Хэнтэй-Даур ҡалҡыулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хэнтэй-Даур ҡалҡыулығы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Байкал аръяғы крайы
Имеет границей Монголия
Эра палеозой[d] һәм пермский период[d]
Бейеклеге/буйы 2519 метр
Карта

Хэнтэй-Даур ҡалҡыулығы (Хэнтэй- Чикой ҡалҡыулығы ) — Рәсәйҙең Байкал аръяғы крайында , бер яҡтан Монголия дәүләт сиге, икенсе яҡтан Чика һәм Онон йылғалары араһында урынлашҡан таулыҡ.

Ҡалҡыулыҡтың:

дөйөм оҙонлоғо —350 саҡрымдан ашыу,

иң ҙур киңлеге —140 километрға тиклем.

Иң юғары урындары—1500-2200 метр тәшкил итә.

Иң юғары нөктәһе —Быстрин Голец тауы (2519 м).

Ҡалҡыулыҡ составына түбәндәге һырттар инә: Мензин, Асин, Буркал , Эсутай, Чикокон, Жергокон, Перевальный, Хэнтэй, Онон-Бальджин, Чатангин, Становик.

Шулай уҡ , ҡалҡыулыҡта Алтан-Кырин уйпатлығы урынлашҡан.

Ҡалҡыулыҡ палеозой формацияһы тау тоҡомдарынан тора. Тау һырттары менән осланып торған неотектоник көмбәҙ булып тора.

Рельефында тектоник ярыҡтар системаһы менән тулы горизонталь һәм вертикаль бүлгеләнгән таулыҡтар өҫтөнлөк итә.

Таш йылғалы һәм суҡылы текә битләүҙәр күп, бигерәк тә йылға үҙәндәре буйында. Йыш ҡына бындай битләүҙәр 40 градусҡа тиклем иңкеү һәм бейеклектәре 500 метрға етә.

Ҡайһы бер һырттарҙа һәм йылға үҙәндәрендә плейтоцен боҙлоҡ эҙҙәре һаҡланған.

Ландшафттың төп типтары - тау тайгаһы, яланғас тау алдарындағы һирәк ағаслыҡтар, яланғас тауҙар.

Шулай уҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Олекминский Становик

Сығанаҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хэнтэй-Даурское нагорье (рус.). ez.chita.ru. Проект «Энциклопедия Забайкалья». Дата обращения: 19 января 2019. Архивировано 24 сентября 2018 года.
  • Кулаков В.С. География Забайкальского края. — Учебное пособие. — Чита: Экспресс издательство, 2009. — С. 59, 60. — 308 с. — ISBN 9785956601266.