Храпова Лариса Евгеньевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Лариса Евгеньевна Храпова
220px
Тыуған көнө:

10 май 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны:

в городе Кизляре Чечено-Ингушской АССР

Вафат булған көнө:

1 июнь 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (90 йәш)

Вафат булған урыны:

Ростов-на-Дону

Эшмәкәрлеге:

писатель, журналист

Жанр:

проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

русский

Наградалары:
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы

Храпова Лариса Евгеньевна (10 май 1927 йыл1 июнь 2017 йыл) — совет һәм Рәсәй яҙыусыһы, журналист. 1969 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лариса Евгеньевна Храпова 1927 йылдың 10 майында Чечен-Ингуш АССР-ының Кизляр ҡалаһында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған.

Бала сағы Шелковская станицаһында үтә, унда атаһы урта мәктәп директоры булып эшләй. 1939 йылда уларҙың ғаиләһе Төньяҡ Осетияға, тәүҙә Дарг-Кох станцияһына, ә 1943 йылда Оржоникидзе ҡалаһына күсә. Бында Л. Храпова урта мәктәпте, артабан пединституттың тарих факультетын тамамлай. Ставропольского крайының Безопасное ауылында һәм Оржоникидзе ҡалаһында уҡытыусы булып эшләй. 1955 йылан алып журналистика менән шөғөлләнә: «Социалистическая Осетия» гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре булып эшләй.

1966—1967 йылдарҙа Орджоникидзе автотрактор электр ҡоролмалары заводының күп тиражлы «Луч» гәзитендә мөхәррир булып эшләй. 1978 йылда Лариса Евгеньевна «Социалистическая Осетия» гәзитенә кире ҡайта.

1974 йылда Дондағы Ростовҡа күсә.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Журналистика Лариса Храповаға күҙәтергә бик күп материал бирә. Редакция ҡушыуы буйынса Николаевская станицаһы һәм осетин ауылы Дигора партизандары тураһындағы очерк яҙыу өсөн йыйған материал Храпованың «Терек — река бурная» (1960) романының нигеҙенә ята. Ысынбарлыҡта йәшәгән геройҙары артынан эйәреп, автор Теректағы 1918—1919 йылда булған ваҡиғаларҙың киң картинаһын һүрәтләй. Романдың үҙәгендә — Бичераховтың аҡ гвадиясылары бандаһынан Владикавказ ҡалаһын һаҡлау.

Бының артынан Л. Храпованың бер-бер артлы әҫәрҙәре: «Жизнь, прими меня» (1965) повесы, «Майя-майка — председательская дочь» (1965), «После ливня» (1971) хикәйәләр йыйынтыҡтары. Уларҙың барыҙы ла фактик материалдарға нигеҙләнгән, яҙыусының замандаштары, уларҙың яҡты уй-тойғолары тураһында һөйләй.

1974 йылда Дондағы Ростовҡа күскәс, яҙыусы «Улица заводская» повесы менән дебют яһай. Повестың геройҙары — сәнәғәт предприятиеһы эшселәре. Повеста хеҙмәт көндәре һәм эшселйр коллективының проблемалары күрһәтелә.

Лариса Евгеньевна Храпованың Дондағы Ростовта 1980 йылда сыҡҡан «Дом наш — дом детей наших» яңы романы тәбиғәтте һаҡлау темаһына арналған. «Один из дней, каких много» (1983) һәм «Своя ноша» романында ла яҙыусы тәбиғәтте һаҡлау тураһында яҙа.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Медаль «За доблестный труд в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
  • Төньяҡ-Осетия АССР-ы Юғары Советы Президиумының Маҡтау Грамотаһы

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Терек — река бурная: Роман. — Оржоникидзе: Сев.- Осетин, кн. изд-во, 1960. {0}[13]{/0}} (1936)
  • Жизнь, прими меня: Повесть. — Оржоникидзе: Сев.- Осетин, кн. изд-во, 1965.
  • Майя-майка — председательская дочь: Повесть. Рассказы. — Оржоникидзе: Сев.- Осетин, кн. изд-во, 1965.
  • Чем пахнет небо: Рассказы. — Оржоникидзе: Ир, 1969.
  • После ливня: Рассказы. — Оржоникидзе: Ир, 1971.
  • Улица заводская: Повесть. — Ростов н/д: Кн. изд-во, 1977.
  • Дом наш — дом детей наших: Роман. — Ростов н/д: Кн. изд-во, 1980.
  • Один из дней, каких много: Повесть, рассказы. — Ростов н/д: Кн. изд-во, 1983.
  • Своя ноша: Роман. — Ростов н/д: Кн. изд-во, 1985.
  • Одна страница сиятельной жизни. — Ростов н/д: Ростиздат, 2003.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Писатели Дона: Библиографический указатель. — Изд. 2-е, испр. и доп. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1986. — 416 с.
  • Дон литературный. Писатели России. Шолоховский край. XIX—XXI вв.:справ. изд., Сост. Губанов Г. — Ростов н/Д, 2006. — 512 с. ISBN 5-481-00623-5

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]