Хо Ши Мин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Хо Ши Мин
вьетн. Hồ Chí Minh
Рәсем
Заты ир-ат[1][2]
Гражданлығы Flag of Vietnam.svg Вьетнам
Тыуған ваҡыттағы исеме вьетн. Nguyễn Sinh Cung
Тыуған көнө 19 май 1890({{padleft:1890|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[2][3][4][5]
Тыуған урыны Вьетнам, Нгеан[d]
Вафат булыу көнө 2 сентябрь 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[3][4][5] (79 йәш)
Вафат булған урыны Вьетнам, Ханой
Причина смерти сердечная недостаточность[d]
Ерләнгән урыны Хо Ши Мин мавзолейы[d]
Атаһы Нгуен Шинь Шак[d]
Хәләл ефете Танг Тует Минь[d][6]
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир, сәйәсмән, журналист
Биләгән вазифаһы Вьетнамдың Милли йыйылышы депутаты[d], Вьетнам Коммунистар партияһы Үҙәк комитетының генераль секретары[d] һәм Вьетнам президенты[d]
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Ленин ордены орден Золотой Звезды
Уҡыу йорто И. В. Сталин исемендәге Көнсығыш хеҙмәтсәндәре коммунистик университеты[d]
Эш урыны Париж[1] һәм Ханой[1]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Вьетнам Коммунистик партияһы[d] һәм Французская коммунистическая партия[d]
Ҡултамға
Һуғыш/алыш Вьетнам һуғышы
Commons-logo.svg Хо Ши Мин Викимилектә

Хо Ши Мин (вьетн. Hồ Chí Minh, тьы-ном 胡志明, Хо Ти Минь [hôtɕǐmɪɲ] )(вьетн. Hồ Chí Minh, тьы-ном 胡志明, Хо Ти Минь [hôtɕǐmɪɲ] ); ысын исеме: Нгуен Шинь Кунгур, Таттар Нгуен Тхань; псевдонимы: «Нгуен Ай Куок», «Ли Цюй», «Иптәш Выонг», «Тхау Тин», «Хо ши мин»; (19 май 1890, Кимльен, Намдан өйәҙе, Нгеан провинцияһы, Француз Һинд-Ҡытайы — 2 сентябрь 1969, Ханой, Һинд-Ҡытай) — вьетнам сәйәси эшмәкәре һәм марксизм-ленинизм тарафдары, 1920 йылдан Француз коммунистар партияһы ағзаһы, Коминтерндың күренекле эшмәкәре, Вьетнам Коммунистар партияһына (1930) һәм Һинд-Ҡытай Коммунистар партияһына нигеҙ һалыусы (1930), Вьетмингә нигеҙ һалыусы (1941), август революцияһының етәксеһе (1945), Вьетнам Демократик Республикаһының беренсе президенты (1945) һәм Көньяҡ Вьетнамды азат итеү милли фронтына нигеҙ һалыусы («Вьетконга») (1960).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәүге йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хо Ши Мин 1890 йылдың 19 майында Франция Һинд-Ҡытайҙағы вьетнам территорияһында Нгеан провинцияһы Намдан өйәҙенең Кимлиен ауылында тыуған. Тыуған ваҡыттағы исеме (йәки һөт исеме) — Нгуен Шинь Кунг. Атаһы — Нгуен Шинь Шак — Конфуций патриотик партияһы яҡлы була, ауылда иң белемле кеше, маҡтаулы фобанг почетлы исемгә лайыҡ булған (мәғәнәһе буйынса икенсе), һуңынан өйәҙ начальнигы вазифаһына саҡырыла. Әсәһе — Хоанг Тхи Лоан — дүртенсе балаһын тапҡан саҡта 32 йәшендә вафат була.

Вьетнам йолалары буйынса, мәктәпкә барыр алдынан Нгуен Шинь Кунг икенсе (рәсми йәки «китап» исеме) — Нгуен Тат Тхань (вьетн. Nguyễn Tất Thành, «Нгуен-триумфатор») исемен ала[7].

Эмиграция осоро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1911 йылда Тат Тхань уйлап сығарылған исем аҫтында пароходҡа матрос булып хеҙмәткә төшә һәм донъя буйлап сәйәхәткә сыға, сәйәхәттән тыуған иленә ул 30 йылдан ғына ҡайта.

Сәйәхәттәренең беренсе йылдарында Нгуен Тат Тхань Америкаға һәм Европаға бара.1916-1923 йылдарҙа АҠШ-та, Бөйөк Британияла, Францияла йәшәй.

Францияла[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Парижда Тат Тхань Нгуен Ай Куок (вьетн. Nguyễn Ái Quốc, тьы-ном 阮愛國, «Нгуен-патриот») псевдонимын ала.

Нгуен Ай Куок. Марсель, 1921.

Социалистик хәрәкәтенә уны дуҫы Марсель Кашен йәлеп итә. 1920 йылда Француз коммунистар партияһына инә. 1920-сы йылдарҙан алып— Коминтерн активисы.

Советтар Союзында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1923 йылда Коминтерн саҡырыуы буйынса Париждан Мәскәүгә килә. Конспирация өсөн СССР-ға пропускыһы башҡа исемгә яҙҙырылған була. Германия аша килергә тура килә : Берлинға, унан Гамбургка, 1923 йылдың 30 июнендә пароход менән — Петербургка, артабан поезд менән Мәскәүгә барып етә.

Мәскәүҙә Коминтерндың Башҡарма комитетында (ИККИ) эшләй. Бик ныҡ Ленин менән күрешкеһе килә, әммә совет юлбашсыһы ул ваҡытта ныҡ ауырый һәм тиҙҙән вафат була. Нгуен Ай Куок хушлашыу церемонияһында була.

«Огонек» журналы өсөн Осип Мандельштамға интервью бирә[8].

Көнсығыш хеҙмәтсәндәре Коммунистик университетты тамамлай. Советтар Союзында Нгуен Ай Куок коммунистик лидер булараҡ формалаша.

Нгуен Ай Куок колониаль мәсьәләләре буйынса үҙенең ҡараштарын 1924 йылда Коминтерндың V конгресында асып бирә.

Ҡытайҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1924 йылдың декабрендә Нгуен Ай Куок Кантонға ебәрелә. Был ваҡытта Сунь Ятсен Ҡытайҙың көньяғында революцион Кантон хөкүмәте башында тора һәм, Коминтерндың ярҙамына өмөтләнеп, коммунистар менән хеҙмәттәшлек итә. Шунда уҡ «Ли Цюй» яңы ҡытай псевдонимы менән ҡытай документтарын ала һәм Коминтерндың Вьетнамдағы революцион эмигранттары менән бәйләнештәр булдырыу буйынса эшләй. Эшкә ялланған ҡытай ир-аты сифатында Гоминьдан Үҙәк башҡарма комитетының Баш сәйәси советнигы һәм бер үк ваҡытта Ҡытайҙа Коминтерн вәкиле булған Михаил Маркович Бородиндың тәржемәсеһе булып рәсми рәүештә эшкә урынлаша.

Күпмелер ваҡыт үткәс, Кантонда "Махсус сәйәси әҙерлек комитеты"н ойоштора, бында ул «Иптәш Выонг» псевдонимы аҫтында вьетнамдарҙы ойошҡан революцион көрәш ысулдарына өйрәтә. Тәүге вьетнам революцион демократтарының береһе, милли-азатлыҡ хәрәкәте ветераны Фан Бой Тяу менән осраша.

1925 йылда Шанхайҙа, Фан Бой Тяу ҡулға алынғандан һуң, «иптәш Выонг» Кантонда Вьетнам революцион йәштәрҙең ширҡәтен төҙә, ойошманың үҙ баҫма органы — «Йәштәр» гәзитен, шулай уҡ тағы ла бер нисә революцион ойошма — ҡатын-ҡыҙҙар, крәҫтиәндәр, балалар ойошмаларын булдыра. Күрше илдәрҙең революционерҙары менән ойоштороу эштәрен алып барыу өсөн «Йәберләнгән Азия халыҡтары союзы» революцион ойошмаһын булдыра. Ошо осорҙа уның ҡытай акушеркаһы Цзэн Сюэмин (вьетнамса Танг Тует Минь) менән танышыуы һәм никахлашыуы тураһында ҡайһы бер мәғлүмәт бар. Әммә хәҙерге Вьетнам хөкүмәте был бәйләнеште тулыһынса инҡар итә һәм Хо Ши Мин ревоюция көрәше хаҡына шәхси тормоштан бөтөнләй баш тартҡан тип ныҡыша.

1925 йылда Бородин аша «иптәш Выонг» вьетнам революционерҙарының беренсе төркөмөн Мәскәүгә Көнсығыш хеҙмәтсәндәре Коммунистик университетына уҡыуға ебәреүҙе ойоштора. Ошо уҡ ваҡытта «Революция юлдары» исемле беренсе вьетнам брошюраһын яҙа, брошюрала Һинд-Ҡытайҙың буласаҡ коммунистик партияһы сәйәси программаһын тасуирлай.

1927 йылдың апрелендә, Чан Кай Ши түңкәрелешенән һуң, Бородин аппараты эвакуациялана. «Ли Цюй» эшен юғалта һәм уға ҡулға алыныу ҡурҡынысы янай. 1927 йылдың май айында ашығыс рәүештә Гонконгка ҡасыу яғын ҡарай, әммә унда уны индермәйҙәр, шуға күрә уға Ҡытай төньяғына бик ауыр юл үтеп, СССР территорияһына сығырға тура килә.

Ҡабат Европала[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәскәүгә килгәндән һуң, 1927 йылдың декабрь айында Нгуен Ай Куок эш сәфәре менән Европа илдәренә юллана. Брюсселдә ул яңыраҡ ойошторолған «Антиимпериалистик лигаһы» эшендә ҡатнаша. Артабан Франция, Швейцария аша Италияға күсенә. Италияла Неаполь портынан пароходта Һинд-Ҡытай дәүләте — Сиамға китә.

Сиамда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сиамда Нгуен Ай Куок вьетнам эмигранттары күпләп йәшәгән урында төпләнә — Удон провинцияһында. «Тхау Тин» яңы псевдонимы аҫтында ул вьетнамдар араһында революцион төркөмдәрен булдырыу эшен башлай. Сиамда был ваҡытта Вьетнам революцион йәштәре ойошмаһы була инде.

1929 йылдың 11 ноябрендә Нгуен Ай Куок Француз Һинд-Ҡытайҙағы вьетнам император суды ситтән тороп уға үлем хөкөмөн сығарғанын белә. Коминтерн төркөмдәрҙе берләштереү буйынса эш ҡуша һәм 1929 йылдың декабрендә ул диңгеҙ юлы менән Сингапур аша Гонкогка юллана.

Гонконгта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1930 йылдың 3 февралендә Гонконг конференцияһында Нгуен Ай Куок һәм башҡа эмигранттар Франция Компартияһының филиалы итеп "Вьетнам коммунистар партияһы"н (КПВ) булдыралар.

Франция Компартияһы ярҙамы менән (һәм шәхсән Морис Торездың ярҙамы арҡаһында) Нгуен Ай Куок Вьетнам компартияһы ҡанаты аҫтына Һиндҡытай ярымутрауындағы тарҡалған төркөмдәрҙе йыйыуға өлгәшә һәм 1930 йылдың октябрендә ВКП-ның 1-се пленумында «Һинд-Ҡытай Коммунистик партияһы» (КПИК) тип үҙгәртелә, шулай уҡ сәйәси Һинд-Ҡытайҙа буласаҡ буржуаз-демократик революцияның бурыстарын һәм уның социалистик революцияһына әүерелеү юлдарын аныҡлаған партия программаһы ҡабул ителә.

Үҙаллылыҡ өсөн хәрәкәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1941 йылда япондар баҫып алған Һинд-Ҡытай хәрби-сәйәси Вьетминь ойошмаһын раҫлай, ойошма оккупанттар һәм колониалистар менән көрәште үҙ алдына маҡсат итеп ҡуя. Көньяҡ Ҡытайға ҡытай коммунистары һәм вьетнам эмигранттары менән бәйләнештәр урынлаштырыу өсөн килгәндән һуң, Гоминьдан хөкүмәте уны ҡулға ала һәм Нгуен Ай Куок төрмөлә йыл ярым үткәрә.

Икенсе бөтә донъя һуғышы аҙағында Хо Ши Мин япондар яҡлы булған хөкүмәткә ҡаршы 1945 йылғы Август революцияһын ойоштора, япондар киткәндән һуң Вьетминь Һинд-Ҡытайҙа власты үҙ ҡулдарына ала.

«Төньяҡ Вьетнам» һәм ВДР Президенты вазифаһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вьетнам Демократик Республикаһы һәм «Төньяҡ Вьетнам» премьер-министры (1946—1955) (1946—1969). Вьетнам Демократик Республикаһы һәм «Төньяҡ Вьетнам» президенты (1946—1969) була.

Президент Хо Ши Мин 61-се зенит-ракета дивизионының ут позицияһында. 1965 йылдың 26 августы

1954 йылдың июлендә Дьенбьенфтағы алышта француздар еңелгәндән һуң, Женева килешеүҙәренә ҡул ҡуйыла, уларға ярашлы Вьетнам территорияһы бойондороҡһоҙлоҡ ала һәм ваҡытлыса ике өлөшкә бүленә, ике арала милитаризацияланмаған зона булдырыла. «Төньяҡ Вьетнам» Хо Ши Мин етәкселегендәге Вьетнам Демократик Республикаһы ҡарамағына күсә һәм, шулай итеп, Азияның Көньяҡ-Көнсығыш төбәгендә беренсе социалистик дәүләт барлыҡҡа килә.

19551956 йылдарҙа уның хөкүмәте аграр реформаһын үткәрә, реформа барышында урта синыф шәхси милек институттары бөтөрөлә. Был үҙгәртеүҙәр етештереүҙең кәмеүенә һәм иҡтисади кризисҡа алып килә. Хо Ши Мин булдырған юғары власть, башҡа коммунистик режимдар кеүек, тоталитар идара итеү системаһында була.

«Төньяҡ Вьетнам» Кытай Халыҡ Республикаһынан һәм СССР-ҙан матди һәм хәрби ярҙам ала, шуға күрә республика етәкселеге сәйәсәте был илдәрҙең йоғонтоһо аҫтында була.

1965 йылдың 2 авгусында Вьетнам һыуҙарына законһыҙ ингән Америка эсминецен вьетнам катерҙары утҡа тотоуы арҡаһында АҠШ етәкселеге «Тонкин резолюцияһын» ҡабул итә. Үҙ сиратында, Вьетнам хөкүмәте Женева килешеүҙәренән сығыуы һәм хәрби ғәмәлдәргә әҙерлек башлауы тураһында иғлан итә.

Үлеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ханойҙа Хо Ши Мин Мавзолейы

1969 йылда вафат була. Совет белгестәре уның кәүҙәһен бальзамлай. Үҙе Хо Ши Мин васыятнамәһендә мәйетен яндырыуҙы үтенә, көлөн өс керамик урналарҙа илдең өс яғында — төньяҡта, көньяҡта һәм үҙенең тыуған үҙәктә ерләүен һораған[9]. Ханойҙа Бадинь майҙанында Мавзолейҙа ята.

Хо Ши Мин мираҫы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге ваҡытта Вьетнамда илдең сәйәси һәм ижтимағи тормошонда төп етәкселек ролен Хо ШИ Мин идеологияһы уйнай (tư tưởng Hồ Chí Minh), был идеология марксизм-ленинизмдың вьетнамланыуы тип һанала [10]

Әҫәрҙәр исемлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Библиография һәм баҫмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хо Ши Мин. «Расовая ненависть». Статья. 1922. 1922.[11]
  • Хо Ши Мин. «Вьетнамская женщина и французское господство». Статья. 1922.
  • Хо Ши Мин. «Сетования Чынг Чак». Статья в «Юманите», 24 июня 1922 г.
  • Nhung loi keu goi cua Ho Chu tich, tap. 1-6, Ha-noi, 1956-62;[12]
  • Ho Chu tich ban ve giao duc, Ha-noi, 1962;
  • Con nguoi xa hoi chu nghia, Ha-noi, 1961;
  • Избр. статьи и речи, М., 1959;
  • Тюремный дневник. Стихи, М., 1960;
  • Мой путь к ленинизму, «Проблемы востоковедения», 1960, No 2;
  • Ленинизм и освобождение угнетенных народов, М., 1960;
  • О Ленине, ленинизме и нерушимой советско-вьетнамской дружбе, М., 1969.
  • О Ленине, ленинизме и нерушимой Советско-Вьетнамской дружбе: избранные стати и речи. Изд-во полит. лит-ры, 1970
  • Хо Ши Мин. Тюремный дневник. Стихи. Перевод Павла Антокольского. Издательство литературы на иностранных языках, Ханой, 1975.
  • Хо Ши Мин. Избранное. Библиотека вьетнамской литературы. Прогресс, 1979.
  • Хо Ши Мин. Избранные стихи и проза. Издательство: «Художественная литература. Москва», 1985.
  • Хо Ши Мин. Избранное. Воспоминания о Хо Ши Мине. Издательство политической литературы, 1990.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хо Ши Мин ордены
  • 1947 йылда Вьетнамда Хо Ши Мин ордены раҫлана.
  • 1976 йылда уның хөрмәтенә Көньяҡ Вьетнам баш ҡалаһы Сайгон Хошимин тип үҙгәртелә.
  • 1987 йылда ЮНЕСКО Хо Ши Миндың тыуыуына 100-йыллыҡты билдәләү тәҡдимен яһаны.
  • 1996 йылда Вьетнамда Хо Ши МИн исемендәге Дәүләт премияһы иғлан ителә.
  • Пионер ойошмаһы Хо Ши Мин исемен йөрөтә (Хо Ши Мин коммунистик йәштәр союзы , Вьетнам)
  • Уның исеме Киев махсуслашҡан 251-се һанлы мәктәпккә бирелгән.
  • Алыҫ Көнсығыш тимер юлында Хо Ши Мин исемендәге электропоезд йөрөй.

Музей[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ханойҙа Хо ШИ Мин музейы. Үҙәк инеү урыны
  • Ханойҙа Хо Ши Мин мавзолей архитектура ансамбле: (Хо Ши Мин Мавзолейы — открыт в 1975 йылда асылған; Хо Ши Мин йорто бағаналарҙа;

Хо Ши Мин Президент һарайы музейы дворец (Ханой; бер бағанала ғибәҙәт йорто).

  • Хәҙерге ваҡытта Кимльен ауылында Хо Ши Миндың мемориаль йорт-музейы эшләй — ата-әсәһенең йортонан яҡынса километр алыҫлыҡтаурынлашҡан.

Һәйкәлдәр, урамдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хошиминда Халыҡ йыйылышы алдында һәйкәл
  • Хо Ши Мин һәйкәле Хошиминда Халыҡ йыйылышы алдында.
  • Хо Ши Мин исемендәге парк (1960-сы йылдарҙан) һәм Сантьягола (Чили) Хо Ши Мин исемендәге йәштәр молодёжный футбол чемпионаты[14].
  • Мәскәүҙә 1969 йылда майҙанға Хо Ши Мин исеме бирелә, 1990 йылда майҙанда Хо ШИ МИн һәйкәле урынлаштырыла.
  • Санкт-Петербургта, Санкт-Петербург дәүләт университетының Көнсығыш факультетында 2010 йылдың 19 майында Хо Ши Мин институты[15] һәм Хо Ши Мин һәйкәл асыла[16].
  • Уның хөрмәтенә Ульяновскта проспектҡа исем бирелә һәм һәйкәл ҡуйыла.
  • Буэнос-Айреста (Аргентина, 2012 йыл) Хо Ши Мин һәйкәле ҡуйыла[17].
  • Белоруссияла Добруш ҡалаһында бер урам Хо Ши Мин исемен йөрөтә.

Бонистика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хо Ши Мин һуңғы сериялағы бөтә вьетнам полимер банкноттарының ал яғында[18], шулай уҡ 2001 йылда сығарылған Вьетнам Банкының 50-йыллығына арналған иҫтәлекле банкнотала һүрәтләнгән.

Филателия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәнғәттәге образы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Музыкала[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Чили шағиры Виктор Хара Хо Ши Минға «El derecho de vivir en paz» йырын бағышлаған.
  • 1971 йылда немец композиторы Гюнтер Кохан «Хо Ши Мин

мираҫы» кантатаһын яҙа (нем. Das Testament von Ho chi Minh).

  • Николас Гильен "Хо Ши Минға элегия"ны яҙа

Театрҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Алжир драматургы Катеб Ясин Хо Ши МИнға «Резина сандалийлы кеше» драмаһын арнаған.

Кинола[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • "Нгуен Ай Куок Гонконгта " (2003), реж. Нгуен Кхак Лойя
  • «Тхау Тин Сиамда» (2014), реж. Буй Туан Зунг

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #11855168X // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 data.bnf.fr: اوپن ڈیٹا پلیٹ فارم, платформа відкритих даних, платформа открытых данных, plateforme de données ouvertes, piattaforma di dati aperti, Opendata-Plattform, otevřená data platforma, åben-data-platform, տվյալների բաց շտեմարան, platforma za odprte podatke, plataforma de datos abierta, plataforma de dados aberta, платформа адкрытых дадзеных, платформа на отворените данни, platforma otwartych danych, ашық деректер платформасы, ачык маалыматтарды платформа, açıq data platforma, ochiq ma'lumotlar platforma, açık verilerin platformu, платформа отвореног података, platforma otvorenih podataka, platforma otvorenog podataka, platforma otvorených údajov, πλατφόρμα ανοικτών δεδομένων, platformu atklātā datu, platforma atvira duomenų, platvormi avatud andmete, avoimen datan foorumi, nyílt adatok platformja, პლატფორმა ღია მონაცემები, платформа за отворени податоци, нээлттэй мэдээллийн тавцан, platformă de date deschise, platformo de malferma datumoj, open data platform, плятформа адкрытых зьвестак, Усьтэм даннойёслэн платформазы — 2011.
  3. 3,0 3,1 SNAC
  4. 4,0 4,1 Encyclopædia Britannica
  5. 5,0 5,1 (unspecified title)
  6. https://books.google.com/books?id=fJtqjYiVbUAC&pg=PA39#v=onepage&q&f=false
  7. Кобелев Е. Хо Ши Мин. Серия «Жизнь замечательных людей». М., Молодая гвардия, 1983.
  8. Нюэн Ай-Как. В гостях у коминтерщика (интервью Мандельштама с Хо Ши Мином, Огонек, № 39, 1923 г.)
  9. Хо Ши Мин умирал под объективом кинокамеры (интервью с академиком РАМН Юрием Лопухиным, Московский Комсомолец, 19 мая 2010)
  10. Колотов В.Н. Идеология Хо Ши Мина против французской стратегии молниеносной войны (русский) // Вопросы истории. — 2017. — № 6. — С. 39-52. — ISSN 0042-8779.
  11. Буркин Павел Витальевич. Становление французской колониальной империи
  12. Философская Энциклопедия. В 5-х т. — М.: Советская энциклопедия. Под редакцией Ф. В. Константинова. 1960—1970.
  13. Hồ Chí Minh, «Lời phát biểu tại kỳ họp thứ Sáu quốc hội khóa II», trang của Quốc hội Việt Nam. Truy cập 2008-28-10.
  14. Giải bóng đá mang tên lãnh tụ Hồ Chí Minh tại Chile — Sự kiện — Dân trí
  15. Институт Хо Ши Мина.
  16. В Санкт-Петербурге в честь Хо Ши Мина открыли памятник и институт
  17. Tượng đài Bác Hồ giữa lòng thủ đô Argentina — Thế giới — Dân trí
  18. Валюта Вьетнама

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Афонин С., Кобелев Е. Товарищ Хо Ши Мин. М.: Политиздат, 1980.
  • Кобелев Е. Хо Ши Мин. Серия «Жизнь замечательных людей». М.: Молодая гвардия, 1983.
  • Афонин С., Кобелев Е. Беседы о Хо Ши Мине. М.: Детская литература, 1987.
  • Хо Ши Мин. Биография / Отв. ред. В. Н. Колотов. Ханой: Политическая теория, 2016. — 860 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Sovetika.ru — сайт о Советской эпохе. Хо Ши Мин — речи и выступления
  • Нят-Нам.ру — материалы о Вьетнаме. Встречи с Хо Ши Мином.