Хызыр Ильяс
Хызыр Ильяс | |
---|---|
Празднование Хыдырлеза в Бахчисарайском районе Республики Крым | |
Төрө | халыҡ |
башҡаса | Хыдырлез, Хидирлез, Хизирлез |
Мәғәнәһе | христиандарҙа: Изге Георгий көнө
мосолмандарҙа: Хызыр һәм Ильяс пәйғәмбәрҙәрҙең ерҙәге осрашыуы, йәйге миҙгел башланыуы |
Башланған ваҡыты | төрки телле халыҡтар |
Көнө | май башында |
Йолалар | тарихи - көтөүселәр менән килешеүҙәр төҙөү һәм уларҙы өҙөү, малды йәйге көтөүлектәргә ҡыуыу |
Хызыр Ильяс (варианттары: Хытырлез, Хидирлез, Хизирлез; гаг. Hederlez, ay Yorgi, ay Görgi; төр. Hıdrellez, Hıdırellez; әзерб. Xıdır İlyas, Xıdır Nəbi; ҡырымтат. Hıdırlez; нуғ. Кыдырлез, Кыдыр-Илияс) — күп төрки халыҡтары тарафынан билдәләнгән яҙғы байрам. Айырыуса ҡырым татарҙары һәм ғағауздары киң байрам итә. Мосолмандар тарафынан ерҙә Хызыр һәм Ильяс пәйғәмбәрҙәренең осрашыуы булараҡ билдәләй. Георгийҙың изге көнө — Изге Георгий көнө — был яҙғы байрамдың Балҡандарҙа, бигерәк тә XVI быуат аҙағына Ғосман империяһы контроленә күскән райондарҙа христиандарға хас бер төрө. 5 майҙың кисенән 6 майға ҡарай билдәләнә.
Ғағауздарҙа Хызыр Ильяс
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғағауздарҙа изге Георгий — «Хедерлез» (гаг. HederlezHederlez, һирәгерәк гаг. ay Yorgi, ay Görgi) хөрмәтенә байрамдың традицион исеме һаҡланған, унда боронғо малсылыҡ традициялары һыҙаттары күҙәтелә. Хедерлезды ғағауздар 6 майҙа байрам итә.
Йыл циклы башланыуын майҙың тәүге яртыһына индереү малсылыҡ хужалығының ваҡытлыса булыуы, беренсе йәшеллек барлыҡҡа килеүе һәм малды йәйге көтөүлектәргә күсереү менән бәйле. Был көндә төрлө килешеүҙәр төҙөлә һәм өҙөлә һәм беренсе сиратта мал хужаоары һәм көтөүселәр менән. Изге Георгий шулай уҡ эре һәм ваҡ мөгөҙлө малды ҡурсалаусы тип һаналған.
Ғағауздарҙа «Хызыр Ильяс» байрамы йылдың цикллы ике миҙгелгә бүленеше тураһындағы күҙаллауҙар менән бәйле («Хедерлез» байрамынан алып «Ҡасим» ға тиклем (Изге Димитрий көнө) — йәй, «Ҡасим» байрамынан алып «Хызыр Ильясҡа» тиклем — ҡыш). Был байрам халыҡтың иҡтисади тормошонда мөһим роль уйнай, сөнки Яңы (малсылыҡ) йылдың башы тип иҫәпләнә. Дөйөм алғанда, ғағауздарҙа Хызыр Ильяс байрамы һәм Изге Балҡан-Карпат төбәге халыҡтарындағы Изге Георгий хөрмәтенә байрам әһәмиәте һәм йолаһы күп йәһәттән оҡшаш. Христианлыҡ йоғонтоһонда, һуғышсы егеткә табыныуға нигеҙләнгән, Кесе Азиялағы урындағы культтарҙың береһе менән бәйле боронғо мәжүси байрам Изге Георгий көнөнә тура килтерелә.
«Hederlez» һәм «Kasım» терминдары ғәрәп сығышлы. Ғағауздарҙа был терминдарҙың килеп сығышы тураһында аныҡ ҡына әйтеп булмай. Бәлки, улар төрөктәр Балҡанды баҫып алғанға тиклем ғағауздарҙың ата-бабалары тарафынан ҡулланылғандыр, быны ғағауздарҙың игенселек йолаһында малсылыҡ календарын ҡулланыуы дәлилләй.
Христианлыҡта һыҙаттарын Изге Георгий үҙ эсенә алған мәжүси илаһҡа табыныуға бәйле йолалар, ә мосолмандарҙа Изге Хызыр Көньяҡ-Көнсығыш Европаның, Кесе Һәм Урта Азияның күп халыҡтарында киң таралған булған. Этимологик йәһәттән мосолман Хызыр Ильяс термины «...пәйғәмбәр Илья көнө ... Хызыр Ильяс көнө» тигәнде аңлата. Хызыр мифологик персонажы һыу сығанаҡтары менән бәйле һәм муллыҡ, уңыш биреүсе, изге кешеләрҙе, эшсәндәрҙе ҡурсалаусы сифатында сығыш яһай.
Ҡырым татарҙарының Хызыр Ильясы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәҙәттә, Хыхыр Ильясты иген культураларында беренсе башаҡ барлыҡҡа килгән көндә байрам иткәндәр. Был ваҡытты «тепреч»тип атайҙар. Был сәсеү байрамы, ул майҙың тәүге йомаһында йыр, бейеү, ярыштар, һый-ниғмәттәр менән билдәләнә. Хызыр Ильяс һүҙҙәре этимологияһында ике ислам пәйғәмбәренең – Илия (Ильяс) һәм Әл-Гидра (Хызыр) – исемдәре яҙылған – йәнәһе улар был көндө осраша. Уларҙың береһе – һыу һәм йорт хайуандарын, икенсеһе кешеләрҙе ҡурсалай.
Был көндө Ҡырым татарҙары йортто йыйыштыра, төрлө ризыҡтар: традицион икмәк (ҡалаҡай), ит бәлештәре (кобете һәм һары-борма) бешерә. Киске доға уҡығандан һуң ауылдың абруйлы кешеһе усаҡ яға, уның аша тәүҙә ир-егеттәр, һуңынан малайҙар һәм егеттәр һикерә. Усаҡ һүнеп барғанда ҡатын-ҡыҙҙар, ҡыҙҙар һикерә башлай. Һүнгән усаҡ тупраҡ менән күмелә.
Ҡалаҡайҙа – традицион икмәктә күрәҙәлек итеү Хызыр Ильяс байрамында мөһим йола булып тора. Алдан бешерелгән икмәкте тауҙан төшөрөләр. Әгәр икмәк уң яғы мөнән өҫкә төшһә - уңыш мул буласаҡ, арт яғы менән төшһә – уңмағанлыҡты көтөргә кәрәк
Байрамды усаҡ тирәләй түңәрәк милли Хоран бейеүе менән тамамлайҙар. Бейеү – давул һәм зурна халыҡ музыка ҡоралдары музыкаһы аҫтында башҡарыла.
Башҡорттарҙа Хызыр образы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорттарҙа Хызыр Ғәлиәссәләм (Хызыр пәйғәмбәр), Хызыр Ильяс исемдәре менән билдәле. Хөрәфәттәргә ярашлы, аҡ кейемле, оҙон таяҡ тотҡан бабай йәки хәйерсе ҡиәфәтендә донъя буйлап сәйәхәт итә һәм кәрәк ваҡытта ярҙамға килә, тип һанала. Сәфәргә йыйынған кешегә: «Хызыр Ильяс юлдаш булһын!» тип теләйҙәр. Хызыр хөрмәтенә доға уҡыла, ҡорбан салына. «Аҡбуҙат», «Иҙеүкәй менән Мораҙым» эпостарында, «Бабай, Хызыр, батша» әкиәттәрендә Хызыр төп геройҙың ҡурсалаусыһы булып тора[1].
Төньяҡ һәм көнбайыш башҡорттарында иһә, исламдағы Хызыр һәм боронғо ер эйәһе образдары ҡушылып, баҫыуҙарҙы ҡурсалаусы эйә образы барлыҡҡа килгән. Йәнәһе лә Хызыр, елән салғыйын елберләтеп, ыҙан буйлап башаҡтарға йән өрөп йөрөй: инаныу буйынса, «Хызыр үткән ерҙә иген мул була» тип ышанғандар[2].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хызыр Ильяс Викимилектә |
- Егорий Вешний
- Эдерлези
- Касым (праздник)
- Егорий Осенний
- Виналии
- Белтейн
- Герман (йола)
- Ғағауздар
- Хызыр (персонаж)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Куртиев Р. И. Календарные обряды крымских татар. — Симферополь: Крымское учебно-педагогическое государственное издательство, 1996
- Квилинкова Е. Н. Хедерлез // «Независимая Молдова», 4 мая, 2001 г.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хыдырлез — Hıdırlez — у крымских татар
- Хыдырлез – праздник земледелия
- Гагаузские традиции, праздники, обычаи(недоступная ссылка) Проверено Апрель 2018.
- В Турции празднуют Хедерлез