Хужин Илвир Илдар улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Илвир Хужин
Шәхси мәғлүмәт
Енесе

Ир-егет

Тулы исеме

Хужин Илвир Илдар улы

Специализация

бобслейсы

Тыуған датаһы

14 июнь 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (33 йәш)

Тыуған ере

Башҡортостан, Нефтекама

Тренеры

Фәйезов Р. Ш.

Буйы

190

Ауырлығы

84

Хужин Илвир Илдар улы (14 июнь 1990 йыл) — Рәсәй спортсыһы, бобслейсы, Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры. 2014 йылда Сочи ҡалаһында үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. Бобслей буйынса Рәсәй Федерацияһы йыйылма командаһы составында Александр Касьянов экипажында сығыш яһап, дүртенсе урынды яуланы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостандың Нефтекама ҡалаһында 1990 йылдың 14 июнендә тыуған. Ҡаланың 10-сы мәктәбенең 9-сы синыфын тамамлағандан һуң, Нефтекама нефть колледжында электротехник һөнәрен үҙләштергән. Башҡорт дәүләт аграр университетының энергетика факультетын тамамлаған.

Спортсының атаһы Илдар Шәрифулла улы Хужин тыумышы менән Пермь крайынан, ата-әсәһе ул сабый саҡта уҡ Нефтекамаға күсеп килеп төпләнгән. Улар — ҡаланың тәүге төҙөүселәре. Илдар Шәрифулла улы атаһы өлгөһөндә штанга күтәреү, һуңыраҡ бокс менән шөғөлләнгән. Уның һүҙҙәренсә, улын сабый саҡтан уҡ иртәнге гимнастикаға ылыҡтырған. Илвир теремек һәм хәрәкәтсән малай булып үҫкән, физкультура дәрестәрен яратҡан, урта кластарҙа бик теләп йүгереү менән шөғөлләнә башлаған. Тәүге уңыштарын күргән тренер-уҡытыусылары уны балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә саҡырған. Колледжда уҡығанда ла спорттан айырылмаған, һуңыраҡ бобслейҙы үҙ иткән.

Илвирҙың әсәһе — Гөлдәр Ғайса ҡыҙы — Башҡортостандың Әлшәй районы Балғажы ауылынан, педагогия училищеһын тамамлағандан һуң, йүнәлтмә менән Нефтекамаға эшкә ебәрелгән. Уның әйтеүенсә, бәләкәйҙән спортҡа ылығып киткәс һәм яратҡан шөғөлөн тапҡас, Илвир үҫмер осоронда төрлө кире күренештәрҙән ситтә торған. Уҡыуҙан һуң дәрестәргә әҙерләнеү һәм секцияға йөрөүҙән башҡаға әллә ни ваҡыты ла булмаған.

Илвир Хужинды оло спортҡа алып сығыусылар:

  • еңел атлетика буйынса уның тәүге тренеры — Вәзир Рәшит улы Шафиҡов, Нефтекама ҡала хакимиәтенең спорт буйынса комитетының Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең еңел атлетика буйынса юғары квалификациялы тренер-уҡытыусыһы, «Рәсәйҙең иң яҡшы балалар тренеры» премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы һәм иң яҡшы тренеры.
  • бобслей буйынса беренсе остазы — Рөстәм Шәриф улы Фәйезов, «Башҡортостан Республикаһының Юғары спорт оҫталығы мәктәбе»нең тренер-уҡытыусыһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, Башҡортостан Республикаһының «Халыҡтар дуҫлығы» ордены кавалеры (2006).

Спорт өлкәһендәге эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бала саҡтан еңел атлетика (100 һәм 200 метрға йүгереү) менән мауыға, 2007 йылда мастерлыҡҡа кандидат нормаһын үтәй (тренеры Вәзир Шафиҡов). Шул йылдан Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Рөстәм Фәйезов ҡулы аҫтында бобслей менән ныҡлап шөғөлләнә башлай. 2008 йылда Рәсәйҙең бобслей буйынса үҫмерҙәр йыйылма командаһына саҡырыла.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2016 йылдың март аҙағында Сочи ҡалаһында үткән бобслей буйынса Рәсәй чемпионатында Александр Касьянов экиипажы составында Илвир Хужин еңеү яуланы[1].
  • Бобслей буйынса донъя кубогының АҠШ-тың Парк-Сити ҡалаһында уҙғарылған бишенсе этабы барышында Александр Касьянов экипажы беренсе урын яуланы. Рәсәйҙәр составында Башҡортостан бобслейсыһы Илвир Хужин алтын миҙалға лайыҡ булды[2].[3]
  • 2016 йылдың 10 ғинуарында бобслей һәм скелетон буйынса донъя кубогының Лейк-Плэсидта (АҠШ) үткән дүртенсе этабы ярыштарында составына Илвир Хужин ингән Александр Касьянов экипажы көмөш миҙал яуланы. Беҙҙең егеттәр Канада спортсыларынан 0,09 секундҡа шәберәк булды[4].
  • «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (Дмитрий Слезин) 2015 йылдың 2 мартындағы түбәндәгеләрҙе хәбәр итте: Илвир Хужин тағы ла бобслей һәм скелетон буйынса донъя чемпионатының медаленә лайыҡ булды. Германияла барған бобслей һәм скелетондың донъя чемпионатында команда турниры буйынса ярыштар үтте. Башҡорт спортсыһы Илвир Хужин бобслейсылар Александр Касьянов (экипаж етәксеһе), Александр Родионов, Надежда Палеева, скелетонистар Александр Третьяков һәм Мария Орлова ингән Рәсәй йыйылма командаһы составында бронза миҙал яуланы. Был бәйге йомғаҡтары һөҙөмтәһендә тәүге ике урын немец спортсылары иҫәбендә.
  • 2015 йылдың 20 февралендә Сочи ҡалаһында тамамланған бобслей һәм скелетон буйынса Донъя кубогының һигеҙенсе этабы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан спортсыһы Ильвир Хужин Рәсәй йыйылма командаһының Александр Касьянов экипажында Алексей Пушкарев һәм Алексей Зайцев менән бергә көмөш миҙалға лайыҡ булды.
  • 2015 йылдың 1 февралендә Францияның Ла-Плани ҡалаһында үткән бобслей һәм скелетон буйынса Европа чемпионатында һәм уның менән бергә уҙғарылған Донъя кубогының алтынсы этабында составында Рәсәй командаһының Илвир Хужин булған Александр Касьянов экипажы, икенсе урынды алып, көмөш миҙал яуланы. Ике ынтылыш буйынса беҙҙең спортсылар беренсе урынды алыусыларҙан 0,28 секундҡа ҡалышты.
  • 2015 йылдың 9—11 ғинуарында Германияның Альтенберг ҡалаһында бобслей һәм скелетон буйынса сезонда өсөнсө һәм йыл башынан беренсе тапҡыр үткәрелгән Донъя кубогының бишенсе этабында составында Илвир Хужин булған дүрт кешелек Рәсәй экипажы (етәксеһе Александр Касьянов) бишенсе урынды яуланы.
  • 2014 йылда Сочи ҡалаһында үткән Ҡышҡы Олимпия уйындарында Рәсәй бобслей командаһы составында сығыш яһаны. Александр Касьянов экипажы, Америка Ҡушма Штаттарының бронза миҙал яулаған бобслейсыларынан 0,03 секундҡа ғына ҡалышып, дүртенсе урынды алды.
  • 2012 йыл: бобслей буйынса Рәсәй чемпионатының (Сочи ҡалаһы) бронза миҙалы; Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында Үҫмерҙәр араһындағы донъя беренселегендә икенсе урын; Бобслей буйынса донъя кубогы этаптарының көмөш һәм бронза призеры.
  • 2011 йыл: Бобслей буйынса Рәсәй Федерацияһы беренселеге еңеүсеһе.
  • 2009 йыл: Нефтекама ҡалаһы спортсылары араһында «2009 йылдың иң яҡшы күрһәткесе» номинацияһында еңеүсе. Бобслей буйынса Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында Үҫмерҙәр араһындағы донъя беренселегендә 7 урынды яулай, Рәсәйҙең спорт мастеры нормативын үтәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Йыл йомғаҡтары буйынса Нефтекама ҡала хакимиәте тарафынан «2013 йылдың иң яҡшы спортсыһы» исеме бирелеп, махсус бүләк тапшырылды.

Уның тураһында ваҡытлы матбуғат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]