Эстәлеккә күсергә

Хыял саңғыһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хыял саңғыһы
Тип

шәхси компания

Нигеҙләнгән

2014

Нигеҙләүсе

Сергей Белоголовцев,
Наталья Белоголовцева

Уранлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Мәскәү

Төп фигуралар

Наталья Белоголовцева (директор)

Тармаҡ

инвалидтар менән шөғөлләнеү

Әйләнеш

2 млн һум. (2014 йыл)[1]

Сайт

http://dreamski.ru/

«Сергей Белоголовцевтың „Хыял саңғыһы“» ойошмаһы — коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма, сәләмәтлек мөмкинлектәре ДЦП диагнозы һәм башҡа сәбәптәр менән сикләнгән кешеләргә социаль һәм йәмғиәткә яраҡлашыу ярҙамы күрһәтеү үҙәге. 2014 йылда Мәскәүҙә ирле-ҡатынлы Наталья һәм Сергей Белоголовцевтар тарафынан асылған, хәҙер Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәрендә лә бар. Инвалидтар менән шөғөлләнеү түләүле нигеҙҙә тау саңғыһы күнекмәләре рәүешендә үтә.

Үҙәкте 2014 йылда билдәле актёр һәм телетапшырыуҙар алып барыусы Сергей Белоголовцев ҡатыны Наталья менән бергә ойоштора. Улар ошоға оҡшаш методиканы тәүҙә АҠШ-та үҙҙәренең улы Евгенийҙа һынай. Проектты уларҙың дуҫы Фёдор Белобородов финанслай, ул стартапҡа 20 мең доллар бирә, бизнес-планды консультант Анна Шилова төҙөй, инструкторҙар әҙерләү менән американка Элизабет Фокс, Сикләнгән мөмкинлекле кешеләр өсөн милли спорт үҙәгенең башҡарма директоры, шөғөлләнә. Үҙәкте рәсми асыу тантанаһы 26 ғинуарҙа «Кант» тау саңғыһы клубында үтә — ваҡиға матбуғатта киң яҡтыртыла, тантанала ҡунаҡ сифатында билдәле артистар һәм музыканттар Мария Голубкина, Олеся Судзиловская, Марат Бәшәров, Андрей Мерзликин, Егор Бероев, Камил Ларин, Леонид Барац, Юлия Чичерина, Алексей Кортнев ҡатнаша[1][2].

Беренсе тупта туғыҙ ғына бала була, ләкин артабан ойошма ҙурая, миҙгел аҙағына клиентттарының һаны 500-ҙән аша: күнекмәләр Мәскәүҙәге һәм Мәскәү янындағы биш тау саңғыһы базаһында («Кант», «Лата-трэк», «Гая-Северина», «Лисья гора» һәм «Снежком»), шулай уҡ Рәсәйҙең алты төбәгендә бара. Ойоштороусылар проектты үҫтереүгә 2 миллион һумлап аҡса таба. 2015 йылға уның штатында 56 инструктор була, бынан тыш реабилитациялау эштәрендә ирекмәндәр ҙә әүҙем ҡатнаша. Ойошма эшмәкәрлеген билдәле шәхестәр хуплай, мәҫәлән, күнекмәләрҙең береһенә футбол буйынса илдең йыйылма командаһы ағзалары Сергей Игнашевич, Денис Глушаков, Александр Кокорин, Владимир Габулов, Антон Шунин һәм Александр Самедов килә[3], инвалид балалар менән бергә саңғы трассаһы буйлап артистар Анатолий Белый, Павел Кабанов, телетапшырыуҙар алып барыусы Эрнест Мацкявичус, «Ундервуд» һәм «Браво» музыканттары, саксофонсы Игорь Бутман, баскетболсы Андрей Кириленко үтә. Февралдә «Хыял саңғыһы» Дәүләт универсаль магазинында хәйриә аукционы үткәрә, унда популяр рәссам-дизайнерҙар һәм башҡа билдәле шәхестәр (улар араһында — Кира Пластинина, Татьяна Парфёнова, Андрей Бартенев, Виктория Андреянова, Анастасия Немоляева, Андрей Шаров, Александр Виноградов, Владимир Дубосарский, Ирина Хакамада) тарафынан биҙәлгән манекендар һатыуға ҡуйыла, был сауҙанан килгән аҡса бизнесты артабан үҫтереүгә һалына[2][4].

Компания зәғифтәрҙе тормошҡа яраҡлаштырыуҙың яңы методикаларын ҡулланырға, йәйге практикалар, футбол, ҡаяға үрләү, альпинизм, һыу спорты төрҙәрен индерергә планлаштыра. Наталья Белоголовцева фекеренсә, «Хыял саңғыһы» методикаһын, социаль франшизаға әйләндереп, лицензия буйынса башҡа төбәктәргә лә таратырға мөмкин[1].

Ойошма церебраль фалижлы, аутизмлы, Даун синдромлы, шулай уҡ башҡа сәбәптәрҙән мөмкинлектәре сикләнгән балаларға тау саңғыһы спорты буйынса күнекмәләр үткәрә. Бындай методика көнбайыш илдәренең күбеһендә эшләй, асылы шунан ғибәрәт: ғәҙәттән тыш хәлгә ҡуйылған кешенең мейеһе һәм кәүҙәһе бығаса күрелмәгән тиҙлектә бер юлы төрлө-төрлө яңы бурыстарҙы хәл итергә мәжбүр. Һөҙөмтәлә һын турая, хәрәкәт координацияһы яҡшыра, быуындар хәрәкәткә килә, тән яҙыла, организмдың ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығы көсәйә, кешенең үҙ мөмкинлектәренә ышанысы арта[2][5].

Һәр инструктор Американың Сикләнгән мөмкинлекле кешеләр өсөн милли спорт үҙәгенда белем алған, махсус әҙерлеккә һәм сертификатҡа эйә. Реабилитациялау сараларының һөҙөмтәләре Балалар психоневрологияһы ғилми-ғәмәли үҙәге һәм Мәскәү ҡалаһы Халыҡты социаль яҡлау департаментының Инвалидтарҙы медик-социаль реабилитациялау ғилми-ғәмәли үҙәге тарафынан күҙәтелеп тора[6].

2014—2015 йылғы миҙгелдә «Хыял саңғыһы» программаһы Мәскәү төбәгенең, Сахалин, Силәбе, Иркутск өлкәләренең тау саңғыһы комплекстарында, Рязандә, Пермдә, Ярославлдә, Түбәнге Новгородта старт алды. Ойоштороусылар Рәсәйҙәге һәр тау саңғыһы курортында реабилитациялау шарттары булдырырға ниәтләй[7][8]. Ун күнекмәнән торған курс 10 — 20 мең һум тәшкил итә. Эшләп алынған бөтә аҡса тау саңғыһы үҙәктәренә түләүгә китә, ә башҡа сығымдарҙы ойошма хәйриә иғәнәләре һәм бағыусылар ярҙамы менән ҡаплай. Компания, тренерҙар әҙерләй торған «Милли инструкторҙар лигаһы» менән килешеү буйынса, килемдең яртыһын ала, шулай уҡ төрлө медицина һәм реабилитация үҙәктәре менән хеҙмәттәшлек итә[1].

Медицина фәндәре докторы һәм Л. И. Швецова исемендәге Инвалидтарҙы медик-социаль реабилитациялау ғилми-ғәмәли үҙәге директоры Светлана Воловец «Хыял саңғыһы» программаһын инвалидтарҙы аяҡҡа баҫтырыуҙа һөҙөмтәле, ләкин етерлек түгел тип һанай: «Күнекмәләрҙән һуң беҙҙә 30 кеше тикшереү үтте, һәр береһенең хәрәкәт әүҙемлегенең артыуы күҙәтелә. Ләкин мин бер курс менән генә сикләнмәҫкә тәҡдим итер инем. Күнекмәләр даими барырға тейеш, инвалидлығы булған кешеләр өсөн был тормош рәүешенә әүерелергә тейеш»[1].

«Франкон» компанияһының генераль директоры Нина Семина "Хыял саңғыһы"ның франшизаһын булдырыу идеяһына шикләнеп ҡарай: «Бындай проекттар ҙур финанстар талап итмәй, был йәмәғәт туҡланыуы түгел, етештереү түгел. Шундай һорау тыуа: франчайзи нисек аҡса эшләр? Бер яҡтан, инструкторҙарҙы уҡытыуҙан алынған хаҡтың күпмелер проценты булыр тейеш, һәм быныһы бар. Икенсе яҡтан, франшизаны һатып алыусылар тау саңғыһы үҙәктәре алған килемдән дә процент алыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Быныһы проектта юҡ»[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Оксана Гончарова. 2 млн рублей привлек за прошлый год социальный проект «Лыжи мечты». Ведомости (13 февраль 2015). Дата обращения: 13 май 2015.
  2. 2,0 2,1 2,2 Андрей Петров. «Лыжи мечты» дают надежду. Русская планета (9 февраль 2015). Дата обращения: 13 май 2015.
  3. Артём Шмелёв. Лыжи мечты. Как русские футболисты помогают детям. sports.ru (3 апрель 2014). Дата обращения: 13 май 2015.
  4. Екатерина Лиепа. Хорошие новости: День рождения детской реабилитационной программы «Лыжи мечты». Post@-Magazine (10 февраль 2015). Дата обращения: 13 май 2015.
  5. Андрей Петров. Встань на «Лыжи мечты»! Невское время (7 февраль 2014). Дата обращения: 13 май 2015.
  6. Екатерина Загуляева. «Лыжи мечты»: необычная программа реабилитации инвалидов. Милосердие.ru (23 ғинуар 2015). Дата обращения: 13 май 2015.
  7. Юлия Вяткина. Программа «Лыжи мечты» по реабилитации людей с инвалидностью стартует в регионах. Агентство социальной информации (18 август 2014). Дата обращения: 13 май 2015.(недоступная ссылка)
  8. Елена Коркина. На лыжах в мечту. Восточно-Сибирская правда (3 март 2015). Дата обращения: 13 май 2015.