Хәкимов
Уҡыу көйләүҙәре
Хәкимов — башҡорт ир-ат фамилияһы. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла. Хәким исеменән барлыҡҡа килгән.
Хәкимова — башҡорт ҡатын-ҡыҙ фамилияһы.
Фамилия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәкимов Виктор Сәлим улы (1946) — ғалим-физик, йәмәғәтсе.
- Хәкимов Кәрим Әбдрәүеф улы, Ҡыҙыл паша (1892—1938) — совет дипломаты һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәре.
- Хәкимов Марат Нурый улы (1952) — дәүләт именлеге органдары ветераны, подполковник (1996).
- Хәкимов Милләт Ташбулат улы (1949—1993) — комсомол һәм партия органдары хеҙмәткәре.
- Хәкимов Ниғмәтулла Ғиниәтулла улы (Ниғмәт Хәким) (1899—1937) — лингвист, төрҡиәтсе.
- Хәкимов Рафаэл Рөстәм улы — Рәсәй хоккейсыһы, ҡапҡасы. Новокузнецк ҡалаһының «Металлург» хоккей командаһы уйынсыҺы.
- Хәкимов Рөстәм Милләт улы (1972) — театр эшмәкәре, режиссёр.
- Хәкимов Рәмил Ғәрәф улы (1932—1999) — башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1976).
- Хәкимов Түрйән Ниғмәтйән улы (1928—2014), ауыл хужалығы алдынғыһы, Ленин, Октябрь революцияһы һәм Почёт Билдәһе ордендары кавалеры. Сығышы менән Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылынан.
- Хәкимов Әхиәр Хәсән улы, Әхиәр Хәким (1929—2003) — башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе, тәнҡитсе; филология фәндәре кандидаты (1967); Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы; Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1984).
- Хәкимова Римма Хәмит ҡыҙы (1971) — маммолог, терапевт.
- Хәкимова Светлана Фәрит ҡыҙы (1963) — театр актёры.
- Хәкимова Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы (1972) — мәғариф хеҙмәткәре.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кәрим Хәкимов музейы — музей. Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районы Дүсән ауылында урынлашҡан.
![]() |
Фамилиялаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән килеп эләкһәгеҙ, бәлки, конкрет шәхес тураһында мәҡәләгә һылтанманы аныҡлаштырырға кәрәктер. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |