Хушенг Сәйхун
| Хушенг Сәйхун | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 22 август 1920 |
| Тыуған урыны | Тәһран, Иран |
| Вафат булған көнө | 26 май 2014 (93 йәш) |
| Вафат булған урыны | Ванкувер, Метро-Ванкувер[d], Британ Колумбияһы, Канада |
| Һөнәр төрө | архитектор, скульптор, рәссам |
| Эш урыны | Тәһран университеты |
| Уҡыу йорто | Тәһран университеты |
| Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Хушенг Сәйхун (фарс. هوشنگ سیحو2 2 август 1920 йыл, Тәһран — 26 май 2014 йыл, Ванкувер) — иран архитекторы, скульптор, рәссам, ғалим һәм профессор. Ул Парижда Юғары милли һынлы сәнғәт мәктәбендә һынлы сәнғәтте өйрәнә һәм Тәһран университетында архитектура өлкәһендә дәрәжәгә эйә була[1]. Сәйхун үҙенең новаторлыҡ һәм креатив архитектура дизайны менән айырыуса билдәле. Уның архитектура мираҫына бик күп һәйкәлдәр һәм меңдән ашыу шәхси виллалар инә.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сейхун 1920 йылдың 2 авгусында музыкант һәм баһаи мантра-доғаларын башҡарыусыһы ғаиләһендә тыуа. Уның олатаһы Мирза Абдулла Фарахани традицион музыканың башлап ебәреүсеһе була. Әсәһе, Мәүлүд Кханом, сетар уйнай, ә ағаһы, Әхмәт Эбади, данлыҡлы сетар оҫтаһы була.
Тәһран университетының архитектура кафедраһының һынлы сәнғәт факультетын тамамлағас, Сәйхун Андре Годар саҡырыуы буйынса уҡыуын дауам итеү өсөн Парижға юллана. Отелло Заварони ҡулында өс йыл уҡығандан һуң, сәнғәт фәндәре докторы дәрәжәһен ала.

1952 йылда Хамаданда Әбүғәлисина (Авиценна) ҡәбере янында йәш архитектор Хушенг Сәйхун проекты буйынса мемориаль һәйкәл төҙөлә. Унда көмбәҙ менән тоташтырылған ун ике бейек бағана урынлашҡан. Улар 12 сәнғәтте (фәнде) — бөйөк ғалим үҙләштергән белем тармаҡтарын күрһәтә.
Сәйхун Нишапурҙа тағы бер бөйөк шағир, философ һәм математик Ғүмәр Хәйәмдең ҡәберенә һәйкәл төҙөй. [[Файл:Mausoleum_of_Omar_Khayyám.jpg|справа|мини|220x220пкс|Нишапурҙа Ғүмәр Хәйәм кәшәнәһе Үҙенең күп кенә әҫәрҙәрендә архитектор Сәйхун заманса функционализм принциптарын Иран сәнғәтенең традицион элементтары — урта быуат орнаменты, эпиграфика һәм башҡа мотивтары менән тәбиғи берләштерергә ынтыла.
Ирандың милли археология комитеты, урбанизация буйынса юғары комитеты, Ирандың бөтә университеттарының үҙәк комитеты, ИКОМОС-тың Халыҡ-ара комитеты ағзаһы була һәм 15 йыл дауамында Ирандағы тарихи биналарҙы яңыртыу өсөн яуаплы була.
Сәйхун яҡшы архитектор, шағир кеүек үк, ябай һәм еңел булырға тейеш, тип иҫәпләй. Сәйхун айырыуса үҙенең инновацион һәм ижади архитектура проекттары менән дан тота. Уның архитектура мираҫына күп һанлы һәйкәлдәр һәм меңдән ашыу шәхси виллалар инә.
Сәйхун 1950 йылдарҙа Иранда проектлау эштәре, шул иҫәптән Тәһран Үҙәк тимер юл вокзалы һәм ғалимдар/әҙәби эшмәкәрҙәр ҡәберлектәре (мәҫәлән, Хамадандағы Авиценна мавзолейы) менән дан ала[2] . Ул Тәһран университетының архитектура колледжы уҡытыусыһы була, шулай уҡ алты йыл Тәһран университетының һынлы сәнғәт (һынлы сәнғәт) колледжы деканы булып эшләй[3].
1979 йылғы Иран революцияһынан һуң Ванкуверға күсә һәм вафатына тиклем һөргөндә йәшәй[4][3].
Хушенг Сәйхун 2014 йылдың 26 майында Лос-Анджелеста вафат була.
Деравш Арыҫлан, ҡояш һәм Деравш Кавиани төшөрөлгән Ирандың өс төҫлө флагына төрөлгән кәүҙәһе Лос-Анджелестағы Форест-Лон зыяратында ерләнә. Васыятнамәһендә Сәйхун бөтә картиналарын һәм һүрәттәрен Ирандағы музейға тапшырыуҙы һорай.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Houshang Seyhoun (26 май 2014). 19 сентябрь 2020 тикшерелгән.
- ↑ Trends in Modern Iranian Architecture. Дата обращения: 18 августа 2010. Архивировано 23 ноября 2018 года.
- 1 2 Hooshang Seyhoun Biography. Дата обращения: 18 августа 2010. Архивировано 6 августа 2020 года
- ↑ Houshang Seyhoun Dies (26 май 2014). 19 сентябрь 2020 тикшерелгән.