Хәбиров Илдус (Индус) Хәйбулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Отсутствует элемент Викиданных

Хәбиров Илдус (Индус) Хәйбулла улы (10 октябрь 1935 йыл) балет артисы, балетмейстер, педагог, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәбиров Илдус (Индус) Хәйбулла улы 1935 йылдың 10 октябрендә БАССР-ҙың Миәкә районы Еңебай-Урсай ауылында тыуған. Ленинград хореография училищеһына уҡырға инә һәм уны 1955 йылда тамамлай (педагогтары - А. Л. Кумысников, Н. В. Балтачеева). Ленинградтан уҡыуҙан ҡайтҡас, Хәбиров Илдус (Индус) Хәйбулла улы Башҡорт опера һәм балет театрының балет труппаһында эшләй. Ул маһир бейеүсе, үҙ эшенең оҫтаһы була, лирик һәм драматик ролдәрҙе бик ҙур оҫталыҡ менән берҙәй башҡара. Театрҙа Хәбиров Илдус (Индус) Хәйбулла улы Л. Б. Степанованың «Сыңау торна» балетында Йомағол, Арсланбай, П. И. Чайковскийҙың «Лебединое озеро»һында Зигфрид, А. Адандың «Жизель» балетында Альберт, К. А. Караевтың «Тропою грома»һында Ленни, С. С. Прокофьевтың «Ромео и Джульетта»һында Ромео, Н. Г. Сабитовтың «Гөлнәзирә»һендә Бәхтейәр, Н. К. Чемберджиҙың «Ҡарлуғас»ында старшина партияларын башҡарып, тамашасыларҙың һөйөүен яулай. 1969-1971 йылдарҙа СССР-ҙың Оло театрында Ю. Н. Григоровичта балетмейстерлыҡ һөнәрен өйрәнә. 1971 йылда Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә Н. Г. Сабитов музыкаһына "Айгөл иле" балетын ҡуя. И. Х. хәбиров шулай уҡ Н. Сабитов музыкаһына «Яулыҡ тураһында поэма», «Урман ҡыҙы», З. Ғ. Исмәғилевтың «Салауат» операһына, Р. В. Моратшиндың «Бөркөт осошо» әҫәрҙәренә концерттар ҡуя. 1975-1976 йылдарҙа Башҡорт опера һәм балет театрында баш балетмейстер булып эшләй. 1980-1981 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленың художество етәксеһе. 1991 йылдан алып Өфө дәүләт сәнғәт институтында студенттар уҡыта. 1992 йылдан алып Башҡортостан дәүләт филармонияһының баш балетмейстеры. 1957 йылда Мәскәүҙә уҙған Бөтә союз балет артистары конкурсында лауреат була. 1963 йылда Мәскәү Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы лауреаты.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башкортостан. Краткая энциклопедия. Уфа, 1996.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Категориялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]