Хорҙа йырлаусы (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хорҙа йырлаусы
Жанр

хикәйә

Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

урыҫса

Ижат ителгән ваҡыты

1886

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1886 йылдың 18 июлендә

Хорҙа йырлаусыАнтон Чеховтың 1886 йылда яҙылған хикәйәһе.

Баҫмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хикәйә тәүге тапҡыр Околки журналының 14-се һанында 1886 йылдың 18 июлендә баҫыла. Әҫәр башта Певичка ("Йырсы") тип аталып, «А. Чехонте» ҡултамғаһы менән сыға. Хикәйәнең ҡабаттан эшләнгән варианты Санкт-Петербургта 1893 йылда донъя күргән «Путь-дорога» хәйриә антологияһына индерелә.

Нәшерсе Адольф Маркс 1899—1901 йылдарҙа яҙыусының әҫәрҙәр йыйынтығының икенсе томын баҫтырып сығарыр алдынан автор тексҡа бер ни тиклем үҙгәрештәр индерә. Әҫәрҙе мөхәррирләү ваҡытында Чехов әҫәрҙәге герой ҡатынға үҙенең мөнәсәбәтен үҙгәртә. «Аҙғын ҡатын тормошон һүрәтләүсе юмористик әҫәрҙе ул кәмһетелгән кешенең күңелһеҙ тарихына әйләндерә»[1].

Чехов тере саҡта хикәйә венгр, немец, поляк һәм словак телдәренә тәржемә ителә.

Ҡыҫҡаса сюжеты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер көндө йырсы Пашаның өйөндәге антресолдә уны өҙөлөп яратыусы Николай Петрович Колпаков ултыра. Дачалағы кешеләрҙең уйланып ултырыуын йомош менән килгән бер серле ҡатын бүлдерә. Был ҡатын дачалағы икенсе бүлмәлә үҙенән йәшеренеп ултырған ирен Пашанан сығартыуҙы талап итә, һуңынан иренең Пашаға бүләк иткән барлыҡ бүләктәрен, минең байтаҡ аҡсамды ирем һиңә алып китте, тип кире таптыра. Паша уға алтын беләҙек менән ҡыҙыл яҡут ташлы йөҙөктө бирергә ҡарар итә. Тик был биҙәүестәр ҡатындыҡы булмай сыға. Һуңынан ҡатын был һәм башҡа биҙәүестәрҙе лә үҙенә ала.

Былар барыһы ла Колпаков күҙ алдында эшләнелә. Йырсы Пашаның шундай түбәнселеккә төшөүен күргән Копаков: «Юҡ, мин бының өсөн һис ҡасан да үҙемде ғәфү итмәйәсәкмен! Ғәфү итмәйәсәкмен! Минән ситкә кит, алама ҡатын!» — тип ерәнеү менән Пашаға ҡысҡыра һәм ҡалтыранған ҡулдары менән уны ситкә этәрә. «Минең ҡатын һинең алдыңда тубыҡланырға теләне һәм… кем алдында? Һинең алдыңда! Эй, Хозайым!»- ти ҙә, күргәненә үҙенең ҡарашын белдереп, Пашаны ҡалдырып сығып китә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Чехов А. П. Хористка // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  • «Научное слово», 1904, № 3, стр. 162.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Polotskaya E. A. Commentaries to Хористка. The Works by A. P. Chekhov in 12 volumes. Khudozhestvennaya Literatura. Moscow, 1960. Vol. 4, pp. {0}[13]{/0}} (1936)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]