Эстәлеккә күсергә

Хәбибов Мөбәрәк Хәбиб улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәбибов Мөбәрәк Хәбиб улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Совет Рәсәйе
Тыуған көнө 1913
Тыуған урыны Үрге Ҡоҙаш, Тәтешле районы
Хәрби звание Сержант һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Хәбибов Мөбәрәк Хәбиб (Хәбир) улы (1913 йыл -?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты, ҡыҙылармеец[1].

Мөбәрәк Хәбиб улы Хәбибов 1913 йылда хәҙерге Башҡорт АССР-ның Тәтешле районы Үрге Ҡоҙаш ауылында тыуған. 1942 йылдың декабрендә Тәтешле район хәрби комиссариаты тарафынан фронтҡа саҡырыла[1].

62-се гвардия кавалерия полкының 4-се эскадрон ҡылыссылар отделениеһы командиры булып хеҙмәт итә. Шулай уҡ полктың кейем-һалым склады мөдире була. Бөйөк Ватан һуғышында Көньяҡ-көнбайыш, Үҙәк һәм 1-се Белоруссия фронттарында һуғыша. 1945 йылда Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Был наградаға тәҡдим ителгән документта (14.06.1945) ошондай юлдар бар: «Хәбибов иптәш 18.01.1945 й. Томашув ҡалаһы өсөн алыш барышында үҙенең отряды менән Пилица йылғаһын дошман уттары аҫтында боҙ һәм таҡта ҡалдыҡтарын кисеп сығып дошман окоптарын бәрҙе. Уның отряды был алышта ҡыйыулыҡ күрһәтте. Хәбибов үҙе өс немец һалдатын юҡ итте. 21.04.1945 й. Вандлитц ҡалаһы һәм станцияһы өсөн барған һуғышта иптәш Хәбибов, отряды менән эскадрондың уң яҡ флангы аша хәрәкәт итеп, алыш урынына беренселәрҙән булып килеп етте. Вокзал станцияһында торған эшолонға ҡасыу юлын япты. Бәрелеш ваҡытында дошмандың 15 һалдаты юҡ ителде, 7 гитлерцы пленға алынды…»[2]

1994 йылдың 7 февралендә вафат була[3]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]