[94].

Венгр короле Матьяш I (Матвей Корвин) Сеньский «капетания»һын — нығытылған участка ойошторғандан һуң, унда хорват-славон Хәрби сиге барлыҡҡа килгән[95]. XVI быуаттың беренсе яртыһында Хорватияға үтеп ингән Реформация бында етди таралыш тапмаған. 1604 йылғы сабор ҡарары буйынса протестанттар Хорватиянан китергә тейеш булған[96]. Австрия Ғосман империяһы сиген һаҡлаған халыҡты ныҡышып үҙенең яғына сығарырға тырышҡан[96]. Күсеп килеүселәрҙең күпселеге король ерҙәрендә, аҙыраҡ өлөшө — алпауыт биләмәләрендә төпләнгән. Ҡасып килеүсе влахтар бында көтөү көткән һәм игенселек менән шөғөлләнгән. Сикте һаҡлаған өсөн бүләк итеп бәләкәй генә ер участкаһы, икмәк, буҫтау бирелгән. Шулай уҡ улар Ғосман империяһы территорияһындағы халыҡты талағандар. Командирлыҡ вазифаларында һәм Сик идаралығындағы килемле урындарҙа немецтар утырған. Ябай сик һаҡлаусылар хорваттарҙан, серб һәм влахтарҙан торған[97]. «Влах» термины менән шартлы рәүештә ғосман биләмәләренән күсеп килгән православие динендәге кешеләрҙе атап йөрөтә башлағандар[98]. XVI быуаттың аҙағына Сиктә 88 нығытылған пункт булған[97]. XVII быуатта венгр дәүләт йыйылышы өс тапҡыр влахтарҙың өҫтөнлөгөн юҡҡа сығарыу буйынса ҡарар ҡабул иткән[99]. Влахтарҙың күпселеге православие динен тотҡан һәм серб теленә күскән. XVIII—XIX быуаттарҙа влахтарҙың серб милли үҙаңы нығынған[100].

Зринский, Франкопан, Ференц III Надашди (немец. Franz III. Nádasdy) һәм уларҙы язалау.

XVII быуатта крәҫтиәндәрҙе эксплуатациялауҙың бер төрө булып улар көн һайын башҡара торған барщина булған. Юғары ҡатламдың шараптан алған мөһим килемдәренең сығанағының береһе уның сиге булған. Сиркәү файҙаһына дисәтинә иген, бал, шарап һәм сусҡа менән түләнгән. Феодалдар сауҙала өҫтөнлөклө урын биләгән[101]. XVII быуат дауамында сик һаҡсылары күп тапҡырҙар баш күтәргәндәр. Сик һаҡсыларының ҙур ихтилалдары Вараждинский генералатында 1665—1666 һәм 1697 йылдарында булған[102].

1669 йылда хорват һәм венгр юғары ҡатламы Габсбургтарға ҡаршы Зринскийҙар-Франкопандар, Ғосман империяһы составында автономия хоҡуғы алыу ниәте менән, йәшерен килешеү төҙөгән[103]. Загребта Фран Крсто Франкопан ҡала халҡын, төрөктәр «динде, азатлыҡты һәм илдең конституцияһын теймәйәсәктәр», тип Пётр Зринскийға ҡушылырға саҡыра. Ике хорват магнаты ла ҡулға алынған һәм 1671 йылдың 30 апрелендә язаланған [104].

1683 йылда төрөктәр Габсбургтарға яңынан һуғыш иғлан иткән, Вена ҡаты алышында (1683) Рәсәйҙән тыуған иленә ҡайтып килгән Юрий Крижанич һәләк булған. Австрий, венециан һәм хорват ғәскәрҙәре төрөктәрҙе сигендергән. Венгрияның, Хорватияның һәм Славонияның күпселек өлөшө 1687 йылға азат ителә. Шул уҡ йылды Леопольд династияның венгр тәхетенә хоҡуғы нәҫел буйынса тапшырыласағын билдәләгән. 1699 йылда Хорватия территорияһы ике тапҡырҙан күберәккә артҡан. Австрия армияһы Сербияға, Боснияға һәм Македонияға баҫып ингән[105], ләкин Франция менән һуғышыуы сәбәпле, сигенергә мәжбүр булған. 1699 йылда Австрия һәм Ғосман империяһы Карловицкий тыныслыҡ килешеүе төҙөгән. Пожаревацкий (1718) һәм Белград тыныслыҡ килешеүе (1739) австрия-төркиә сигендәге хәлде тотороҡландыра. Венгриянан һәм Славониянан Боснияға меңәрләгән төрөктөң һәм мосолман славяндың күсенеүе 1683—1699 йылдарҙағы һуғыштар менән бәйле[106].

«Хорваттар арифметикаһы» (1758)

Славонияла XVIII быуат башында барщина урынына аҡса рентаһы булған. 1737 йылда Славония өсөн тәүге король йөкләмәләре исемлеге — «Карлов урбар» эшләнгән. Крәҫтиәндәрҙең ерен тартып алыу һәм барщина үтәү тыйылған. Шулай ҙа барщина артабан да ҡулланылған. Вировитицкий жупанияһында 1754—1755 йылдарҙа крәҫтиән ихтилалы булған[107]. XVIII быуаттың икенсе яртыһында барщина ауылдың майҙанынан, үҙенең үгеҙҙәрен һәм ҡоралын ҡулланып, аҙнаһына бер көн йәки инвентарһыҙ ғына барып, аҙнаһына ике көн эшләү менән сикләнгән. 1785 йылда Иосиф II крәҫтиәндәргә, хужаһынан китә алыу, һөнәр үҙгәртеү һәм балаларын уҡытыу хоҡуғы менән, шәхси ирек биргән[108]. Ер һаман алпауыттар ҡулында булған[109]. 1726 һәм 1770—1779 йылдарҙа диңгеҙ порттары йүнәлешендә Каролина һәм Йозефина юлдары һалынған. XVIII быуат башында Сава йылға юлы мөһим әһәмиәткә эйә булған[108]. Көнсығыш Славония XVIII быуат аҙағында интенсив немец колонизацияһына дусар ителгән. Быуат аҙағында Славонияла һәм Хорватияла 8 король ҡалаһы һаналған. Загреб һәм Вараждин (Хорватияның иң ҙур ҡалаһы) илдең иҡтисади үҙәгенә әйләнгән: был ҡалаларҙа бай дворяндарҙың һарайҙары урынлашҡан булған. Яр буйында Риека бик шәп үҫешкән[110]. Хорваттар һәм башҡа сик һаҡсылары Австрия тәхете өсөн һуғышта (1741—1748) һәм Ете йыллыҡ һуғышта ҡатнашҡан (1756—1763). XVIII быуат уртаһында немец теле сик һаҡсыларының рәсми теле һәм команда теленә әүерелгән. Сик һаҡсылары Наполеондың Рәсәй походында ла ҡатнашҡан[111].

1767 йылда Мария Терезия Вараждинда Хорватия хөкүмәтенә — Хорват король советына нигеҙ һалған[112]. 1779 йылда хорват ерҙәре, венгр хөкүмәтенә ҡушылғандан һуң, бөтөрөлгән[109]. 1776 йылда Загребта Король фәндәр академияһына нигеҙ һалынған (теология, юридик һәм философик факультеты булған Загреб университеты) [113].

1751 йылдан Славония үҙҙәренең делегаттарын Венгрия дәүләт йыйылышына ебәргән. Шул уҡ ваҡытта Славонияның хорват саборында ла үҙ вәкиллеге булған[114]. Славониялы Матия Антун Релькович 1767 йылда туған теленең "Славон грамматикаһы"н баҫып сығарған[комм. 5]. Хәрби сик айырым административ өлкәне тәшкил иткән[114]. 1776 йылда Вараждинда булған янғын арҡаһында хорват баш ҡалаһы Загребҡа күсерелгән[115]. 1786 йылда Риеканан көньяҡта венгр губернаторы идара иткән Венгр яр буйы барлыҡҡа килгән[114].

1785 йылда Венгрия, Славония һәм Хорватия 10 округҡа бүленгән; Хорватия — Славония айырым административ-сәйәси берәмек булараҡ йәшәүҙән туҡтай[116]. 1787 йылда Хорватияла асылда 648,4 мең кеше йәшәгән. Унда 9121 дворян (өлкән ир-егеттәр) булған. Загребта (Градец общинаһы) 2815 кеше йәшәгән[комм. 6]. XVIII быуатта хорват саборы, илдең административ-финанс үҙаллылығынан башл тартып, Хорватия хөкүмәте тип Венгр Наместник советын таный. Латынь рәсми тел булып ҡалған, ғәскәр араһында хорват халыҡ телен ҡулланыу ҡарар ителгән[117].

1794 йылда епископ Максимилиан Врховац Загребта китаптарҙы латин, немец телдәрендә һәм хорват халыҡ теленең кайкав диалекты телендә баҫҡан типография асҡан. Австрийлылар 1797 йылда Далмацияны оккупациялағандан һуң, ҡайһы бер хорват интеллигенттары был өлкәне Хорватияға ҡушырға хыялланған[118]. Далмацияның идара итеү теле итальян теле булған. Күп ҡалаларҙа уҡытыу итальян телендә алып барылған төп мәктәптәр асылған. Задар семинарияларында һәм Омишҡаға яҡын ерҙәрҙә хорват теле һаҡланған. Хорватияла ергә хоҡуҡ буйынса документтар һәм дворян грамоталары латынь телендә атҡарылған[119].

XIX быуаттың беренсе яртыһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1809 йылда Саванан көньяҡтараҡ ятҡан хорват ерҙәре яңы барлыҡҡа килгән Француз империяһының Иллирий провинцияһына ингән[120]. Австрийҙар 1813 йылда Иллирий провинцияһын яулап алғандан һуң, Далмация Хорватия, Славония һәм Далмация Өс берлек короллегенә инһә лә, туранан-тура Венаға буйһонған. 1816 йылдан 1822 йылға саҡлы Хорватияның засав райондары австрий "Иллирия Короллеге"нә ингән. Далмация тағы ла «Далмация короллеге» тип аталған. XIX быуат уртаһында был австрий провинцияһының күпселеген католиктар, биштән бер өлөшөн — православие динлеләр һәм 3 %-ҡа тиклемгеһен — итальяндар тәшкил иткән. Итальяндарҙан тыш урындағы чиновниктар һәм сауҙагәрҙәр итальян телендә һөйләшкән[121]. XIX быуат аҙағына тиклем Хорватия сиктән тыш артта ҡалған ил һаналған[122].

Людевит Гай

XIX быуаттың беренсе яртыһында хорват ерҙәре бер-береһе менән ныҡ бәйләнмәгән булған, ундағы халыҡ урындағы атамаларын һаҡлаған: хорваттар, славондар, далматиндар[123]. Хорват милләтенең яңынан тыуыуының ойошторолған стадияһы булып иллиризм (1835—1847) торған[124]. Хорват иллиризмы эшмәкәрҙәре, хорват ерҙәрендәге сербтар ҙа улар артынан эйәрер тип уйлағандар һәм «иллирҙар» тигән дөйөм исем аҫтында «милли берҙәмлек» барлыҡҡа килер, тип, күпмелер ваҡыт милли этнонимдан да баш тартырға уйлаған булған. 1832 йә 1832 йылдарҙа Людевит Гай «Хорваттарҙың татыулығы һәм берләшеүе» тигән шиғырында хорват ерҙәрен (словен һәм босний ерҙәрен ҡушып) былай тип билдәләгән: «барыһы ла боронғо дәүләттең хорваттары: Лика, Крбава, Крайна, Штирия, Каринтия, Славония, босняктар, истриянлылар һәм Далмация»[125]. Тиҙҙән Л. Гай үҙенең «Новине» гәзитен кайкавского диалекты теленән штокав һөйләшенә тәржемә иткән[126]. 1840 йылда дворяндарҙың бер-береһе менән дошманлыҡта торған ике партияһы: Венгрияны хорват дворянлығының терәге тип һанаған Хорват-венгр, һәм Европаның алға киткән халыҡтарының берлеген кәүҙәләндергән, иллиризм яҡлы, Иллирий партиялары барлыҡҡа килгән[127]. 1842 йылда «Матица иллирийская» тигән нәшриәт йәмғиәтенә нигеҙ һалынған[128]. 1845 йылда академияла милли телдәр кафедраһын булдырыуға рөхсәт алынған. 1847 йылда бөтә милли йәмғиәттәр урынлашҡан Халыҡ йорто асылған. Загреб хорваттарҙың ысын мәҙәни үҙәгенә әүерелгән. Иллиризм йоғонтоһо нигеҙҙә Хорватияла таралған; Далмацияла һәм Славонияла милли яңырыу аҡрын темп менән үҫкән. 1814 йылдан 1844 йылға саҡлы Далмацияла уҡымышлы кешеләр өсөн бер хорват китабы ла баҫылып сыҡмаған[129].

Йосип Елачич

1844 йылда Анте Кузманич хорват телен киң ҡулланыу идеяларын таратыу өсөн Задарҙа «Зора Далматинска» журналын баҫтыр башлаған. Кузманич Далмацияны хорват милләтен берләштереүсе үҙәк итеп күргән[130]. 1847 йылдың 23 октябрендә сабор милли телде элекке латынь теле урынына рәсми тел итеп раҫлаған[131]. Серб филологы Вук Стефанович Караджич дингә ҡарағанлыҡ буйынса милләт билдәләү мәғәнәһеҙ тип иҫәпләгән. 1849 йылда ул «Ковчежич» йыйынтығында штокав диалектын әҙәби тел тип ҡабул иткән хорваттар уларҙы сербтар тигән («барыһы ла һәм бар ерҙә лә сербтар»)[130]. 1849 йылда Караджич бар халыҡ янында хорват этнонимына ҡаршы сыҡҡан: «Ковчежич» йыйынтығында ул кайкавтарҙы словендарға ҡаратҡан[132].

Австрия империяһында 1848—1849 йылдарҙа тоҡанған революция осоронда консерватив һәм либераль даирәләрҙә яңыртылған Габсбургтар дәүләтен һаҡларға ынтылыш — австрославизм булған[133]. 1848 йылдың 13 майында Сремски-Карловциҙа үҙ аллы Воеводина өлкәһен иғлан итеүсе «Майская скупщина» ойошторолған[134]. 1848 йылдың 23 мартында Йосип Елачич бан итеп тәғәйенләнгән[135]. 1848 йылдың июлендәге Веналағы хорват-венгр тыныслыҡ мәсьәләләре буйынса һөйләшеүҙәрҙә Йосип Елачич венгрҙарҙан, башҡа мәсьәләлр менән бергә, Хорватия һәм Воеводинаның хоҡуҡтарын таныуҙы талап иткән. Артабан ул Венгрияға һуғыш иғлан иткән һәм 11 сентябрҙә Дравала сикте үткән. Пешт ҡалаһына ингән урында Елачичҡа ҡаршылыҡ күрһәтелгән, һәм Елачич Веналағы ихтилалды баҫтырырға йүнәлгән[136]. 1849 йылда Хорватия Венгриянан айырылған, һәм үҙәге Темешварела булған «Серб Воеводинаһы һәм Темеш Банат» өлкәһе булдырылған. 1850 йылдың Төп законы буйынса сик һаҡсылары участкаларға милек хужалығын таныған, хеҙмәт йөкләмәһен бөтөргән[137].

XIX быуаттың икенсе яртыһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Задругалар[комм. 7]1807 йылғы Хәрби сик тураһында законда беренсе тапҡыр ентекләп тасуирлана (ҡара: Фрейдзон (2001), ә 1848 йылдан һуң, задругаларҙа күпселеге ундан да күп кеше булмай. XIX быуатта задругаларҙы бүлеү суд процедураһы аша атҡарылған. Задругаларҙың тарҡалыуы XX быуат уртаһына тиклем дауам иткән[138]. 1848 йылда Хорватияла һәм Славонияла феодаль мөнәсәбәттәрҙе бөтөрөү хаҡында иғлан ителә. XIX быуатта задругаларҙы бүлеү ауыр суд процедураһы аша эшләнгән. 1858 йылдан алып урбариаль судтар эшләй башлай. Крәҫтиәндәрҙең ер биләүселәр менән бәхәстәре киҫкен бәхәстәргә тиклем барып етә. 1857 йылғы патент ер хужаларына аҡса түләү өсөн фонд күҙ уңында тотолғанлыҡтан, ул һатып алыу һалымы иҫәбенә булдырыла. 1908 йылда крәҫтиәндәрҙең ер биләүселәре менән һуңғы суд процесы була ә 1848 йылдан һуң күпселектә ун ағза торған. Задругаларҙың тарҡалыуы XX быуаттың уртаһына саҡлы дауам иткән[138]. 1848 йылда Хорватияла һәм Славонияла феодаль мөнәсәбәттәрҙең бөтөрөлөүе тураһында иғлан ителгән. 1858 йылдан урбариаль судтар эшләй башлаған. Крәҫтиәндәр һәм ер биләүселәр араһында киҫкен конфликттар тоҡанған[139]. 1857 йылғы патент түләп алыу йәки йолом һалымы иҫәбенә формалашҡан ер биләүселәргә юғалтҡан сығымдары өсөн түләү фонды булдырыуҙы күҙ уңында тотҡан. 1908 йылда крәҫтиәндәрҙең ер биләүселәр менән һуңғы суд процесы үткән[140].

Анте Старчевич

1850 йылда Вена—Загреб телеграф линияһы асылған. 1851 йылда регуляр почта эшләй башлаған[141]. 1852 йылда Загребта ҡайһы бер хорват ерҙәрен, шулай уҡ Босния католиктарын берләштергән архиепископлыҡҡа нигеҙ һалынған. Шулай итеп, Хорватия сиркәүе Венгриянан бойондороҡһоҙ булған[137]. 1857 йылда Триеста һәм 1862 йылда Сисакта тәүге тимер юл линиялары үткәрелгән[141].

1850-хсе йылдарҙа Анте Старчевич үҙ идеологияһының төп һыҙаттарын әйтеп биргән: хорваттар — дәүләт барлыҡҡа килтереүсе халыҡ, ә сербтар (servus һүҙенән) — «фәҡир ябай халыҡ»[142]. А. Старчевич — Хорватияның бойондороҡһоҙлоғо яҡлы[143]. Ул хорват ерҙәрен, һәм Хорватияның «төньяҡ-көнбайыш крайы» (йәғни Словенияның) халҡы ризалығы менән, берләштереү кәрәк тип иҫәпләгән[144]. Габсбургтар власы системаһын Старчевич күрә алмаған, һәм немецҡа ҡараған бөтә нимәне "варвар"лыҡ тип иҫәпләгән. Босния мосолмандары ла уның өсөн хорват халҡының бер өлөшө булған[145]. 1850 йылда император 1848 йылдың 10 июнендә үткән саборҙың Хорватия, Славония һәм Далмацияның рәсми теле сифатында халыҡ телен (lingua nationalis) иғлан итеү тураһындағы ҡарарын хуплаған[146]. 1855—1856 йылдарҙан хорват матбуғатында «хорват» этнонимы йышыраҡ ҡулланылған. Шуның менән бергә славон патриотизмы һаҡланыуы Славонияның Хорватиянан оҙаҡ изоляцияла булыуы эҙемтәһе булып тора. Богослав Шулек 1852 йылда далматиндар, славондар һәм дубровчандар — хорваттар тип иҫбатлаған[147]. ГАнтон|А. Мажураничтың грамматикаһы «Slovnica hervatska» (1859) тип аталған. А. Мажуранич серб һәм хорват телдәре — «шул уҡ халыҡтың» «шул уҡ теле» тигән[146]. 1851 йылдан Хорватия мәктәптәрендә немец теле мотлаҡ тел тип тәҡдим ителгән. Математика, физика, тарих һәм тәбиғәт белеме предметтары немец телендә уҡытылған[148]. 1854 йылдан гимназияларҙа дүртенсе кластан немец теле индерелгән[149]. Хорват телендә бары хорват теле һәм Закон Божий дәрестәре генә уҡытылған. 1860 йылда хорват теле гимназияларға кире ҡайтарылған[148].

1860 йылда Венгрияның тарҡаулығы юҡҡа сығарылған. Воеводина һәм Меджумурье тиҙҙән Венгрия составына кире ингән[150]. Австро-Венгрияла Хорватия венгр хөкүмәте власы аҫтында булырға тейеш булған[151]. 1868 йылда Австро-Венгрия халыҡтары араһында хорваттарға киң хоҡуҡтар биргән Венгр-хорват килешеүе төҙөлгән[152]. Сабор администрация, юстиция, сиркәү һәм мәғариф өлкәләрендә закондар сығарыу хоҡуғына эйә булған. Закондарҙы (король тәғәйенләгән) бандар идара иткән хөкүмәт үтәгән [153]. 1866—1867 йылдарҙа Хорват фәндәр һәм сәнғәт академияһы (Югославия фәндәр һәм сәнғәт академияһы) асылған[154]. 1869 йылда Хорватия, Славония һәм Хорват-славон Хәрби сигендә 1,8 млн кеше йәщәгән. Хорватия һәм Славония халҡы араһында католиктар 83 %, православие динлеләр — 15%-тан ашыу (Хәрби сик территорияһында — 49,3 %) тәшкил иткән. Далмацияла шул уҡ йылда 457 мең кеше йәшәгән, уларҙың 82 % католиктар һәм 18 %-ҡа яҡыны — православие динлеләр булған. Истрияла 254,9 мең кешенең 30 % итальяндар һәм 12 % — словендар булған[155].

Австрия империяһында 1848—1849 йылдарҙағы Революция еңелгәндән һуң, бан Иосип Елачич Венгрия революцияһын баҫтырыуында әүҙем ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, Иллирия Короллеге юҡҡа сығарылған һәм хорваттар үҙ автономияларының бик күп өлөшөн юғалтҡан. Иллиризм тыйылған. Венгрия составындағы Хорват автономияһы 1868 йылда яңынан тергеҙелгән; диңгеҙ буйы өлкәләре Австрия Приморьеһы иң уңышлы ерҙәре составына ингән. Әммә автономия атрибуты бик аҙ булған. Территорияһы, сиктәре, урындағы кимәлдәге закондар сығарыу һәм эске эштәр менән идара итеү һаҡланған. Хорватияның башҡарма власы булып хорват иҡтисадын тулыһынса контролдә тотҡан венгр министрлыҡтары хеҙмәт иткән. Венгр хөкүмәте башлығы күрһәтеүе буйынса император бан тәғәйенләгән. Ғәмәлдә венгр парламенты сығарған закон проекттарын, Хорват Саборы тикшереп тә тормайса ҡабул итергә тейеш булған[156].

Эуген Кватерник

1871 йылдың 8 октябрендә хорват патриоты Эуген Кватерник Хәрби сиктең көнбайышында ихтилал күтәрергә маташҡан. Баш күтәреүселәр Хорватияны «швабтарҙан һәм мадьярҙар»ҙан азат булған Милли хөкүмәт иғлан иткән[157]. Боланың өсөнсө көнөнә Кватерник үлтерелгән[158]. Башында бан И. Мажуранич (1873—1880) торған хөкүмәт либераль реформалар үткәргән[159]. 1860—1870-сы йылдарҙа хорват милли хәрәкәтенең төп идея нигеҙҙәренең береһе булып уның идеологы рухани Франьо Рачкийҙың югославизмы торған[160].

1874 йылда «Матица иллирийская» «Матица хорватская» тигән атама алған[161]. 1850-се йылдарҙың икенсе яртыһынан католиктар араһында милли атама булараҡ «хорват» этнонимы тиҙ тарала башлаған[162]. 1850—1860-сы йылдарҙа Далмация халҡын серб һәм хорваттарға айырыу башҡарылған. Далматиндар Хорватия менән берләшеүҙе яҡлаусыларға (аннексионистар) һәм был эшкә ҡаршы тороусыларға (автономистарға) бүленгән[163]. 1868—1869 йылдарҙа хорват теле предметы Задар гимназияһында уҡытыла башлаған. 1869 йылда Дубровник гимназияһы туған телгә күскән[164]. 1877 йылда серб сәйәсмәне Степан Митров Любиша Хорватияның Далмация менән берләшеүенә ҡаршы сыҡҡан. Хорват хоҡуҡ партияһы Босния һәм Герцеговинаны Хорватияға ҡушыуҙы талап иткән[165].

XX быуат башында сербтар һәм хорваттар Босния һәм Герцеговинаның артабанғы яҙмышы буйынса төрлө ҡарашта булғандар. Хорваттар, выступая за присоединение австро-венгерской провинции к Хорватияға австрий-венгр провинцияһын ҡушыу буйынса сығыш яһағанда, төрөктәр баҫып алғанға саҡлы босний ерҙәре Хорватияныҡы булған тип иҫбатлайҙар[166]. 1902 йылда Загребта сербтарға ҡаршы йүнәлтелгән погромдар ойошторолған, һәм «Србобран» тигән серб гәзитендә баҫылған хорваттарға ҡаршы йүнәлтелгән мәҡәлә уның сәбәпсеһе булған[167]. 1912 йылдан Далмацияның эске эштәрендә хорват (серб) теле рәсми тел булараҡ ҡулланыла башлаған. Итальян теле диңгеҙ буйы ҡалаларындағы эленгән алтаҡталарҙа вывеска һәм ике телле матбуғатта ҡулланылған[168]. Беренсе донъя һуғышы (1914—1918) заманында хорват сәйәсмәндәре югослав дәүләтен булдырыу яҡлы сығыш яһағандар[169]. 1915 йылдың октябрендә немецтар Сербияны баҫып алғандан һуң, хорват сәйәси эшмәкәрҙәре югославлыларҙы брләштереүҙә Хорватияның әһәмиәтле роль уйнағанын һыҙыҡ өҫтөнә алғандар. 1916 йылдың мартында сыҡҡан хорват меморандумында былай тиелгән: «Буласаҡ Югославияның баш ҡалаһы Белград түгел, ә Загреб булырға тейеш»[170].

Һуғыштар араһындағы осор

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Австрия һәм Венгрия араһындағы мөнәсәбәттәрҙе өҙөү тураһында иғлан итеү. Загреб, 1918 йылдың 29 октябре

1918 йылдың 29 октябрендә хорват саборы Австрия һәм Венгрия менән дәүләт-хоҡуҡи мөнәсәбәттәрен өҙөүен иғлан иткән: «Далмация, Хорватия, Славония һәм Риека үҙҙәрен Венгрия һәм Австриянан тулыһынса бойондороҡһоҙ Словендар, хорваттар һәм сербтар дәүләте тип иғлан иткән…»[171]. Загребта урынлашҡан Словендар, хорваттар һәм сербтар Халыҡ вечеһы иғлан ителгән дәүләттең Юғары органы булған. 31 октябрҙә ул Антанта илдәре менән һуғыш мөнәсәбәтендә тормауын иғллан иткән. Ноябрь башында итальян ғәскәрҙәре Хорватия һәм Словенияның яр буйҙарын баҫып ала башлай. 24 ноябрҙә Халыҡ вечеһе Сербия менән берләшеү тураһында ҡарар ҡабул иткән. 1 декабрҙә серб тәхете вариҫы Александр I Карагеоргиевич Югославия Короллеген (Сербтар, хорваттар һәм словендар Короллеге) иғлан иткән[172]. Хорватияның сиктән тыш милләтселәре Серб, хорват, словен Короллеге булдырыуҙы хупламаған[173].

Австрия, Италия менән Тыныслыҡ килешеүе буйынса, башҡа күп кенә ерҙәрҙән тыш, Истрияны, Задар һәм дүрт далматин утрауын алған. Риека плебисцит һөҙөмтәһе буйынса Италияға ҡушылған[174]. XIX быуат һуңында 1920-се йылдарҙа башланған эмиграция дауам иткән. Шул ун йыллыҡта ғына 350 мең хорват АҠШ-ҡа күсеп киткән[175]. 1930-сы йылдарға саҡлы Загреб короллектең финанс үҙәге булған[176]. 1928 йылдың 20 июнендә серанған[177]. 1928 йылдың 20 июнендә серб [Пуниш Рачич]], парламентта сығыш яһағанда, ике хорват депутатын атып үлтерә. Степан Радич ҡты яралана[177].

Бановина — Хорватиялағы административ-территория берәмеге

1929 йылдың 6 ғинуарында король Александр Карагеоргиевич диктатураһы урынлашҡан. Дәүләт «Югославия Короллеге» тип атала башлаған. 1929—1935 йылдарҙа Хорватияға донъяны биләгән аграр көрсөк кризис тә йоғонто яһаған. Югославия территорияһы, элекке 33 өлкә урынына 9 бановинаға бүленгән: Загреб Сава бановинаһына, ә Сплит — Приморский бановинаһының административ үҙәктәренә әйләнгән, көньяҡ Далмация үҙәге черногор ҡалаһы Цетинда урынлашҡан Зет бановинаһы составына ингән. Серб, хорват һәм словен Короллегенең «аталарының» береһе — Светозар Прибичевич ҡулға алынған, шунан һуң Чехословакияға сығып ҡотолған[178]. 1929 йылдың ғинуарында депутат Анте Павелич ҡаршы тороу (усташтар) хәрәкәтен барлыҡҡа килтергән. Павелич үҙенең тарафдаштары менән эмиграцияла ла бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш тураһында пропаганда алып барған. Ваҡыт үтеү менән усташтарҙың ҡораллы төркөмдәре барлыҡҡа килгән. Усташтар Муссолини, шулай уҡ Гитлерҙан өлгө алғандар. 1932 йылда усташ хәрәкәтенең, Хорватияны Дринаға саҡлы азат итеү маҡсатында ҡораллы көрәш алып барырға йүнәлтелгән "Устав"ы булдырыла. 1929 йылдан Югославияла иҡтисади көрсөк күҙәтелгән. 1931 йылғы Яңы конституция илдең үҙәкләштерелеүен һаҡлаған. 1932 йылдың 1 ноябренән король сәйәсәтенә ҡаршы яуап итеп крәҫтиән-демократик коалицияһы үҙенең «Загребские пунктации»һы менән Хорватия сербтарын властан ситләштереү һәм яңы дәүләт төҙөү тәҡдиме менән сыға. 1934 йылда король Александр Марселдә һәләк ителә. Милан Стоядинович премьер итеп тәғәйенләнә. Нигеҙ һалынғанынан бирле тәүләп Югославияла «хорват мәсьәләһе» булыуы таныла. Иосип Броз Тито етәкселегендәге Югославия коммунистары союзы (Югославия Коммунистар партияһы [179] 1936 йылға саҡлы, «Версаль килешеүе балаһы» тип, Югославияны юҡҡа сығарыу яҡлы булған. Әммә Гитлерҙың янауын аңлаған Югославия коммунистар партияһы 1936 йылда берләшергә саҡыра. 1939 йылда хорват мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында [180], серб анклавын индергән Хорватия бановинаһы булдырыла. Хорватия автономия хоҡуғын алған; Белград менән бәхәсле мәсьәләләрҙе конституцион суд хәл иткән. 1941 йылда Югославияның Тройственный союзға инеү килешеүе төҙөлгән, әммә 27 мартта власҡа көнбайышҡа яҡын көстәр килә[181].

Уның һөҙөмтәһе булып, Хорват крәҫтиән партияһы лидеры Степан Радич Хорватияла милли азатлыҡ яҡлы була йәки, Югославия составында ысын автономия өсөн көслө хәрәкәт башлана. Хорваттарҙың талаптарын Белград кире ҡаға, сөнки серб юғары идара ҡатламы, Серб, хорват һәм словендар короллегенә ингән бөтә көньяҡ славян территориялары «хәрби приз» тип кенә ҡабул ителгән.[182]. Белградтың бөйөк державалыҡ сәйәсәте королеккә ингән бөтә халыҡтарҙың ҡаршы тороуына килтергән[182].

Бойондороҡһоҙ Хорватия дәүләте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Бойондороҡһоҙ Хорватия дәүләте (1941—1943)

1941 йылдың 6 апрелендә Югославия Германия яғынан һөжүмгә дусар ителә, ә 17 апрелдә баш һала (капитуляция). 10 апрелдә генерал Славко Кватерник яңы Хорватия дәүләтен булдырыу тураһында иғлан итә[183]. Босния ла ҡушылған Хорватия бойондороҡһоҙ дәүләте Италияның[184] «яуаплылыҡ өлкәһендә» була[183]. 1941 йылдың 15 июнендә Хорватия Өсөнсө пактҡа ҡушыла. 22 июндә хорваттарҙан торған фашистарға ҡаршы Европалағы тәүге Сисак партизандар отряды ойошторола[184]. 1944 йылдың 29 ноябренән 5 декабренә тиклем Книн өсөн четниктарға һәм немецтарға ҡаршы һуғыш була. Книнды алғандан һуң, Далмацияны азат итеү тамамлана[185]. 1941 йылдан 1945 йылға тиклем Югославияла өс һуғыш була: милләтселәргә һәм усташтарға һәм уның лидеры йәғни «поглавнигы» Павелич Антеға ҡаршы һуғыш, милләт-ара (хорват, серб һәм мосолмандар ҡатнашлығында) бәрелештәр һәм коммунистар етәкселегендәге партизандар хәрәкәте барған[185]. 8 майҙа Югославия халыҡ армияһы Загреб ҡалаһына ингән[185].

Номиналь рәүештә дәүләт башында король Томислав II торһа ла, реаль власть усташтарға һәм уларҙың лидеры, «поглавнигы» Анте Павелич ҡулында булған. Усташтар илдә сербтарҙы, йәһүдтәрҙе һәм сиғандарҙы юҡ итеүҙе (геноцид) йәйелдергән. Усташтар ҡорбандарының аныҡ һанын иҫәпләү ауыр, АҠШ-тағы Холокост Мемориаль музейы мәғлүмәте буйынса ҡорбандар һаны 330 000—390 000 кеше тәшкил иткән[186]. Р. Уэстың «Иосип Броз Тито: көс власы» китабы һәм Бранимир Станоевичтың «Усташ үлем министры» китабы буйынса һәләк булғандарҙың һаны —330 000—390 000 кеше[187][188], уларҙың күпселеге Ясеновац лагерында имгәтелеүгә дусар булған. Уэст көсләп католик диненә әйләндерелгәндәр серб һаны — 300 000[189].

НГХ армияһы югослав партизандарына ҡаршы, шулай уҡ Көнсығыш фронтта барған хәрби хәрәкәттәрҙә әүҙем ҡатнаша[190]. Полковник М. Месич етәкселегендәге Хорватия легиондары Сталинград янында ҡыйратыла[190].

Һуғыш ваҡытында Хорватияның күп кенә ҡалалары, союздаштар авиацияһы дусар иткән бомбардировкалар барышында ныҡ зыян күрә. Иң ҙур зыян Задар ҡалаһына килтерелә, унда биналарының 75 % емерелә[191].

Социалистик Югославия

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1945 йылдың 7 мартында Белградта Тито етәкселегендәге Демократик Федератив Югославияның ваҡытлыса хөкүмәте ойошторола. 14 апрелдә Сплитта В.Бакарич етәкселегендә Федераль Хорватия хөкүмәте формалаша[185]. 1946 йылдың 31 ғинуарында алты республиканан, шул иҫәптән Хорватияны ла индереп (26 февралдән - Хорватия Халыҡ Республикаһы), ФНРЮ Конституцияһы иғлан ителде [185]. 1945 йылдың 29 ноябрендә Югославия Федератив Халыҡ Республикаһы иғлан ителде. Немецтар Югославиянан һөрөлгән. Хорватия составына Далмация, Меджумурье һәм Истрия инә. Хорватия анклавтарындағы сербтар «дәүләтте барлыҡҡа килтереүсе халыҡ» статусына [192] эйә була. 1946 йылдың аҙағында урта һәм ҙур предприятиеларҙы национализациялау тураһында закон сыға[193]

Хорват әҙәби теленең исеме һәм положениеһы тураһында декларация (1967)

Югославияның 1953 йылғы яңы конституцияһы республикаларҙың компетенцияһын киңәйтә[194]. 1950-се йылдар аҙағынан алып 1960-сы йылдарҙың тәүге яртыһына тиклем иҡтисад юғары темптар менән үҫешә. Хорватия яр буйында туризм үҫешкән. Крәҫтиәндәргә ер һәм сауҙа менән шөғөлләнеү хоҡуғы бирелә. Илдә сит ил әҙәбиәте барлыҡҡа килде. Һәр гражданин «юл йөрөү» («выездной») паспортын алған. Иҡтисади үҫештең нигеҙе булып йыш ҡына урынлы файҙаланылмаған сит ил ярҙамына иҫәп тотоу торған. Ватан тауарҙары көнбайыш көнәркәшлегенән ҡалыша. Тышҡы бурыс менән бергә илдә инфляция ла үҫкән. Милләт-ара мөнәсәбәттәрҙә Көньяҡ славян халыҡтарының «туғанлыҡ һәм берҙәмлек» принцибы өҫтөнлөк иткән[195]. 1963 йылғы Конституция буйынса дәүләт яңы исем алды - Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[196]. 1960 йылдар уртаһында иҡтисади көрсөк башлана. Хорватияла йән башына етештереү (йәмәғәт продукты) дөйөм алғанда Югославия кимәленән артыҡ булған: 1947 йылда ул (дөйөм югославия күрһәткесе менән сағыштырғанда) 104 %, 1953 йылда - 116 %, 1965 йылда - 120 %, 1975 йылда - 124 % һәм 1988 йылда 128 % тәшкил иткән. Шулай итеп, Словения һәм Воеводина менән бергә Хорватия илдең бай Төньяғын тәшкил иткән[197].

1970 йылдар башында Югославияла сәйәси көрсөк күҙәтелгән. Хорватия етәкселәре, уларҙың республикаһында башҡа республикалар, айырыуса Сербия бар, тип иҫәпләгән[198]. Хорватия ҡораллы көстәренең үҙаллылығы һәм бойондороҡһоҙлоғо талаптарына яуап итеп, Хорватия анклавтарындағы серб халҡы ҡораллана башлаған. 1971 йылдың 22 ноябрендә Хорватияның милли талаптарҙы хуплаған 30 мең студенты һәм гимназисы срокһыҙ забастовка башлай. Бер төркөм етәкселәр постан алынғандан һуң, тыштан ҡарағанда хәлдәр яйға һалынған[199]. 1971 йылда бик күп тәнҡитселәр, шул иҫәптән Франьо Туджман да, төрмәгә ябыла[200]. Эмиграцияла экстремистик төркөмдәр, элекке Бойондороҡһоҙ Ховатия дәүләте (НГХ) яҡлылар барлыҡҡа килгән[201]. 1974 йылғы Конституция республикаларҙың компетенцияһын тағы ла киңәйткән[199]. 1968 йылда Югославия халыҡтары Чехословакияны баҫып алыуға ҡаршы стихиялы протест акцияларында әүҙем ҡатнаша[200].

Иҡтисад буйынса Хорватия Югославия Социалистик Федератив Республикаһының үҫешкән төбәге тип һаналған. Әгәр дөйөм алғанда, Югославия Социалистик Федератив Республикаһы буйынса 1979 йылда эшһеҙлек кимәле 15,52 % тәшкил итһә, Хорватияла иһә был күрһәткес 5,68 % ҡына булған[202]. Шул уҡ йылда Хорватияла сабыйҙар үлеменең кимәле 1000 кешегә 19,2 кеше тәшкил иткән (дөйөм алғанда, Югославия Социалистик Федератив Республикаһында - 1000 кешегә 32,2 кеше) [202]. Шуға күрә Хорватия етерлек кимәлдә үҫешмәгән төбәктәргә (Черногория, Косово, Македония һәм Босния) махсус федераль ярҙам фондына аҡса күсерергә тейеш ине. 1981-1985 йылдарҙа күсерелгән хорват аҡсаһы СФРЮ төбәктәре фондҡа күсергән средстволарҙың 25,5 %-н, ә 1986-1990 йылдарҙа - 23,3 %-н тәшкил иткән[203]. Загреб был фондтан аҡса алмаған. Хорватия һәм Югославия Социалистик Федератив Республикаһының башҡа төбәктәренең үҫеш кимәлендә өҙөклөк артҡандан-арта барған. 1952 йылда артта ҡалған Босния һәм Герцеговинала йән башына эске тулайым продукт - 391 динар, ә Хорватияла 554 динар тәшкил итһә, 1971 йылда был күрһәткестәр 4622 һәм 8738 динар булған[202].

Милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә мәсьәләнең ҡатмарлылығын яҡшы аңлаған Тито серб милләтселеген дә, хорват милләтселеген дә тамырынан өҙөп, аҡыллы һәм төплө сәйәсәт алып барған. Мәҫәлән, 1950 йылда Хорватияның өс министры (Жигич, Бркич һәм Опачич) Хорватияның Сербия райондарын яҡлап сығыш яһай. Бынан һуң өсөһө лә вазифаларынан бушатылған һәм Голи-Оток лагерына ебәрелгән [204]. Әммә һуғыштан һуң Югославия Социалистик Федератив Республикаһына тапшырылған Истрия, Задар, Црес, Лошинь һәм Ластовоға был сәйәсәт йәйелдерелмәгән. Күпселек Адриатика итальяндары коммунистик хөкүмәт баҫымы аҫтында 50-се йылдарҙа Италияға күсеп киткән.

1971 йылда Хорватияла көньяҡ славян социализмын реформалаштырыуҙы һәм Югославия составында Хорватияға күберәк үҙаллылыҡ биреүҙе яҡлап сығыш яһаған урындағы партия лидерҙары яҡлауын файҙаланған ижтимағи-сәйәси хәрәкәт киң ҡолас алған. Тито ҡыҫылғандан һуң, хәрәкәттең төп лидерҙары репрессиялана, Югославия коммунистар партияһының (КПЮ) хорват секцияһынан 1000-дән ашыу кеше ҡыуыла, 400-ләп кеше, башлыса студенттар һәм партия ағзалары, хөкөмгә тарттырыла. 1971 йылғы ваҡиғалар тарихнамәлә «Хорват яҙы» тип атала. 1974 йылғы сәйәси реформа һөҙөмтәһендә Югославия республикалары ҙур автономияға эйә була һәм шул рәүешле хәрәкәт башлыса үҙ маҡсаттарына ирешә

Хорватия Гербы (1947—1990)

1980 йылда, Титоның үлеме һәм коммунистик илдәрҙәге дөйөм көрсөк арҡаһында, 90-сы йылдар башында Югославияның тарҡалыуына килтергән оҙайлы сәйәси һәм иҡтисади көрсөк башлана.

Сербияла власҡа Слободан Милошевич килгәс, уның төркөмө Югославияның ҡайһы бер республикаларында, шул иҫәптән Хорватияла, сербтарҙың хәлен нығытыу кәрәклеге тураһында һөйләй башланы. 1986 йылда Серб фәндәр һәм сәнғәт академияһының меморандумы баҫылып сыға, унда Югославияла сербтарҙың тиңһеҙлеге тураһында әйтелә, Боснияла һәм Хорватияла сербтарҙың хоҡуҡтарын киңәйтеү талабы ҡуйыла. Республикала милләтселекте пропагандалау көсәйтелә[205]. 1989 йылда илдәге хәл һәм иҡтисади көрсөк тиҙ ҡатмарлашҡан. 1989 йылдың мартында Хорватия иҡтисадсыһы Анте Маркович премьер итеп тәғәйенләнә. Киң хосусилаштырыу планлаштырылған[206]. Хорватияла коммунистарҙың власы тиҙ тарҡалған. Элек милләтселекте һәм антикоммунизмды пропагандалаған Ф. Туджман етәкселегендәге Хорватия демократик берләшмәһе (ХДС) иң популяр булған[207]. Часть Хорват милләтселәренең бер өлөшө сербтарҙы республиканан ҡыуырға теләгән[208]. Христиан-демократик ХДС нефть-газ реабилитациялау буйынса кампанияны хупланы[207]. Хорватия милләтселәренең бер өлөшө сербтарҙы республиканан ҡыуып сығарырға теләгән[208].

1990 йылда Словенияла булған ваҡиғалар[комм. 8]хорваттарҙы илһамландырған. 1990 йылдың апрель-май айҙарында һайлауҙа урындарҙың өстән ике өлөшөн алған Хорват демократик берләшмәһе (ХДС) Югославиянан сығырға ниәтләй. 1991 йылдың июнендә Хорватия Конституцияһына суверенлы дәүләт иғлан иткән төҙәтмә индерелә[209].

1990 йылда Хорватияла тәүге ирекле һайлауҙарҙа Ф. Туджман етәкселегендәге Хорватия демократик берләшмәһе еңеү яуланы. Яңы властар шунда уҡ декоммунизацияға тотондо. 1990 йылда Загребтың бер нисә урамына һәм майҙанына яңы исемдәр бирелде (мәҫәлән, Ленин майҙанына король Петар Крешимир IV исеме бирелде), мәктәптәрҙә «зыянлы коммунистик идеология» булараҡ марксизмды уҡытыу бөтөрөлдө, ә балаларға уҡытыусыларына «әфәнде», «ханым» тип мөрәжәғәт итергә ҡушылды, Загреб университетында католик факультеты тергеҙелде[210]Ҡалып:Не АИ.

Хорват әҙәби теленең атамаһы һәм хәле тураһында декларация (1967)
Хорватия Гербы (1947—1990)

Хорватия Республикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер төркөм тикшеренеүселәр фекеренсә, Хорватияла тиҙ арала Франьо Туджмандың авторитар милләтсе режимы урынлаштырылған[211][212]. Хорватияның сәйәси партиялары һәм ойошмалары республиканың этномилли нигеҙҙәге дәүләт-сәйәси ҡоролошон булдырыуҙы белдерҙе һәм уның бойондороҡһоҙлоғона (суверенитетына) курс иғлан итте. Хорватия киң мәғлүмәт саралары йыш яҡтыртҡан хорват милләтселеге идеологтары хорваттарҙың милли-этник үҙенсәлектәренә һәм үҙ дәүләтселегенә тарихи хоҡуҡтарын нигеҙләргә ынтылды. Көньяҡ славян халыҡтарының «туғандашлыҡ һәм берҙәмлек» идеологияһы этномилли яңырыу һәм үҙ аллы дәүләт төҙөү концепцияһына алмаштырылды[211].

1991 йылда Югославия Халыҡ Армияһының һөжүме

Республиканың бойондороҡһоҙлоғо талаптарына һәм дискриминация булараҡ баһаланған хорватия хөкүмәте сараларына яуап итеп, сербтар тәүҙә Хорватияла мәҙәни, ә һуңынан сәйәси автономия талап итеү тураһында белдерҙе[213][214][215]. 1991 йылда Хорватияла сербтарҙың 12,2 % йәшәгән[216]. Сербтарҙың күпселеге Банияла, Сремала, Ликала, Кордунда һәм Төньяҡ Далмалияла иҫәпләнгән[207]. 1990 йылдың йәйендә улар Краина автономиялы өлкәһен ойоштороу тураһында иғлан итә[217]. Книнда Сербия милли вечеһы барлыҡҡа килә. Сербтар Далмация йүнәлешендәге тимер юл һәм электр тапшырыуын бикләй[218]. 1990 йылдың декабрендә Книн ҡалаһында Краинаның Сербия автономиялы өлкәһен ойоштороу тураһында иғлан ителә[219].

1991 йылдың башында бәхәсле биләмәләр арҡаһында ҡораллы бәрелештәр була, апрель-май айҙарында киң масштаблы һуғыш башлана. Ике яҡ та төп халыҡты ҡыуып сығарыу менән шөғөлләнгән. Хорватия ғәскәрҙәре Югославия халыҡ армияһы менән һуғыш алып барған[216]. 1991 йылдың 25 июнендә Хорватия һәм Словения бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткән. Германия был республикалар яҡлы була. Республика территорияһының өстән бер өлөшөн краин сербтары һәм Югославия халыҡ армияһы (ЮНА) контролгә алған[220].

Шулай уҡ һуғыш башланыу менән ике яҡ та этник таҙартыу үткәргән. Симон Визенталь раҫлауынса, хорват ғәскәрҙәре тәүгеләрҙән булып этник таҙартыу башлаған, контролдәге биләмәләрҙән 40 000 самаһы сербты ҡыуып сығарған. Бәрелеш йылдарында Хорватия ғәскәрҙәре 350 000 ашыу сербты ҡыуып сығарған. Үҙ иғлан иткән Сербия Республикаһы биләмәһенән этник таҙартыу барышында кәмендә 170 000 хорват һәм серб милләтенә ҡарамаған башҡа халыҡтар ҡыуылған[221][222]. Үҙиғлан ителгән Сербия Республикаһы биләмәһенән этник таҙартыу барышында кәмендә 170 000 хорват һәм Сербия милләтенә ҡарамаған башҡа халыҡтар ҡыуылған[223].

Вуковар өсөн көрәш Хорватияла ғәйәт ҙур патриотик күтәрелеш тыуҙырҙы, уның барышында Вуковар ҡалаһындағы Хорватия частары оҙаҡ ваҡыт Югославия халыҡ армияһының (ЮНА) күп һанлы, ләкин насар ойошҡан көстәренә уңышлы ҡаршы тора. Сербтар өс айлыҡ һуғыштан һуң ғына нигеҙенә тиклем емерелгән ҡаланы ала алған. Һуғыш барышында ике яҡ та һөжүм итеү операцияларын башҡара. Югославия халыҡ армияһы һәм край сербтары көстәре Славония менән Далмацияның бер өлөшөн үҙ контроленә алды, әммә Югославия халыҡ армияһы төп бурысын — Хорватияның бөтә серб өлкәләрен контроль урынлаштырыуҙы үтәй алманы. Хорват армияһы Югославия халыҡ армияһынан һәм урындағы сербтарҙан Далмация һәм Көнбайыш Славониялағы ҡайһы бер өлкәләрҙе тартып алды. Оҙаҡламай Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы яҡлауында башланған һөйләшеүҙәр килешеүгә ҡул ҡуйыуға килтерҙе[224][225][226].

Бер нисә тапҡыр хорват армияһы өҙгән[227][228] тыныслыҡ 1995 йылдың майына тиклем һаҡлана, ул саҡта «Молния» операцияһы барышында Хорватия ғәскәрҙәре Көнбайыш Славонияны яулай. Шул уҡ йылдың авгусында «Буря» операцияһында Хорватия армияһы бер нисә көн эсендә Сербия Краинаһы ҡораллы көстәренең төп өлөшөн тулыһынса тар-мар итә һәм Книнды һәм уға сиктәш территорияларҙы ил составына кире ҡайтара. Хорваттарҙың хәрби операцияһы төбәктәге серб халҡының күпләп таралышып китеүенә килтерҙе. Был еңеүҙән һуң Президент Туджманға маршал исеме бирелә. Краинаның Көнсығыш Славонияла, Бараньела һәм Көнбайыш Сремала ҡалған өлөшө 1998 йылда тыныс юл менән СФРЮ заманындағы Хорватия составына ҡайтарылып, Хорватия сиктәренең тулыһынса тергеҙелеүенә килтерҙе[229][230][231][232].

1999 йылда президент Туджман вафат булғандан һуң, президент һайлауҙары үтте, унда Хорватия Халыҡ партияһы (Либерал демократтар) лидеры Стип Месич еңде[233].

Хорватия хөкүмәтенең төп бурысы булып күп йыллыҡ һуғыштан һуң ил иҡтисадын тергеҙеү, шулай уҡ Европа структураларына, тәү сиратта Европа союзына интеграцияланыу торҙо. 2009 йылдан ил Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошма (ОБСЕ), Европа Советы һәм Төньяҡ Атлантик килешеүе ойошмаһы (НАТО) ағзаһы булып тора[234][235].

Хорватия властары уйлауынса, Европа союзына илткән юлдағы һуңғы формаль ҡаршылыҡ 2005 йылдың 8 декабрендә генерал Анте Готовинды ҡулға алыу менән юҡҡа сығыр тип уйлаған. Әммә Хорватияны Евросоюзға ҡабул итеү процесы бер нисә йылға һуҙыла. Был ваҡиға 2011 йылда булыр, тип күҙалланғайны, ләкин 2011 йыл башында Европарламент, ришүәтселеккә ҡаршы торған закон ҡабул итеү һәм илдәге суд системаһын реформалау кәрәклеге һылтауы менән, йәнә Хорватияны Евросоюзға индереү мәсьәләһен хәл итеүҙе кисектерә[236]. Шуға ҡарамаҫтан, 2011 йылдың июлендә Европа союзы илдәре лидерҙары Хорватияның Европа союзына инеүен хупланы. 2012 йылдың 22 ғинуарында Хорватияла референдум үтте, унда һайлаусыларҙың күпселеге (66,25 %) илдең Европа союзына инеүе өсөн тауыш бирҙе[237]. Хорватия граждандарының 33,15 % евроинтеграцияға ҡаршы сығыш яһаны[238]. 2013 йылдың 1 июлендә Хорватия Европа Союзына ағза итеп алынды [239][240].

Комментарии
  1. Хорваттар үҙҙәре Балканда миграция, славянлаштырыу йә этнонимды тапшырыу барышында ирандарҙан йә төрөктәрҙән килеп сығыуы мөмкин тигән фекерҙәр ҙә әйтелде. См.: Акимова, О. А. Развитие общественной мысли в раннесредневековых государствах на Западе Балкан // Общественная мысль славянских народов в эпоху раннего средневековья. — М., 2009. — С. 156.
  2. Сохранилась в копии XVI века, см.: Фрейдзон (2001), стр. 15.
  3. Правитель, изображённый на барельефе, не известен, см.: Акимова, О. А. Развитие общественной мысли в раннесредневековых государствах на Западе Балкан // Общественная мысль славянских народов в эпоху раннего средневековья. — М., 2009. — С. 187.
  4. Нәҡ боронғо рус сығанаҡтарындағы кеүек: һуңғараҡ барлыҡҡа килгән илдең исеменән алда «рус ере» тигән атама ҡулланғандар, см.: Фрейдзон (2001), стр. 16.
  5. Релькович үҙен славонлы тип иҫәпләгән, ул идара иткән дәүерҙә хорват этнонимы Славонияла, см.: Фрейдзон (2001), стр. 87.
  6. Был Риека, Вараждина, Копровница һәм Карловацтағы халыҡ һанынан аҙыраҡ, см.: Фрейдзон (2001), стр. 90.
  7. Задруга была впервые детально описана в законе о Военной границе 1807 года, см.: Фрейдзон (2001), стр. 123.
  8. 2 июля 1990 года парламент Словении принял декларацию о суверенитете республики. В декабре 1990 года там прошёл референдум, на котором 88 % проголосовало за полный суверенитет республики. См.: Фрейдзон (2001), стр. 275.
Комментарии
Сығанаҡтар
  1. История Югославии, 1963, с. 4949
  2. Энциклопедия стран мира. — М.: Экономика, 2004. — С. 427.
  3. Суперизвержение не уничтожило балканских неандертальцев
  4. Долуханов, П. М. География каменного века. — М.: Наука, 1979. — С. 128.
  5. История Югославии, 1963, с. 1313
  6. История Югославии, 1963, с. 1515
  7. История Югославии, 1963, с. 2020
  8. История Югославии, 1963, с. 2222
  9. История Югославии, 1963, с. 2323
  10. История Югославии, 1963, с. 2424
  11. Развитие этнического самосознания славянских народов в эпоху раннего средневековья. — М.: Наука, 1982. — С. 167.
  12. 12,0 12,1 12,2 12,3 Фрейдзон, 2001, с. 11
  13. Развитие этнического самосознания славянских народов в эпоху раннего средневековья. — М.: Наука, 1982. — С. 168.
  14. Фрейдзон, 2001, с. 10
  15. Акимова, О. А. Развитие общественной мысли в раннесредневековых государствах на Западе Балкан // Общественная мысль славянских народов в эпоху раннего средневековья. — М., 2009. — С. 171.
  16. Развитие этнического самосознания славянских народов в эпоху раннего средневековья. — М.: Наука, 1982. — С. 170.
  17. Развитие этнического самосознания славянских народов в эпоху раннего средневековья. — М.: Наука, 1982. — С. 172.
  18. Раннефеодальные государства на Балканах VI—XII вв. / Литаврин Г.Г.. — Москва: Наука, 1985. — С. 198.
  19. Чиркович Сима. История сербов. — М.: Весь мир, 2009. — С. 18. — ISBN 978-5-7777-0431-3.
  20. Листая страницы сербской истории / Е.Ю. Гуськова. — М.: Индрик, 2014. — С. 13. — ISBN 978-5-91674-301-2.
  21. История Югославии. — Москва: Издательство Академии Наук СССР, 1963. — Т. 1. — С. 62.
  22. Макова Е.С. Сербские земли в Средние века и Раннее Новое время // История южных и западных славян / Матвеев Г.Ф., Ненашева З.С.. — Москва: Издательство Московского университета, 2008. — Т. 1. — С. 61. — ISBN 978-5-211-05388-5.
  23. Седов В. В. Славяне: историко-археологическое исследование. — М.: Языки славянской культуры, 2002. — С. 495. — ISBN 5-94457-065-2.
  24. Фрейдзон В.И. История Хорватии. Краткий очерк с древнейших времен до образования республики (1991 г.). — Спб: Алетейя, 2001. — С. 18. — ISBN 5-89329-384-3.
  25. Константин Багрянородный о происхождении и ранней истории хорватов: Великая Хорватия и белые хорваты. Дата обращения: 7 ғинуар 2017.
  26. Фрейдзон, 2001, с. 9
  27. История Югославии, 1963, с. 31
  28. История Югославии, 1963, с. 32
  29. История Югославии, 1963, с. 50
  30. История Югославии, 1963, с. 33
  31. Славяне и соседи. Славянский мир между Римом и Константинополем. — М., 2000. — С. 11.
  32. Славяне и соседи. Славянский мир между Римом и Константинополем. — М., 2000. — С. 10.
  33. История архиепископов Салоны и Сплита. — М.: Индрик, 1997. — С. 166.
  34. Фрейдзон, 2001, с. 13
  35. Акимова, О. А. Формирование хорватской раннефеодальной государственности // Раннефеодальные государства на Балканах (VI—XII вв.). — М.: Наука, 1985. — С. 241.
  36. Развитие этнического самосознания славянских народов в эпоху раннего средневековья. — М.: Наука, 1982. — С. 173.
  37. 37,0 37,1 37,2 Фрейдзон, 2001, с. 14
  38. Развитие этнического самосознания славянских народов в эпоху раннего средневековья. — М.: Наука, 1982. — С. 174.
  39. История Югославии, 1963, с. 52
  40. 40,0 40,1 40,2 Фрейдзон, 2001, с. 15
  41. Ракова, С. и др. Процессы государственного развития у хорватов и сербов в IX—XI вв. // Раннефеодальные государства и народности (южные и западные славяне VI—XII вв.). — М.: Наука, 1991. — С. 152.
  42. Акимова, О. А. Формирование хорватской раннефеодальной государственности // Раннефеодальные государства на Балканах (VI—XII вв.. — М.: Наука, 1985. — С. 242.
  43. 43,0 43,1 Акимова, О. А. Формирование хорватской раннефеодальной государственности // Раннефеодальные государства на Балканах (VI—XII вв.). — М.: Наука, 1985. — С. 242.
  44. Фрейдзон, 2001, с. 15, 16
  45. История Югославии, 1963, с. 55
  46. 46,0 46,1 46,2 46,3 Фрейдзон, 2001, с. 16
  47. 47,0 47,1 История Югославии, 1963, с. 54
  48. Развитие этнического самосознания славянских народов в эпоху раннего средневековья. — М.: Наука, 1982. — С. 177.
  49. 49,0 49,1 Фрейдзон, 2001, с. 17
  50. Развитие этнического самосознания славянских народов в эпоху зрелого феодализма. — Наука, 1989. — С. 156.
  51. 51,0 51,1 51,2 51,3 51,4 Фрейдзон, 2001, с. 19
  52. Фрейдзон, 2001, с. 18
  53. История Югославии, 1963, с. 58
  54. Акимова, О. А. Формирование хорватской раннефеодальной государственности // Раннефеодальные государства на Балканах (VI—XII вв.). — М.: Наука, 1985. — С. 239.
  55. 55,0 55,1 55,2 История Югославии, 1963, с. 60
  56. Фрейдзон, 2001, с. 23
  57. 57,0 57,1 Фрейдзон, 2001, с. 22
  58. Фрейдзон, 2001, с. 20
  59. Раннефеодальные государства и народности: южные и западные славяне (VI—XII вв.). — Наука, 1991. — С. 186.
  60. Фрейдзон, 2001, с. 21
  61. Фрейдзон, 2001, с. 26
  62. 62,0 62,1 Фрейдзон, 2001, с. 27
  63. 63,0 63,1 Фрейдзон, 2001, с. 28
  64. История Югославии, 1963, с. 145
  65. Фрейдзон, 2001, с. 29
  66. Фрейдзон, 2001, с. 30
  67. Фрейдзон, 2001, с. 31
  68. Фрейдзон, 2001, с. 32
  69. Фрейдзон, 2001, с. 33
  70. 70,0 70,1 Фрейдзон, 2001, с. 34
  71. 71,0 71,1 Фрейдзон, 2001, с. 35
  72. Фрейдзон, 2001, с. 39
  73. 73,0 73,1 Фрейдзон, 2001, с. 40
  74. История Югославии, 1963, с. 148, 149
  75. История Югославии, 1963, с. 149
  76. История Югославии, 1963, с. 147
  77. История Югославии, 1963, с. 148
  78. Фрейдзон, 2001, с. 24
  79. 79,0 79,1 Фрейдзон, 2001, с. 25
  80. Фрейдзон, 2001, с. 51
  81. Фрейдзон, 2001, с. 41
  82. Фрейдзон, 2001, с. 43
  83. Фрейдзон, 2001, с. 44
  84. 84,0 84,1 84,2 Фрейдзон, 2001, с. 46
  85. Фрейдзон, 2001, с. 45
  86. Габсбурги. // bigenc.ru. Дата обращения: 2017-1-16. 2017 йыл 5 ғинуар архивланған.
  87. Фрейдзон, 2001, с. 47
  88. Фрейдзон, 2001, с. 48
  89. Фрейдзон, 2001, с. 69
  90. 90,0 90,1 Фрейдзон, 2001, с. 52
  91. История Югославии, 1963, с. 156
  92. Фрейдзон, 2001, с. 53
  93. Фрейдзон, 2001, с. 55
  94. Фрейдзон, 2001, с. 56
  95. Фрейдзон, 2001, с. 56, 57
  96. 96,0 96,1 Фрейдзон, 2001, с. 57
  97. 97,0 97,1 Фрейдзон, 2001, с. 58
  98. Макова, Е. С. Хорватские земли в Средние века и Раннее Новое время // История южных и западных славян. — М.: Издательство Московского университета, 2008. — С. 98.
  99. Фрейдзон, 2001, с. 59
  100. Фрейдзон, 2001, с. 60
  101. Фрейдзон, 2001, с. 70
  102. История Югославии, 1963, с. 248
  103. Фрейдзон, 2001, с. 63
  104. Фрейдзон, 2001, с. 64
  105. Фрейдзон, 2001, с. 65
  106. Фрейдзон, 2001, с. 66
  107. Фрейдзон, 2001, с. 72
  108. 108,0 108,1 Фрейдзон, 2001, с. 73
  109. 109,0 109,1 Фрейдзон, 2001, с. 80
  110. Фрейдзон, 2001, с. 74
  111. Фрейдзон, 2001, с. 76
  112. Фрейдзон, 2001, с. 79
  113. Фрейдзон, 2001, с. 81
  114. 114,0 114,1 114,2 Фрейдзон, 2001, с. 89
  115. Некипелов, А. Д. Новая российская энциклопедия. — Энциклопедия, 2007. — Т. III (2).
  116. История Югославии, 1963, с. 255
  117. Фрейдзон, 2001, с. 90
  118. Фрейдзон, 2001, с. 92
  119. Фрейдзон, 2001, с. 93
  120. Фрейдзон, 2001, с. 96
  121. Фрейдзон, 2001, с. 97
  122. Фрейдзон, 2001, с. 75
  123. Фрейдзон, 2001, с. 103
  124. Фрейдзон, 2001, с. 101
  125. Фрейдзон, 2001, с. 104
  126. Фрейдзон, 2001, с. 105
  127. Фрейдзон, 2001, с. 106
  128. Фрейдзон, 2001, с. 107
  129. Фрейдзон, 2001, с. 108
  130. 130,0 130,1 Фрейдзон, 2001, с. 111
  131. Фрейдзон, 2001, с. 110
  132. Фрейдзон, 2001, с. 131, 132
  133. Фрейдзон, 2001, с. 112
  134. Фрейдзон, 2001, с. 114
  135. Фрейдзон, 2001, с. 113
  136. Фрейдзон, 2001, с. 117
  137. 137,0 137,1 Фрейдзон, 2001, с. 119
  138. 138,0 138,1 Фрейдзон, 2001, с. 124
  139. Фрейдзон, 2001, с. 122
  140. Фрейдзон, 2001, с. 123
  141. 141,0 141,1 Фрейдзон, 2001, с. 125
  142. Фрейдзон, 2001, с. 132
  143. Фрейдзон, 2001, с. 167, 168
  144. Фрейдзон, 2001, с. 169
  145. Фрейдзон, 2001, с. 172
  146. 146,0 146,1 Фрейдзон, 2001, с. 129
  147. Фрейдзон, 2001, с. 131
  148. 148,0 148,1 Фрейдзон, 2001, с. 134
  149. Фрейдзон, 2001, с. 133
  150. Фрейдзон, 2001, с. 139
  151. Фрейдзон, 2001, с. 148
  152. Фрейдзон, 2001, с. 149
  153. Фрейдзон, 2001, с. 150
  154. Фрейдзон, 2001, с. 143
  155. Фрейдзон, 2001, с. 136
  156. Коллектив авторов. Югославия в XX веке: очерки политической истории. — М.: Индрик, 2011. — 83 с. — ISBN 9785916741216.
  157. Фрейдзон, 2001, с. 151
  158. Фрейдзон, 2001, с. 151, 152
  159. Фрейдзон, 2001, с. 152
  160. Фрейдзон, 2001, с. 153
  161. Фрейдзон, 2001, с. 154
  162. Фрейдзон, 2001, с. 180
  163. Фрейдзон, 2001, с. 181
  164. Фрейдзон, 2001, с. 184
  165. Фрейдзон, 2001, с. 188
  166. Фрейдзон, 2001, с. 222
  167. Фрейдзон, 2001, с. 203
  168. Фрейдзон, 2001, с. 218
  169. Фрейдзон, 2001, с. 232
  170. Фрейдзон, 2001, с. 233
  171. Фрейдзон, 2001, с. 234
  172. Фрейдзон, 2001, с. 235
  173. Фрейдзон, 2001, с. 237
  174. Фрейдзон, 2001, с. 238
  175. Фрейдзон, 2001, с. 242
  176. Фрейдзон, 2001, с. 243
  177. 177,0 177,1 Фрейдзон, 2001, с. 248
  178. Фрейдзон, 2001, с. 250
  179. Фрейдзон, 2001, с. 252
  180. Фрейдзон, 2001, с. 253
  181. Фрейдзон, 2001, с. 254
  182. 182,0 182,1 Задохин А. Г., Низовский А. Ю. Пороховой погреб Европы. Гл. «Крушение иллюзий (национальные проблемы в межвоенной Югославии, 1920—1941 годы») — М.: Вече, 2000.
  183. 183,0 183,1 Фрейдзон, 2001, с. 255
  184. 184,0 184,1 Фрейдзон, 2001, с. 256
  185. 185,0 185,1 185,2 185,3 185,4 Фрейдзон, 2001, с. 257
  186. Jasenovac
  187. Р. Уэст «Иосип Броз Тито: власть силы». С 265
  188. Бранимир Станоевич «Усташский министр смерти»
  189. Р. Уэст «Иосип Броз Тито: власть силы». С. 116
  190. 190,0 190,1 Дробязко С., Романько О, Семенов К. Иностранные формирования Третьего рейха. — М.: АСТ, 2011. — С. 261. — ISBN 978-5-17-070068-4.
  191. The New Encyclopaedia Britannica — Том 12 — Страница 883 2016 йыл 11 октябрь архивланған.
  192. Фрейдзон, 2001, с. 258
  193. Фрейдзон, 2001, с. 259
  194. Фрейдзон, 2001, с. 261
  195. Фрейдзон, 2001, с. 262
  196. Фрейдзон, 2001, с. 263
  197. Фрейдзон, 2001, с. 265
  198. Фрейдзон, 2001, с. 266
  199. 199,0 199,1 Фрейдзон, 2001, с. 267
  200. 200,0 200,1 Фрейдзон, 2001, с. 268
  201. Фрейдзон, 2001, с. 269
  202. 202,0 202,1 202,2 Харитонова О. Г. Босния и Хорватия в СФРЮ: институциональные проблемы этнической федерации // Сравнительная политика. — 2014. — № 1. — С. 26
  203. Харитонова О. Г. Босния и Хорватия в СФРЮ: институциональные проблемы этнической федерации // Сравнительная политика. — 2014. — № 1. — С. 28
  204. Пивоваренко А. А. Становление государственности в современной Хорватии (1990—2001). Диссертация на соискание ученой степени кандидата исторических наук. — М., 2014. — С. 40 — 41. Режим доступа: http://www.inslav.ru/images/stories/other/aspirantura/2015_pivovarenko_dissertacija.pdf
  205. Фрейдзон, 2001, с. 271
  206. Фрейдзон, 2001, с. 272
  207. 207,0 207,1 207,2 Фрейдзон, 2001, с. 274
  208. 208,0 208,1 Фрейдзон, 2001, с. 274, 275
  209. Фрейдзон, 2001, с. 275
  210. См. стр. 114: Пивоваренко, А. А. Становление государственности в современной Хорватии (1990—2001 гг.). Диссертация на соискание ученой степени кандидата исторических наук. // inslav.ru. Дата обращения: 2017-1-24.
  211. 211,0 211,1 Коллектив авторов. Авторитарные режимы в Центральной и Восточной Европе (1917-1990-е годы). Центральноевропейские исследования. Выпуск 1. — М.: Логос, 1999. — P. 196. — ISBN 5757600675.
  212. Коллектив авторов. Югославия в XX веке: очерки политической истории. — М.: Индрик, 2011. — С. 792—793. — ISBN 9785916741216.
  213. Гуськова Елена. История югославского кризиса (1990-2000). — М.: Русское право/Русский Национальный Фонд, 2001. — С. 146. — ISBN 5941910037.
  214. R. Craig Nation. War in the Balkans 1991-2002. — U.S. Army War College, 2003. — P. 98. — ISBN 1-58487-134-2.
  215. Гуськова, Е. Ю. Независимая Хорватия с независимыми сербами // Югославия в XX веке: очерки политической истории. — М.: Индрик, 2011. — С. 781.
  216. 216,0 216,1 Фрейдзон, 2001, с. 277
  217. "Case No. IT-03-72-I: The Prosecutor v. Milan Babić" (ингл.). МТБЮ. Архивировано 1 ноябрь 2012 года.
  218. Фрейдзон, 2001, с. 276
  219. Фрейдзон, 2001, с. 276, 277
  220. Фрейдзон, 2001, с. 278
  221. Елена Гуськова. История югославского кризиса (1990-2000). — М.: Русское право/Русский Национальный Фонд, 2001. — С. 148. — ISBN 5941910037.
  222. Коллектив авторов. Югославия в XX веке: очерки политической истории. — М.: Индрик, 2011. — С. 781. — ISBN 9785916741216.
  223. Judge Rodrigues confirms Indictment charging Slobodan Milosevic with Crimes committed in Croatia
  224. Stephen Kinzer. «Slovenia and Croatia Get Bonn’s Nod» (ингл.). The New York Times. Архивировано 7 август 2012 года.
  225. Paul L. Montgomery. «3 Ex-Yugoslav Republics Are Accepted Into U.N.» (ингл.). The New York Times (23 май 1992). Архивировано 7 август 2012 года.
  226. Resolution 743 S-RES-743(1992) (ингл.). Совет Безопасности ООН (21 февраль 1992). Архивировано 7 август 2012 года. 2012 йыл 19 март архивланған.
  227. Коллектив авторов. Югославия в XX веке: очерки политической истории. — М.: Индрик, 2011. — С. 790. — ISBN 9785916741216.
  228. Валецкий Олег. Югославская война, 1991-1995 годы. — Москва: Крафт+, 2011. — С. 399—400. — ISBN 978-5-93675-180-6.
  229. Dean E. Murphy. «Croats Declare Victory, End Blitz» (ингл.). Los Angeles Times (8 август 1995). Архивировано 7 август 2012 года.
  230. Roger Cohen. «Croatia hits area rebel Serbs hold, crossing U.N. Lines» (ингл.). The New York Times (2 май 1995). Архивировано 7 август 2012 года.
  231. Chris Hedges. «Serbs in Croatia resolve key issue by giving up land» (ингл.). The New York Times (12 ноябрь 1995). Архивировано 7 август 2012 года.
  232. Chris Hedges. «An Ethnic Morass Is Returned to Croatia» (ингл.). The New York Times (16 ғинуар 1998). Архивировано 7 август 2012 года.
  233. Nohlen, D. & Stöver, P. (2010) Elections in Europe: A data handbook, p. 420 ISBN 978-3-8329-5609-7
  234. Евросоюз пополнился новым членом. Дата обращения: 1 июль 2013. Архивировано 2 июль 2013 года.
  235. Хорватия празднует вступление в Евросоюз. Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle (1 июль 2013). Дата обращения: 10 октябрь 2016. Архивировано 10 октябрь 2016 года.
  236. Революционные настроения докатились до Европы
  237. Лидеры ЕС одобрили вступление Хорватии в сообщество
  238. Вступление Хорватии в ЕС поддержали 66 % граждан, Новости@Mail.Ru (23 ғинуар 2012). 2013 йыл 8 февраль архивланған. (Тикшерелеү көнө: 23 ғинуар 2012)
  239. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; автоссылка1 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  240. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; автоссылка3 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  • Фрейдзон, В. И. История Хорватии. Краткий очерк с древнейших времён до образования республики (1991 г.). — СПб: Алетейя, 2001. — 318 с.
  • Бромлей, Ю. В. и др. История Югославии. — М.: Издательство АН СССР, 1963. — Т. I. — С. 136.
  • Бромлей Ю. В. Становление феодализма в Хорватии. М., 1964.
  • Бромлей Ю. В. Крестьянское восстание 1573 г. в Хорватии. М., 1959.
  • Романенко С. А. Югославия: история возникновения, кризис, распад, образование независимых государств. М., 2000.
  • Смирнов, И. Н., Очерк истории Хорватского государства, Казань: Университетская типография, 1879
  • Фрейдзон В. И. Далмация в хорватском национальном возрождении XIX в. М., 1997.
  • Crampton, Richard and Ben: Atlas of Eastern Europe in the Twentieth Century. London/New York 1996.
  • Klaić, Vjekoslav: «Povijest Hrvata» (История хорватов), в 5-ти томах, Nakladni zavod Matice hrvatske, Zagreb 1981.