Хорват милли театры
Хорват милли театры | |
Нигеҙләү датаһы | 1895 |
---|---|
Дәүләт | Хорватия[1] |
Административ-территориаль берәмек | Загреб[1] |
Урынлашҡан урамы | Republic of Croatia Square[d] |
Урын | Загреб |
Хужаһы | Хорватия |
Архитектор | «Фельнер и Гельмер»[d] |
Архитектура стиле | архитектура неоклассицизма[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 14 октябрь 1895 |
Обитатель | Хорват милли театры[d] |
Һыйым | 715 |
Адрес | Trg Republike Hrvatske 15, 10000, Zagreb |
Почта индексы | 10000 |
Рәсми сайт | hnk.hr/hr/ |
Категория Викисклада для интерьера элемента | Category:Interior of Croatian National Theater in Zagreb[d] |
Хорват милли театры Викимилектә |
Загреб ҡалаһындағы хорват милли театры (хорв. Hrvatsko narodno kazalište u Zagrebu; шулай Zagreb HNK аббревиатуралары менән билдәле) — Хорватияның баш ҡалаһы Загребта милли театр, иң боронғо төп опера һәм театр сәхнәһе, илдең мәҙәни үҙәге. Необарокко стилендә төҙөлгән.
Театр менән Хорватия мәҙәниәт министрлығы идара итә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Загреб ҡалаһындағы1836 йылда төҙөлгән беренсе ҡала театрынан үҫешә, бөгөнгө көндә «Иҫке ратуша» бинаһында урынлашҡан.
Хорват милли театры сифатында уға 1860 йылда нигеҙ һалына, ә инде киләһе йылдан ул дәүләт ярҙамы ала, һәм башҡа европа милли театрҙары менән бер рәттә була.
1870 йылда театрҙың үҙенең даими опера труппаһы барлыҡҡа килә.
1895 йылда театр Загреб ҡалаһы үҙәгендәге маршал Тито майҙанындағы махсус төҙөлгән яңы бинаға күсә, бөгөнгө көндә лә шул урында урынлашҡан. Австро-венгрия императоры Франц Иосиф I яңы бинаны асыу тантанаһында була. Бина үҙе атаҡлы вена архитекторҙары Фельнер Фердинанд һәм Герман Гельмерҙың проекты була, уларҙан торған архитектура бюроһы Көнсығыш Һәм Үҙәк Европала байтаҡ театрҙар төҙөй. 1995 йылдың 14 октябрендә хорват милли театрының 100 йыллығын киң ҡолас менән байрам итәләр.
1905 йылда театрҙың билдәле хорват рәссамы һәм скульпторы Иван Мештрович театр алдына данлыҡлы «Тормош сығанағы» фонтанын эшләй.
Хорват Милли театрҙа күп иң яҡшы рәссамдар эшләгәндәр. Театрҙың беренсе дирижеры Иван Зайц була, Яков Готовац опера дирижеры булып 35 йыл эшләй (1923—1958); хорват режиссеры Бранко Гавелла һәм хорват примаһы — балерина Мио Славенска (Чорак) үҙҙәренең ижади юлдарын ошо театрҙа башлайҙар.
Сәхнәлә һәм загреб Милли театры стеналарында күп халыҡ-ара опера, балет, театр һәм кино «йондоҙҙары» сығыш яһай, улар араһында Ференц Лист, Сара Бернар, Франц Легар, Рихард Штраус, Жерар Филип, Вивьен Ли, Жан-Луи Барро, Питер Брук, Марио дель Монако, Хосе Каррерас була.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хорватский национальный театр в Загребе (хорв.)
- О театре на Официальном сайте (хорв.)
- ↑ 1,0 1,1 archINFORM (нем.) — 1994.