Хрипунов Степан Дмитриевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Степан Хрипунов
Позиция

һөжүмсе

Буйы

186 см

Ауырлығы

82 кг

Ҡулсыр

һул

Ҡушаматы

Степа
Мини-Дацюк

Гражданлығы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тыуған көнө

24 июнь 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (28 йәш)
Екатеринбург, Рәсәй

Карьера
2012—ә.в.
Хоккейсы карьераһы
2012—2016 Рәсәй флагы Толпар
2015—2017 Рәсәй флагы Торос
2015—2017 Рәсәй флагы Салауат Юлаев
2017—ә.в. Рәсәй флагы Автомобилист
2017—ә.в. Рәсәй флагы Горняк

Хрипунов Степан Дмитриевич (24 июнь 1995 йыл, Екатеринбург, Рәсәй) — Рәсәй хоккейсыһы, үҙәк һөжүмсе. Екатеринбургтың «Автомобилист» хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе һәм әлеге ваҡытта Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған ошо команда уйынсыһы.

Карьера[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Степан Хрипунов хоккей менән Екатеринбург ҡалаһында «Автомобилист» хоккей клубының мәктәбендә шөғөлләнә башлай. 2008/2009 йылдар миҙгелендә ул үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселегенең Урал регионында 34 уйында 41 (16+25) мәрәй йыя. Киләһе миҙгелдә ул 28 осрашыуҙа 26 мәрәй йыя, ә «Автомобилист» Рәсәй беренселегенең финалына сыға. Шунда ул ике һөҙөмтәле пас бирә һәм командала капитандың ассистенты була, тик командаһы миҙаллы урындарға эләгә алмай. 2010/2011 йылдар миҙгелен Степан Екатеринбургта башлаһа, Өфөлә «Салауат Юлаев» хоккей клубында тамамлай. Ул 35 уйында 48 мәрәй йыя. 2012/12 миҙгелендә Рәсәй беренселегендә ул 36 осрашыуҙа 44 мәрәй йыя. Владислав Третьяк кубогында «Салауат Юлаев» бар дәғүәселерән ота һәм трофейҙы яулай. Степан дүрт осрашыуҙа ике гол керетә һәм 10 һөҙөмтәле пас бирә. Шулай уҡ Степан Башҡортостан республикаһы йыйылма командаһында йәштәрҙең ҡышҡы Спартакиадаһында ҡатнаша. Ул алты уйында 14 мәрәйгә өлгәшә, ә Башҡортостан командаһы икенсе урынды яулай.

2012 йылда үткән КХЛ юниорҙар драфтында Степанды дүртенсе раундта дөйөм 109-сы һан аҫтында «Автомобилист» хоккей клубы һайлай, әммә «Салауат Юлаев» уны һаҡлап ҡала. Ошо йылдан башлап Хрипуновтың профессиональ карьераһы башлана. «Салауат Юлаев» системаһында булған «Толпар» өсөн Йәштәр хоккей лигаһында сығыш яһай башлай. 29 сентябрҙә лигала тәүге шайбаһын керетә. Даими миҙгелдә ул бөтәһе 51 уйында 21 (7+14) мәрәй йыя. «Толпар» плей-оффта конференциялар ярымфиналында «Омские Ястребы» хоккей клубына еңелә. Степан плей-оффтың алты осрашыуында биш мәрәйгә өлгәшә. 2013/14 йылдар миҙгелендә «Толпар» көнсығыш конференцияһында бишенсе урынды ала. Степан клуб өсөн уйнауҙан башҡа ЙХЛ-дың «Ҡыҙыл йондоҙҙар» йыйылма командаһы составында Төньяҡ Америкала турнела 5 уйында ҡатнаша. ЙХЛ плей-оффында «Толпар» «Мамонты Югры» хоккей клубына отола. Ә Степан һигеҙ осрашыуҙа икешәр гол керетә һәм һөҙөмтәле пас бирә.

2014 йылдың авгусында Өфөлә Йәштәр клуб командалары араһында донъя кубогы үтә. «Толпар» шунда хужа команда булараҡ ҡатнаша. Өфө хоккейсылары финалға етә һәм шунда «Спартак» командаһына отола. Степан Хрипунов турнирҙың иң ҡиммәтле уйынсыһы тип таныла һәм 6 уйында 4 мәрәй йыя. Ошо миҙгелдә ул командала капитандың ассистенты ролен башҡара. Ул лигала даими чемпионатта бөтәһенән дә күберәк һөҙөмтәле пас бирә. 3 октябрҙә ул «Челны» командаһына ҡаршы уйында тәү тапҡыр бер уйында өс гол керетә. «Толпар» Харламов кубогында ике команданы үтеп, конференциялар ярымфиналында буласаҡ чемпионға «Чайка» хоккей клубына еңелә. Степан ошо миҙгелдә бөтәһе 59 уйында 71 мәрәй йыя. 13 апрелдә Хрипунов «Салауат Юлаев» менән ике йылға ике яҡлы контракт төҙөй[1].

2015/2016 йылдар миҙгелендә 9 сентябрҙә Степан КХЛ-да тәүге уйынын үткәрә. Шул көндә «Салауат Юлаев» Мәскәүҙә ЦСКА-ға ҡаршы уйнай һәм отола. 2 октябрҙә тәүге мәрәйен йыя, ә 1 февралдә «Барыҫ» хоккей клубына ҡаршы уйында тәүге шайбаһын керетә[2]. Бөтәһе 14 уйында ул 3 мәрәй йыя. Гагарин кубогы өсөн плей-оффта «Салауат Юлаев» конференциялар финалына етә һәм КХЛ чемпионатының бронза миҙалдарын еңә. Степан плей-оффта ун уйын үткәрә һәм бер һөҙмтәле пас бирә. Шулай уҡ ул Юғары хоккей лигаһында «Торос» өсөн сығыш яһай. Шунда ете уйында бер гол керетә һәм өс мәрәй йыя. ЙХЛ-да «Толпар» өсөн 25 уйында 39 (11+28) мәрәй йыя. Лиганың иң яҡшы уйынсылары ҡатнашҡан Саҡырыу кубогында ла Степан ҡатнаша[3].

2016/17 йылдар миҙгелен Степан Михаил Воробьев һәм Кирилл Капризов менән бер звенола башлай. Миҙгелдең тәүге уйынында уҡ ул гол керетә. 8 ноябрҙә ул тәү тапҡыр КХЛ-да бер уйында ике мәрәй йыя. Степан даими миҙгелдең 50 уйынында 9 (2+7) мәрәй йыя. ЮХЛ плей-офф уйындарында ул ике уйында бер һөҙөмтәле пас бирә, ә «Торос» тәүге раундта еңелеп ҡала. 30 апрелдә Степандың «Салауат Юлаев» менән контракты тамамлана, һәм Степан сикләнгән ирекле агент статусын ала. 19 майҙа «Автомобилист» уға тәҡдим яһай, һәм хоккейсы уны ҡабул итә[4]. Әммә 24 майҙа «Салауат Юлаев» менән Степан ике йылға яңы контракт төҙөй[5].

2017/2018 йылдар миҙгелендә Степан «Салауат» өсөн бер генә уйын үткәрә, күбеһенсә ул ЮХЛ-да «Торос» өсөн сығыш яһай. Шунда ул 9 осрашыуҙа 3 (2+1) мәрәй йыя. 9 октябрҙә «Салауат Юлаев» һәм «Спартак» уйынсылары менән алмаша, һәм Степан Хрипунов Мәскәүгә күсә[6]. Әммә икенсе көнгә үк уны Екатеринбургтан «Автомобилист» аҡсалата компенсацияға алмаштырып үҙенә ала[7]. Нисәмә йылдан һуң ул тыуған ҡалаһына ҡайта.

«Автомобилист» өсөн ул миҙгел аҙағына тиклем 19 уйын уҙғара, 2018 йылдың 11 ғинуарында Степан яңы клуб өсөн тәүге шайбаһын керетә. Бөтәһе был миҙгелдә ул 4 мәрәй йыя, шулай уҡ ЮХЛ-да Учалынан «Горняк» өсөн бер уйында ике һөҙөмтәле пас бирә. 2018/2019 йылдар миҙгелендә «Металлург», «Себер» һәм «Куньлунь Ред Стар» хоккей клубтарына берешәр гол керетә, ә 2019 йылдың 25 ғинуарында «Нефтехимик» командаһына ҡаршы уйында 2 мәрәй йыя. «Автомобилист» үҙ тарихында тәүге тапҡыр конференцияла беренсе урынды яулай, ә Гагарин кубогының сирекфиналында Хрипуновтың элекке командаһы «Салауат Юлаевҡа» серияла 1-4 иҫәбе менән отола. «Горняк» өсөн ЮХЛ даими миҙгелендә Степан 7 уйында ҡатнаша һәм 3 һөҙөмтәле пас бирә. Миҙгел тамамланғас, Степан Хрипунов «Автомобилист» менән ике йылға контракт төҙөй[8].

Рәсәй йыйылма командаһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Степан Рәсәй йәштәр йыйылма командаһына 2014 йылда саҡырыла. Шунда Чехиялағы турнирҙа Рәсәй өсөнсө урынды яулай, ә Хрипунов бер һөҙөмтәле пас бирә.

Статистика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуңғы яңыртыу: 31 июль 2019

Клубта карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Даими миҙгел Плей-офф
Миҙгел Команда Лига У Г П М Штр +/− У Г П М Штр +/−
2012/13 Толпар ЙХЛ 51 7 14 21 18 4 6 2 3 4 4 3
2013/14 Толпар ЙХЛ 55 11 36 47 18 16 8 2 2 4 6 -3
2014 Толпар ДК 4 2 1 3 6 3 2 1 0 1 0 2
2014/15 Толпар ЙХЛ 48 21 39 60 59 21 11 2 9 11 4 0
2015/16 Толпар ЙХЛ 25 11 28 39 10 16
2015/16 Торос ЮХЛ 7 1 2 3 0 0
2015/16 Салауат Юлаев КХЛ 14 1 2 3 2 2 10 0 1 1 2 -1
2016/17 Торос ЮХЛ 0 0 0 0 0 2 0 1 1 4 -1
2016/17 Салауат Юлаев КХЛ 50 2 7 9 6 -2 3 0 0 0 0 0
2017/18 Салауат Юлаев КХЛ 1 0 0 0 0 -1 Команданан китә
2017/18 Торос ЮХЛ 9 2 1 3 2 2 Команданан китә
2017/18 Автомобилист КХЛ 19 1 3 4 4 -2
2017/18 Горняк ЮХЛ 1 0 2 2 0 -1
2018/19 Автомобилист КХЛ 23 3 5 8 6 5 2 0 0 0 0 1
2018/19 Горняк ЮХЛ 7 0 3 3 2 -1
2019/20 Автомобилист КХЛ
Бөтәһе ЮХЛ-да 24 3 8 11 4 0 2 0 1 1 4 -1
Бөтәһе ЙХЛ-да 179 50 117 167 105 57 25 6 14 20 14 0
Бөтәһе КХЛ-да 107 7 17 24 18 2 15 0 1 1 2 0

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2 Йәштәр клуб командалары араһында донъя кубогының көмөш миҙалсыһы һәм турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы — 2014.
  • 1 КХЛ һәм Рәсәй чемпионаттарының бронза миҙалсыһы — 2015/16.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Степан Хрипунов өсөн билдәле хоккейсы Павел Дацюк яҡын туған була. 2019/2020 йылдар миҙгелендә улар бергә тыуған Екатеринбург ҡалаһында уйнайҙар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]