Хәйбулла районы
| Хәйбулла районы | |
| Хәйбулла районы | |
| Байраҡ[d] | |
| Нигеҙләү датаһы | 20 август 1930 |
|---|---|
| Дәүләт |
|
| Административ үҙәк | Аҡъяр |
| Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаһы |
| Халыҡ һаны | 30 306 кеше (1 ғинуар 2019)[2] |
| Сиктәш | Баймаҡ районы, Йылайыр районы, Ейәнсура районы һәм Ырымбур өлкәһе |
| Майҙан | 3912 км² |
| Почта индексы | 4538ХХ |
| Рәсми сайт | haibulla.ru |
| Урындағы телефон коды | 34758 |
| Иҫәп төрө | халыҡ һанын баһалау[d] |
![]() | |
Хәйбулла районы (рус. Хайбуллинский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Аҡъяр ауылы.
Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш ситендә урынлашҡан, уның көнсығышын — Урал аръяғы, ә көнбайышын — Йылайыр яйлаһы биләй.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район Баймаҡ, Йылайыр һәм Ейәнсура райондары менән сиктәш. Шулай уҡ көньяҡта һәм көнбайышта Ырымбур өлкәһенең райондары менән сиктәш.
Йылға селтәре Таналыҡ, Һаҡмар йылғаларынан һәм уларҙың ҡушылдыҡтарынан тора. Райондың төньяҡ-көнсығыш өлөшөн Оло Урғаҙа йылғаһы киҫеп үтә. Район Башҡортостандың иң ҡоролоҡло өлөшөндә урынлашҡан, шул сәбәпле райондың көнбайыш яғында күмәк һыу һаҡлағыстар төҙөлғән (Аҡъяр һыуһаҡлағысы — 54 миллион м³, Маҡан һыуһаҡлағысы — 11 миллион м³, Таналыҡ һыуһаҡлағысы — 15 миллион м³).

Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәйбулла районы 1930 йылдың 20 авгусында Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты (ВЦИК) Президиумының ҡарары менән ойошторола, ә административ үҙәге итеп Аҡъяр (Хәйбулла) ауылы билдәләнә[3].
Иҫтәлекле урындар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таналыҡ торамаһы Хворостянка ауылы янында урынлашҡан Ҡула дәүере археологик ҡомартҡыһы. Хәҙерге ваҡытта ул Таналыҡ һыу һаҡлағысы аҫтында ҡалған. Ҡомартҡыны академик Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы, В. В. Овсянников һәм А. Ф. Йәминов тапҡан. Ҡаҙыныу эштәре был урындың ваҡытлыса ғына туҡталыш түгел, ә бронза ҡойоу эшен оҫта белгән һәм биҙәкле керамика етештергән металлургтарҙың ултыраҡ ҡасабаһы булыуын иҫбатлаған[4].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
| ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Милли составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса: башҡорттар — 77,6 %, урыҫтар — 17,8 %, башҡа милләт вәкилдәре — 4,6 %[27].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сәйфүн Аҡъюлов — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Аҡъюл ауылынан.
- Ҡәҙим Аралбай (1.09.1941 — Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт һәм бик күп әҙәби премиялар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Таңатар ауылынан.
- Йомабикә Ильясова (Аҡъюлова), танылған башҡорт шағиры, журналист, 1999 — 2013 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының дүртенсе (2008-2013 йылдар) һәм бишенсе саҡырылыш (2013—2018 йылдар) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, 2013—2018 йылдарҙа Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Аҡъюл ауылынан.
- Арыҫланов Роберт Мөтиғулла улы (8.04.1934), комсомол, партия, дәүләт һәм мәғариф эшмәкәре. 1978–1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф министры урынбаҫары. Халыҡтар Дуҫлығы (1986) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Йәнтеш ауылынан.
- Мәмбәтов Рәфҡәт Әхмәтхан улы (13.09.1938), ауыл хужалығы ветераны. 1957—1995 йылдарҙа «Маҡан» совхозы тракторсыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Рудниченко Иосиф Васильевич (20.11.1918—2002), табип-хирург, медицина фәндәре кандидаты. 1963—1980 йылдарҙа Алматы ҡалаһындағы тимер юлсылар дауаханаһының баш хирургы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, медицина хеҙмәте полковнигы. Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған табибы. Почётлы тимер юлсы. Ленин, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Яңы Ергән ауылынан[28].
Иҫтәлекле ваҡиғалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 2015 йылдың октябрендә республикала «Хәйбулла энциклопедияһы»ның исем туйы үтте[29]. Баҫманың Әҙәбиәт йылында нәшер ителеүе һәм был ваҡиғаның район юбилейы менән тап килеүе үҙенсәлекле булды. Был бай йөкмәткеле ҡулланмала райондың административ-территориаль ҡоролошо, хәҙерге хәле, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, халыҡ ижады, ауыл хужалығы, сәнәғәт үҫеше сағылдырылған, шулай уҡ тәбиғәт ресурстары, географик объекттар, үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһы һүрәтләнгән. Энциклопедияла 1800-гә яҡын, шул иҫәптән 1000 самаһы библиографик мәҡәлә, 650-нән артыҡ иллюстрация бар.
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төп тармаҡтары — ауыл хужалығы һәм тау-байыҡтырыу сәнәғәте.
Тау-байыҡтырыу сәнәғәте нигеҙен баҡыр һәм алтын сығарыу тәшкил итә. Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты, Юбилей баҡыр колчеданы ятҡылығы һәм Октябрьский ятҡылығында баҡыр колчеданы мәғдәнен сығарыуҙы, байыҡтырыуҙы, шулай уҡ алтын менән көмөш алыуҙы тормошҡа ашыра.
2027–2028 йылдарҙа Рәсәйҙәге иң эре ятҡылыҡтарҙың береһе булған Подольск баҡыр-цинк ятҡылығында яңы ер аҫты руднигын файҙаланыуға тапшырыу һәм мәғдән сығара башлау планлаштырыла.
Транспорт, Мәғариф һәм Мәҙәниәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район территорияһы аша Сибай — Аҡъяр (80H-044), Юлдыбай — Аҡъяр — Һары (80H-035) автомобиль юлдары үтә. Аҡъяр ауылында аэропорт эшләгән.
Районда 55 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 24 урта мәктәп, йыр мәктәбе, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе (ДЮСШ) һәм профессиональ училище бар. Шулай уҡ И. Тасимов исемендәге «Аҡъяр тау колледжы» дәүләт бюджет һөнәри белем биреү учреждениеһы эшләй.
Халыҡҡа 28 китапхана һәм 48 клуб учреждениеһы хеҙмәт күрһәтә. Районда урыҫ һәм башҡорт телдәрендә «Хайбуллинский вестник» — «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзите нәшер ителә.
Административ бүленеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәйбулла районына 14 ауыл Советы инә.
| Муниципаль берәмек | Административ үҙәк | Тораҡ пункттар |
Халыҡ һаны (кеше) |
|---|---|---|---|
| Әбеш ауыл Советы | Оло Әбеш ауылы | 6 | ↘953 [30] |
| Аҡъюл ауыл Советы | Ғәлиәхмәт ауылы | 4 | ↘674 [31] |
| Aҡъяр ауыл Советы | Аҡъяр ауылы | 3 | ↗8811 [32] |
| Атингән ауыл Советы | Атингән ауылы | 2 | ↘890 [33] |
| Бүребай ауыл Советы | Бүребай ауылы | 1 | ↘4378 [34] |
| Ивановка ауыл Советы | Ивановка ауылы | 5 | ↘1006 [35] |
| Маҡан ауыл Советы | Маҡан ауылы | 4 | ↘2169 [36] |
| Яңы Ергән ауыл Советы | Яңы Ергән ауылы | 3 | ↘934 [37] |
| Һамар ауыл Советы | Һамар ауылы | 4 | ↘1536 [38] |
| Таналыҡ ауыл Советы | Подольск ауылы | 6 | ↘2097 [39] |
| Татыр-Үҙәк ауыл Советы | Татыр-Үҙәк ауылы | 4 | ↘1568 [40] |
| Өфө ауыл Советы | Өфө ауылы | 8 | ↘2599 [41] |
| Фёдоровка ауыл Советы | Фёдоровка ауылы | 2 | ↘1080 [42] |
| Сиҙәм ауыл Советы | Сиҙәм ауылы | 5 |
|

Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- 1 2 Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
- ↑ История Хайбуллинского района. Официальный сайт муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан. Дата обращения: 19 август 2026.
- ↑ Зиля Акъюлова. Хворостянское: страницы истории одной деревни Хайбуллинского района. Хайбуллинский вестник (21 ғинуар 2026). Дата обращения: 19 август 2026.
- ↑ Башнархозучет Районы БАССР: экономико-статистический справочник районов за 1932-1933 гг.
- ↑ Башгосиздат Башкирская АССР: районный экономический справочник
- ↑ перепись населения СССР 1939 года
- 1 2 3 4 5 6 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
- ↑ перепись населения СССР 1959 года
- ↑ Редактор: В. Н. Комаров, Издетель:СТАТИСТИЧЕСКОЕ УПРАВЛЕНИЕ БАШКИРСКОЙ АССР Народное хозяйство Башкирской АССР, 1917-1967: статистический сборник.
- ↑ перепись населения СССР 1970 года
- ↑ перепись населения СССР 1979 года
- ↑ перепись населения СССР 1989 года
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2025 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2025.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)
- ↑ Хайбуллинский историко-краеведческий музей. Официальный сайт. Сведения о юбилеях известных и заслуженных людей района: 13. Рудниченко Иосиф Васильевич(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 ноябрь 2018)
- ↑ — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015 йыл, 28 октябрь
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года / Wikidata
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года / Wikidata
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года / Wikidata
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года / Wikidata
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года / Wikidata
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года / Wikidata
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года / Wikidata
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года / Wikidata
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года / Wikidata
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года / Wikidata
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года / Wikidata
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года / Wikidata
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года / Wikidata
- ↑ Целинный сельсовет (Хайбуллинский район) > В Викиданных не заполнено свойство Население (P1082).
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәйбулла районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 апрель 2021)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
| Был Хәйбулла районы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
