Эстәлеккә күсергә

Хохлов Рем Викторович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хохлов Рем Викторович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй[1]
Тыуған көнө 15 июль 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[2][3]
Тыуған урыны Ливны[d], Орёл губернаһы[d], РСФСР, СССР[2]
Вафат булған көнө 8 август 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[2][3] (51 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР[2]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Балалары Дмитрий Ремович Хохлов[d] һәм Хохлов, Алексей Ремович[d]
Һөнәр төрө физик
Эшмәкәрлек төрө физика
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Биләгән вазифаһы ректор Московского университета[d] һәм СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто МДУ-ның физика факультеты[d]
Ғилми исеме профессор[d] һәм академик АН СССР[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Пётр Евгеньевич Краснушкин[d]
Аспиранттар Олег Владимирович Руденко[d], Сухоруков, Анатолий Петрович[d], Парыгин, Владимир Николаевич[d] һәм Владимир Борисович Брагинский[d]
Уҡыусылар Олег Владимирович Руденко[d], Сухоруков, Анатолий Петрович[d], Владимир Борисович Брагинский[d] һәм Парыгин, Владимир Николаевич[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһы СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин премияһы премия имени М. В. Ломоносова
Ҡыҙыҡһыныу өлкәһе физика
Вики-проект Проект:Математика[d]
 Хохлов Рем Викторович Викимилектә

Хохлов Рем Викторович (15 июль 1926 йыл  — 8 август 1977 йыл )— СССР физигы, һыҙыҡлы булмаған оптикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1973-1977 йылдарҙа М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ректоры. [4][5]

Рем Викторович Хохлов 1926 йылдың 15 июлендә Орлов губернаһы Ливны ҡалаһында тыуған.[6]. Атаһы — Виктор Христофорович Хохлов[7] элекке комсомол хеҙмәткәре, эскадрон политругы, Мәскәү энергетика институтын тамамлаған, әсәһе — Мария Яковлевна Васильева[8] МДУ-ның физика факультетын тамамлай һәм шул кафедрала эшләй.

Бала сағы Мәскәүҙә үтә[5].1941 йылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай, өс йыл автослесарь булып эшләй. Һуңынан урта мәктәп курсы өсөн иимтихандарҙы экстерн тапшырып, . Мәскәү авиация институтына уҡырға инә, унан Мәскәү дәүләт университетынаың физика факультетына күсә..Шунда уның бөтә ғүмере үтә : физика факультеты студентынан ректорға тиклем[5].

Студент сағынан уҡ физика тирбәлеүҙәре менән мауыға. Был закондарҙың универсаль көскә эйә булыуы йәш тикшеренеүсене киң комплеслы проблемаларға килтерә. Аспирантураның радиофизик тирбәлеүҙәре бүлегендә үк уларҙың ҡайһы берҙәре хәл ителә, Студент сағында уҡ Хохлов у беренсе баҫма публикацияһын әҙерләй.

1952 йылда физика факультетынын физик тирбәлеү буйынса кафедраһы аспирантураһын тамамлай, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1952 йылдан Мәскәү дәүләт университетында эшләй башлай. 1959 йылда Стэнфорд университетына (АҠШ) бер йыллыҡ фәнни командировкаға ебәрелә. 1962 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай, А. С. Ахманов менән МДУ-ла СССР-ҙа тәүге һыҙыҡлы булмаған оптиканың лабораторияһы ойошторола. 1963 йылдан.- МДУ-ның профессоры. 1960 йылдарҙа Хохол һыҙыҡлы булмаған оптика, радиофизика, тирбәлеүҙәр теорияһы, акустика тирбәлеүҙәр теорияһы һәм квант электроникаһы буйынса етди фәнни өлөш индереп, ҙур ғалим булып таныла.

Хохловты фән донъяһында танылыуға килтергән 1961 йылда нәшер ителгән ике хеҙмәте: «К теории ударных радиоволн в нелинейных линиях» һәм «О распространении волн в нелинейных диспергирующих линиях». Беренсе монографияһы һыҙыҡлы булмаған акустикаға теоретик нигеҙ һала, икенсеһе һыҙыҡлы булмаған мөхиттә электромагнит тулҡындарҙың таралыу теорияларына нигеҙ төҙөй.[5].

1964 йылда донъя әҙәбиәтендә һыҙыҡлы булмаған оптика проблемаларына арналған беренсе монографияһы сыға. Артабан уның ҡыҙыҡһыныуҙары киңәйә барып, һыҙыҡлы булмаған оптиканың фундаменталь проблемаларына килтерә. Хохлов яңы тип лазер һәм лазер спектроскопияһы буйынса бер нисә принципиаль идеялар тәҡдим итә. Мәскәү дәүләт университетында тулҡын процестары кафедраһы ойоштора.

1966 йылда СССР фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты,1974 йылдан академигы, 1975 йылдан . — Президиум ағзаһы, 1977 йылдан вице-президенты[5].1964 йылда — М. В. Ломоносов исемендәге премия лауреаты Ленин премияһы (1970) һәм СССР дәүләт премияһы (1985 йылда, үлгәндән һуң).

Мәскәү университеты ректорының ғүмере ҡапыл өҙөлә: егерме йылдан ашыу стажы булған альпинист, альпинизм буйынса спорт мастерына кандидат, 1977 йылдың йәйендә Памир тауының иң бейек түбәһенә күтәрелгәндә, хәл ҡатмарлаша, һаулығы насарлана..

1977 йылдың 8 авгусында табиптарҙың тырышлығына ҡарамаҫтан, Хохлов Рем Викторович вафат була. Мәскәүҙең Новодевичье зыяратында[9]ерләнә.[4].

  • Р. В.Хохлов хөрмәтенә аталған: МДУ-ның альпклубы, Мәскәү дәүләт университеты территорияһындағы урам , шулай уҡ Мәскәү дәүләт университеты физика факультетының Үҙәк аудиторияһы, пик Хохлова 6708 метр бейеклектә ( Пик Коммунизм менән бер рәттән).
  • 15 майҙа 1981 йыл[10] МДУ-ның һыҙыҡлы булмаған оптика корпусында (Ленин тауҙары, д. 1, .) уның исеме яҙылған мемориаль таҡтаташ асыла.
  • 2002 йылда уның хөрмәтенә Мәскәү дәүләт университеты менән берлектә үткәрелә торған альпинистар клубы һәм Мәскәү ҡалаһы альпинист-саңғысылар ярышында еңеүсегә тапшырыла торған күсмә Кубок..
  • Латвияның Диңгеҙ Пароходсылығының рефрижератор судноһы.академик Хохлов исемен йөрөтә.
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #131757075 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Хохлов Рем Викторович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. 3,0 3,1 Bibliothèque nationale de France Rem Viktorovič Hohlov // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. 4,0 4,1 Рем Хохлов. Последняя высота 2013 йыл 2 октябрь архивланған.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 http://www.ihst.ru/projects/sohist/papers/khokhlov.pdf
  6. Памяти Рема Викторовича Хохлова // Успехи физических наук. — 1978. — Т. 124. — № 2. — С. 355—358.
  7. Хохлов Виктор Христофорович
  8. Советский физик № 3(112)/2015
  9. Могила Р. В. Хохлова на Новодевичьем кладбище в Москве. Дата обращения: 28 май 2014. Архивировано 4 декабрь 2013 года. 2013 йыл 4 декабрь архивланған.
  10. Кинолетопись 1981 года. МГУ
  • Хохлов хәте рем Викторович // квант электроникаһы. — 1978. — 5-се том, № 2 (68). — С. 245-258.
  • Хохлов хәте рем Викторович (1929-1977) // квант электроникаһы. — 1996. — 23 Та, № 12 — С 1135-1138.
  • К 70-летию Рема Викторовича Хохлова // Хохловские чтения : Сборник статей. — М: МГУ, Физический фикультет, 1996. — С. 1-4.
  • А. С. Ахманов Хохлов һыҙыҡ тулҡын теорияһы ысулдары // физик фәндәр уңыштары. — 1986. — 149 та, №. 3. — С. 361-390.
  • Рәсәйҙең алдынғы фәнни мәктәптәренең: Белешмә. — М.: Янус-Һыу, 1998. — С. 624
  • Хохлов Рем Викторович // квант электроникаһы. — 1976. — 3-сө том, № 7.
  • Төньяҡ баш альпинистар. Рем Викторович Хохлов.
  • А. А. Кузнецов Күтәрелде. — 1982.
  • Кузнецов А. А. Коробка с визитными карточками. — М.: Голос-Пресс, 2001. — 590 с. — ISBN 5-7117-0284-X.
  • Григорьев В. И. Рем Викторович Хохлов. — М. : Изд-во Моск. ул-шул, 1981. — 134, [2] б.
  • Храмов, Ю. А. Хохлов Рем Викторович // Физик : Биографик белешмә / Под ред. Физики. — Изд. 2, добролюбов. том һәм — М. : Фәндәре, 1983. — С. 292. — 400 с. — 200 000 дана