Хосе Рауль Капабланка

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Хосе Рауль Капабланка
исп. José Raúl Capablanca y Graupera
Рәсем
Заты ир-ат[1]
Гражданлығы Flag of Cuba.svg Куба
Flag of Spain (1785–1873, 1875–1931).svg Испания
Спортта ил өсөн сығыш яһай Flag of Cuba.svg Куба
Тыуған көнө 19 ноябрь 1888({{padleft:1888|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[2]
Тыуған урыны Куба, Гавана[d][3]
Вафат булған көнө 8 март 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[3][1][…] (53 йәш)
Вафат булған урыны Америка Ҡушма Штаттары, Нью-Йорк, Нью-Йорк[3]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе внутримозговое кровоизлияние[d]
Изображение могилы
Һөнәр төрө шахматсы, писатель-документалист, дипломат
Уҡыу йорто Колумбийская школа инженерных и прикладных наук[d]
Спорт төрө Шахмат
Ҡатнашыусы Шахматная олимпиада 1939[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Commons-logo.svg Хосе Рауль Капабланка Викимилектә

Хосе Рауль Капабланка-и-Грауперпа (исп. José Raúl Capablanca y Graupera, 19 ноябрь 1888 йыл — 8 март 1942 йыл) — Куба шахматсыһы, шахмат әҙәбиәтсеһе, дипломат, шахмат буйынса 3-сө донъя чемпионы (1921 йылда Ласкер менән уйнағанда яулай, 1927 йылда Алехиндан еңелә), 1910—1930 йылдарҙа донъяның иң көслө шахматсыһы, бик күп халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе. Билдәлелек йылдарында Капабланка партияны миттельшпилдә лә, эндшпилдә лә бер тигеҙ виртуоз алып барыуы, һәм бик һирәк кенә хата ебәреүе арҡаһында «шахмат автоматы» данын ала. Юғары кимәлдәге рәсми осрашыуҙарҙа (1909 йылдан алып) Капабланка бөтәһе 34 партияла еңелә, ә 1916—1924 йылдарҙа еңелеү белмәй[5].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бала сағы һәм үҫмер йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Атаһы дүрт йәшлек улы менән уйнай

Капабланка 1888 йылдың 19 ноябрендә Гаванала, ул ваҡытта Испания колонияһының (Куба Испания менән 10 йыл һуғыш алып барғандан һуң ғына бойондороҡһоҙлоҡ ала) административ үҙәгендә, офицер Хосе Мария Капабланка һәм Мария Граупер офицер ғаиләһендә тыуа. Һуңыраҡ автобиографияһында Капабланка, шахмат уйнарға дүрт йәшемдә, атайымдың хеҙмәттәштәре менән уйынын күҙәтеп өйрәндем, тип яҙа. Өсөнсө көндө ул фигураларҙың нисек йөрөгәнен ятлап ала һәм партияларҙың береһендә атаһының иғтибарын ҡағиҙә буйынса йөрөмәгәнлегенә йәлеп итә. Шул уҡ көндө ул атаһы менән уйнай һәм уны еңә. Был тарихты Капабланка бер ни тиклем айырмалыҡ менән бер ваҡыт журнал мәҡәләһендә баҫтыра[6]. Шул уҡ ваҡытта Капабланканың биографтары Макс Эйве менән Лодевейк Принс кубинецтың үҙенең һүҙҙәренә һылтанып, бөтә был тарих уйҙырма, тип атай[7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  2. Person Profile // Internet Movie Database — 1990.
  3. 3,0 3,1 3,2 Капабланка Хосе Рауль / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  4. SNAC — 2010.
  5. Edward Winter. Chess Records.
  6. Х. Р. Капабланка. How I Learned to Play Chess // Munsey’s Magazine. — Октябрь, 1916. — С. 94—96.
  7. Эйве, Принс, 1990

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]