Эстәлеккә күсергә

Хәзиәхмәтов Шамил Сафуан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәзиәхмәтов Шамил Сафуан улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 8 сентябрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны Алексеевка ауылы, Өфө районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 22 декабрь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө прозаик
Уҡыу йорто ӨДНТУ

Хәзиәхмәтов Шамил Сафуан улы (8 сентябрь 1941 йыл22 декабрь 2012 йыл) — яҙыусы, журналист. 1982 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1992 йылдан Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Шамил Сафуан улы Хәзиәхмәтов 1941 йылдың 8 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө районы Алексеевка ауылында тыуған.

1967 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған, уға тиклем — Өфө нефть техникумында уҡыған (1956—1960 йылдар), Омск (1960—1962 йй.) ҡалаһында «Синтезкаучук» заводы цехында техник-механик булып эшләгән.

Нефть институтында уҡыған ваҡытында республика гәзиттәре менән хеҙмәттәшлек иткән. Спорт менән мауыҡҡан, 1963 йылда студенттар араһында бокс буйынса Башҡортостан чемпионы булған. Уҡыуҙы тамамлағандан һуң ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты тәҡдиме буйынса «Ленинец» гәзитендә хәбәрсе булып эшләгән (июнь-ноябрь 1967 й.). Артабан — Узбәк ССР-ы Мөбәрәк ҡасабаһында Ташкент газ-торбалар магистрале идаралығының Мөбәрәк районы идаралығы авария-диспетчер хеҙмәтендә инженер (1967—1969 й.й.), Коми АССР-ы Печора ҡалаһында йәбештереү-монтаж тресының 13 -сө төҙөлөш участкаһы мастеры (1969—1970 йыл), Өфө ҡалаһындағы төҙөлөш ойошмаларында инженер вазифаһында эшләй (1970—1985 й.й.). 1976 йылда Өфөлә тәүге китабы «Солнечный город» сыға, 1980 йылда Мәскәүҙә икенсе китабы «Красный стык» сыға. 1982 йылда Ш. Хәзиәхмәтов СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә.

1985 йылда «Вечерняя Уфа» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары булып эш башлай (1985—1988 йылдар), артабан — Башҡортостан китап нәшриәтенең баш мөхәррире (1988—1991 йй.) була. 1991 йылда Башҡортостанда тәүге «Слово» коммерция нәшриәтен ойоштора һәм уның генераль директоры (1991—2000 йй.) була. 2000 йылда «Вечерняя Уфа» гәзитенә кире ҡайтырға саҡырыу ала һәм баш мөхәррире була (2000—2001 й.й.), тиҙҙән «Слово» нәшриәтенә кире китә (2000—2004 йыл). 2005 йылдан 2012 йылда үлгәнсе үҙе ойошторған «Скиф» нәшриәтендә баш мөхәррир булып эшләгән.

Хәзиәхмәтов Шамил Сафуан улы 13 китап яҙған:

  • Солнечный город: Рассказы. Уфа: Башкнигоиздат, 1976.
  • Красный стык: Рассказы. М.: Современник, 1980.
  • «Горячий сезон», 1981;
  • «Да будет день», 1983;
  • «Мужской разговор», 1985;
  • «Мир вашему дому», 1986;
  • «Всадник на часах», 1987;
  • «Среди снегов белых», 1989;
  • «Туча над деревенькой», 1991;
  • «Звонок из соседнего мира», 1993;
  • «Горькие плоды осени», 1996;
  • «Грустная, как мир, история», 2001;
  • «Кто остановил часы?», 2007 г;
  • «Господин литератор», 2014.

Беренсе китаптары производство реализмы рухында яҙылған. Пафосһыҙ, әммә мотлаҡ романтика менән Хәзиәхмәтов үҙе лә илдең иң алыҫ мөйөштәренә бергә эшләгән торба үткәреүсе төҙөүселәрҙең, эшселәрҙең һәм инженерҙарҙың көндәлек хеҙмәтен һүрәтләй. Һуңыраҡ яҙыусыны ҡатмарлы психологик серҙәр, ҡараштар, фантастика һәм мистик реализм темалары ҡыҙыҡһындыра. Һуңғы «Господин литератор» роман-эссеһы ирониялы һәм автобиографик, тыуған илдең һәм тыуған яҡтың тарихы тураһында фәлсәфәүи уйланыуҙар менән тулы. 13 китабы Өфөлә һәм Мәскәүҙә дөйөм тиражы 150 меңдән ашыу дана менән нәшер ителә.

«Башкнигоиздат», «Слово», «Скиф» нәшриәтендә журналистика һәм нәшриәт эше менән әүҙем шөғөлләнгән, «Киске Өфө» гәзитен етәкләй. Башҡорт авторҙарының әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә иткән.

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 ғинуар 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 ғинуар 2019)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 19 ғинуар 2019)