Худякова Антонина Фёдоровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Худякова Антонина Фёдоровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 20 июнь 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Слобода[d], Карачевский уезд[d], Орёл губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 17 декабрь 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Александрия, Кировоград өлкәһе, Украина
Һөнәр төрө лётчик
Уҡыу йорто Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһы
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание подполковник[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө Авиация
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «70 лет Вооружённых Сил СССР»
Изображение памятной доски
 Худякова Антонина Фёдоровна Викимилектә

Худякова Антонина Фёдоровна (20 июнь 1917 йыл — 17 декабрь 1998 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкы 325-се төнгө бомбардировка авиация дивизияһының эскадрилья командиры урынбаҫары, гвардия өлкән лейтенанты. Советтар Союзы Геройы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Антонина Фёдоровна Худякова 1917 йылдың 20 июнендә Новая Слобода ауылында (хәҙер Брянск өлкәһе Карачевский районы) күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ.

1933 йылда Бежицкий индустриаль техникумына уҡырға инә, 1936 йылда иретеп йәбештере-се һөнәрен алып, уны тамамлай. Днепродзержинский вагон төҙөү заводында мастер булып эшләй. Фабрика-завод училищеһының киске мәктәбендә уҡыта[1] 1939 йылда Днепродзержинский аэроклубын, ә 1940 йылда — Осоавиахим Херсон авиация мәктәбен тамамлай. Мәктәптә Орел аэроклубында осоусы- инструктор булып эшләй.

Ҡыҙыл Армияла — 1941 йылдың октябренән. 1942 йылда команда составын камиллаштырыу курстарын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында 46-сы гвардия төнгө авиаполкының (325-се төнгө бомбардировка авиация дивизияһы, 4-се һауа армияһы, 2-се Белорус фронты) эскадрилья командиры урынбаҫары А. Ф. Худякова дошман ғәскәрҙәрен бомбаға тотоу буйынса 926 хәрби осош яһай, 130 тонна бомба ташлай, 3 складты, 12 машинаны, 2 кисеүҙе, 1 тимер юл составын, 4 батареяны юҡ итә[2] Һуғыш тамамлағандан һуң профессор Жуковский исемендәге хәрби-һауа академияһы тамамлай, авиацияның подполковнигы- инженеры, техник фәндәре кандидаты, доцент[3]. 1952 йылдан КПСС ағзаһы.

1946 йылдан алып 1957 йылға тиклем Иваново өлкәһенең Тейково ҡалаһында йәшәй, унда Осоавиахим район комитеты рәйесе булып эшләй, артабан иренең хеҙмәт урынына Амурҙағы Николаевск ҡалаһына күсеп килә (1956), ә 1961 йылда Украинаның Кировоград Александрия ҡалаһында йәшәй[4]. 1980 йылдан 1991 йылға тиклем ҡала халыҡ крайҙы өйрәнеү музейы директоры булып эшләй[5]

1998 йылдың 17 декабрендә вафат була.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

889-сы төнгө бомбардировка полкының осоусыһы Игорь Иванович Семиреченскийға кейәүгә сыға. Никахтан ҡыҙы Татьяна һәм улы Игорь тыуа. Ике ейәнсәргә өләсәй — Катя (Францияла йәшәй) һәм Тони (Ҡырымда йәшәй)[6]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майындағы Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн гвардия өлкән лейтенанты Худякова Антонина Фёдоровнаға Ленин ордены һәм «Алтын йондоҙ» миҙалы (№ 6150) таршырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[7].
  • Ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены, өс 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены шулай уҡ миҙалдар менән бүләкләнә
  • Александрия һәм Карачев ҡалаларының почётлы гражданы.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тышҡы медиафайлдар
  • Александрия ҡалаһында А. Ф. Худякова йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[8].
  • Карачев ҡалаһында Геройҙар аллеяһы асыла, унда скульптор А.Ромашевский эшләгән Худякованың үҙе тере сағында бронза бюсы ҡуйыла[9].
  • Тейково ҡалаһында 2018 йылдың 17 декабрендә 1946 йылдан алып 1957 йылға тиклем А. Ф. Худякова йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.[10]
  • Журналист һәм яҙыусы Тамара Аноко Советтар Союзы Геройы А. Ф. Худяковаға арналған «Ориентир на настоящего героя» повесын яҙа[11]
Был мемориаль таҡта Тейково Худякова

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Худякова Антонина Федоровна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 698. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Уткина Т. Вера в победу // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 с.
  • Ракобольская И. В., Кравцова Н. Ф. «Нас называли ночными ведьмами». — М.: Изд-во МГУ, 2005. — 336 с.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Худякова Антонина Фёдоровна. Памятный мемориал «Герои-лётчики земли брянской». БООО «Общество ветеранов авиации имени дважды Героя Советсткого Союза П. М. Камозина».
  2. Т. Уткина. Худякова Антонина Фёдоровна. О самолётах и авиастроении (13 июнь 2012).
  3. Тамара Аноко.Герой Советского Союза. Антонина Фёдоровна Худякова. (20.06.1917 г. — 17.12.1998 г.)Форум поисковиков «Брянский фронт». газета «Брянский рабочий»(23.06.2017).
  4. Тамара Аноко.Герой Советского Союза. Антонина Фёдоровна Худякова. (20.06.1917 г. — 17.12.1998 г.). Форум поисковиков «Брянский фронт». газета «Брянский рабочий»(23.06.2017).
  5. Валентина Дацька.Повітряні баталії Антоніни Худякової.Кировоградский областной краеведческий музей(14.06.2012).
  6. Елена Карпачёва. Полёт сквозь столетие (3 июль 2017).
  7. Уфаркин Николай Васильевич. Худякова Антонина Фёдоровна (20.06.1917 - 17.12.1998). Герой Советского Союза. Герои страны.
  8. Мемориальная доска в Александрии.
  9. Сайт скульптора Александра Ромашевского 2020 йыл 16 февраль архивланған..
  10. О войне, о подвигах, о славе
  11. Орієнтир на справжнього героя (рос.). 2019 йыл 16 ғинуар архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]