Хореография

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Хореография — сюжетлы, ниндәйҙер ваҡиғаға арналған бейеүҙәр.

Бейеү сәнғәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бейеү ансамбле барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк халҡыбыҙҙың сюжетлы бейеүҙәре булған[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Туйҙарҙа, уйындарҙа, йыйындарҙа башҡарылған улар. Тимәк, башҡорт бейеү ансамбленең барлыҡҡа килеүе һәм донъя кимәленә сығыуы тиктәҫтән түгел. Башҡорт халҡы йырға һәм музыка ҡоралдарында башҡарыу оҫталығына ғына маһир булмаған, ул бейеү менән дә дан ҡаҙанған. Бала муйынын тота башлағас та таҡмаҡлап усҡа ултыртып һикертеүҙән башланған бейеү хәрәкәттәре уның бөтөн ғүмере буйы оҙата килгән. Тәүтормош замандарында барлыҡҡа килгән бейеүҙәр әлеге быуынға тиклем килеп еткәндәр, моғайын. Сөнки был замандарҙа халыҡ үҙенең ижтимағи көнкүрешен, хеҙмәтен, төрлө ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын бейеүгә һалған. Һунар һәм тәбиғәтте үҙләштереү, ҡул эштәре, мал һәм ҡош, күбәләк хәрәкәттәре, атта йөрөү, уҡ атыу, һыу тулҡынланыуы, ағас япраҡтары һелкенеүе хәрәкәттәрен сағылдырыу — былар бөтәһе лә борон-борондан күсә килгән бейеүҙәр.

Туйға арналған бейеүҙәр күп һаҡланған[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һамаҡлап бер-береңә ҡаршы әйтешеп бейеүҙәрҙән «Тирәккәйем», «Кәкүк», күмәкләшеп таҡмаҡлап бейеүҙәрҙән «Наза», «Бүҙәнә», «Сыңрау торна» йәки яугирҙарҙың батырлығын һынландырған «Байыҡ», «Перовский», «Циолковский» бейеүҙәре, таҡмаҡлы уйындарҙан «Түңәрәк», «Үткес», «Кем етеҙ?» һәм башҡа бейеүҙәр бөгөнгәсә килеп еткән.

Сюжетлы, ниндәйҙер ваҡиғаға арналған бейеүҙәр, әйтәйек «Бүҙәнә», «Өс бүкән», «Өс таған» уйындары И. И. Лепехин,П. С. Паллас, С. Г. Рыбаков, С. И. Руденко хеҙмәттәрендә телгә алына, шулай уҡ башҡорт халыҡ ижады өлгөләрендә осрай. Ырымбурҙа «Хөсәйениә», Өфөлә «Ғосмания» һәм «Ғәлиә» мәҙрәсәләре эргәһендә эшләп килгән үҙешмәкәр түңәрәктәр үҙҙәренең ижады нигеҙендә халыҡ йырҙары, бейеүҙәрен һәм музыка ҡоралдарында башҡарылған әҫәрҙәре ала. Аҙаҡ 1912 йылдарҙа «Нур», 1915 йылда «Ширҡәт» театрҙарында профессиональ бейеү ансамблдәре барлыҡҡа килә.

Башҡорт бейеүҙәрен киң тамашасы алдына беренсе тапҡыр Вәли Мортазин-Иманский театр труппаһының фольклор программаһында күрһәтә.

Башҡорт бейеү ансамбеле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1938 йылда балетмейстер Фәйзи Ғәскәров башланғысы менән Башҡорт дәүләт бейеү ансамбленә нигеҙ һалына. 1991 йылдарҙа Стәрлетамаҡта Ишбирҙин Хәлил Әнүәр улы етәкселегендә Бейеү театры, ошо уҡ йылда Нефтекама ҡалаһында Р. М. Саттаров етәкселегендә «Сәфәр» йыр һәм бейеү ансамбле, Өфө ҡалаһында Г. В. Анищенко етәкселегендә «Мираҫ» халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре барлыҡҡа килә. Бөгөнгө көндә 200-ҙән артыҡ бейеү ансамблдәре бар. Шулар арһынан 40-тан ашыуы «Халыҡ ансамбле» тигән исемгә лайыҡ булған. Республикала ғына түгел, илебеҙҙә һәм хатта сит илдәрҙә танылыу тапҡан «Ирәндек» (Баймаҡ), «Ләйсән» (Учалы), «Эрвел» (Мишкә районы), «Ағиҙел» (Салауат ҡалаһы), «Сөмбөл» (Дүртөйлө ҡалаһы), «Дуҫлыҡ» (Нефтекама ҡалаһы), «Гөлдәр» (Сибай ҡалаһы), «Йәшлек» (Әбйәлил районы) бейеү ансамблдәре бар.

Халыҡ бейеүҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ бейеүҙәре — башҡорттарҙа киң таралған сәнғәт төрҙәренең береһе. Тәүтормош заманында барлыҡҡа килгән бейеүҙәр ижтимағи көкүрештең һәм хеҙмәттең, төрлө ғөрөф-ғәҙәт, йола һәм дин инабат күнекмәләренең ижади-динамик үҙенсәлектәрен сағылдырған. Иң боронғо бейеүҙәрҙең рәтенә һунар һәм тәбиғәтте үҙләштереү кәсебенә, мал һәм ҡош культына бәйле бейеүҙәрҙе индерегә мөмкин. Башҡорт хореографияһында киң таралған формалар — тәбиғи ыҡ-хәрәкәттәрҙән торған айырым бейеүҙәр. Ирҙәр бейеүе һунар хәрәкәттәренә нигеҙләнгән: атта йөрөү, уҡ атыу, табыш аңдыу, һунар йәнлектәренең һәм һунар ҡоштарының хәрәкәтенә оҡшаған ҡыланыш. Был бейеүҙәр һунарсы, яугир, маһир һыбайлы, ҡаһарман егет образын кәүҙәләндергән. Ҡатын-ҡыҙҙар бейеүе хәрәкәттәре төрлө хеҙмәт процесстарына — йөн тетеү, иләү, май яҙыу, сигеү, бешеренеүгә бәйле. Ҡыҙ-ҡырҡын бейеүҙәре күбәләк, ҡоштар осошон, ағас япраҡтары тирбәлеүен сағылдырған хәрәкәттәр — бармаҡ шартлатыу, яурын һелкетеү, ҡулдарҙы ян-яҡҡа сайҡалдырыу, ғөмүмән, «сутылдатып» хәрәкәт итеү менән билдәләнә.

Музыка ҡоралдары менән бейеүҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ бейеүҙәре ҡурай, ҡумыҙ, думбыра, һуҡма музыка ҡоралдары аккомпанементына таҡмаҡ әйтеп, таҡтала, яҫы ташта, тимер батмустарҙа башҡарылған. Күкрәктәге һәм ҡулдағы көмөш тәңкәләр, сәстәге сулпылар сыңлауы өҫтәмә музыкаль эффект биргән. 19 быуат аҙағы — 20 быуат башында Башҡортостанда гармун, бигерәк тә тальян, скрипка, мандолина киң тарала. Халыҡ бейеүҙәре тәү тапҡыр эпоста, легендаларҙа, риүәйәттәрҙә телгә алына. Эпик бейеүҙәрҙе 1770 йылда И. И. Лепехин күҙәткән, хайуандар хәрәкәтенә оҡшатыусы бейеүҙәрҙе П. С. Паллас һүрәтләп ҡалдыра. «Ҡош» бейеүҙәре характеристикаһын С. Г. Рыбаков хеҙмәтенән табырға мөмкин. С. И. Руденко «Башкиры» монографияһында ҡатын-ҡыҙҙарҙың илаһи «Түңәрәк уйыны», «Өс таған», «Өс бүкән», әйлән-бәйлән бейеүҙәрен иҫкә ала. Беренсе тапҡыр башҡорт бейеүҙәре киң тамашасы алдында В.Ғ. Мортазин-Иманскийҙың театр труппаһының фольклор программаһында күрһәтелә (1917). 1927 йылда башҡорт халыҡ бейеүе өлгөләрен Т. Ф. Рәшитова Мәскәүҙә «Этномир» фольклор-художестволы йәмғиәте программаларында күрһәтә. 1938 йылда Башҡортостанда Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле ойошторола. Халыҡ бейеүҙәре уның төп программаһын тәшкил итә.