Хәбиров Сәйфулла Хәлил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәбиров Сәйфулла Хәлил улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 30 ғинуар 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны Абҙан, Архангел районы
Вафат булған көнө 27 июнь 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (79 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание полковник[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Хәбиров Сәйфулла Хәлил улы (30 ғинуар 1905 йыл27 июнь 1984 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, полковник. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 148-се артиллерия һәм миномет полкы командиры. Ленин, Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ, I дәрәжә Ватан һуғышы, III дәрәжә Кутузов, Александр Невский, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәйфулла Хәлил улы Хәбиров 1905 йылдың 30 ғинуарында хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Абҙан ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы Инйәр йылғаһы буйлап һал ағыҙыу менән шөғөлләнгән. 13 йәшенән Сәйфулла атаһына һалсы эшендә ярҙамлаша, урманға һунарға йөрөй. 1927 йылда Ҡыҙыл Армия сафына хеҙмәткә саҡырыла. Ике йылдан ауылына ҡайта. Яңы ойошторолған «Ҡыҙыл Инйәр» колхозында эшләй, ауыл Советы рәйесе вазифаһына һайлап ҡуйыла. Колхоздың беренсе тракторында ер һөрә. Республика хәрби комиссариаты йәштәрҙе Ҡазандағы артиллеристар курсына йыя. Хәбиров үҙ теләге менән курсҡа яҙыла, уны тамамлағас, Алыҫ Көнсығышҡа хеҙмәт итергә китә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Башҡорт АССР-ы етәкселеге милли дивизия ойошторорға ҡара итә, һәм Сәйфулла Хәбировты Өфөгә саҡыртып алалар. Ул 101-се артдивизиондың батарея командиры итеп тәғәйенләнә. Дивизия хәҙерге Липецк өлкәһе Тербуны ауылы янында немец ғәскәре менән 1942 йылдың 2 июлендәге тәүге алышта һынатмай. Сәйфулла Хәбиров Сталинградты обороналау, Черниговты азат итеү, Днепр йылғаһын аша сығыу, Белоруссия, Польшаны азат итеү, Берлинды алыу операцияларында ҡатнаша.

1953 йылда отставкаға сыға һәм Өфөгә ҡайтып, ғүмеренең аҙағынаса Өфөлә йәшәй, йәштәр менән осрашыуҙарҙа, Хәрби дан музейҙарын ойоштороуҙа ҡатнаша, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының фронтта күрһәткән батырлыҡтары тураһында һөйләй, дивизияның үткән юлының карта-схемаһын төҙөүҙә ҡатнаша.

1984 йылда Өфө ҡалаһында вафат булған.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сәйфулла Хәбиров исеме Архангел районы Абҙан ауылындағы бер урамға бирелгән (Абҙан ауыл Советы депутаттарының 1999 йылдың 22 декабрендәге Ш сессияһы ҡарары)[сығанаҡ 1008  көн күрһәтелмәгән]
  • Өфө ҡалаһында С. Х. Хәлилов йәшәгән Әй урамы, 76 һанлы йортта таҡтаташ асылған (2020)[3]
  • Архангел районы Абҙан урта мәктәбе стенаһында С. Х. Хәбиров иҫтәлегенә таҡтаташ асылған (2005)
  • Абҙан мәктәбе музейында уға арналған мөйөш бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]