Хәкимова Светлана Фәрит ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәкимова Светлана Фәрит ҡыҙы
Тыуған ваҡыты:

21 июнь 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (60 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Әлшәй районы Иҫке Сәпәш ауылы

Һөнәре:

актёр

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

1991—2013

Театр:

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры

Наградалары:
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы

Хәкимова Светлана Фәрит ҡыҙы (21 июнь 1963 йыл) — театр актёры, 1991 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2006).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Светлана Фәрит ҡыҙы Хәкимова 1963 йылдың 21 июнендә Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Иҫке Сәпәш ауылында тыуған. 1991 йылда хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын (педагогы Рифҡәт Исрафилов) тамамлай һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй башлай һәм бөгөн дә хеҙмәтен ошо ижади коллективта дауам итә[1]. Амплуаһы — лирик-комик геройҙар.

Йырсы булараҡ концерттарҙа даими сығыш яһай. Светлана Хәкимова башҡорт халыҡ йырҙарын һәм тәү сиратта Салауат Низаметдинов, Сара Садыҡова, Рим Хәсәнов, шулай уҡ башҡа композиторҙар әҫәрҙәрен ҙур оҫталыҡ менән башҡара.

Спектаклдәрҙәге ролдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ғәлиәбаныу («Ғәлиәбаныу»),
  • Сәрби («Йәш йөрәктәр» — «Молодые сердца», Ф. Бурнаш),
  • Ҡарлуғас («Ҡарлуғас» драмаһы, Баязит Бикбай),
  • Ләлә («Аҫылйәр» — «Возлюбленная», М. Фәйзи),
  • Әсә («Артур + Нэнси» — Ә. Дилмөхәмәтова),
  • Аҡйондоҙ («Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» — М. Кәрим),
  • Лючия («Илай белмәгән ҡатын» — Б. Э. де Филиппо),
  • Баҙыян («МАҠТЫМҺЫЛЫУ, ӘБЛӘЙ ҺӘМ ҠАРА ЮРҒА»),
  • Бикәй («АҠ ПАРОХОД» — С. Айытматов),
  • Гөлфинә («МИН — ҠАТЫН — ҠЫҘ»),
  • Альбина («БӘХЕТ ХАҠЫ»),
  • Гөлшат (" ИКЕ ТӨШ "),
  • 3-сө («ЙОСОФ ҺӘМ ЗӨЛӘЙХА»)
лирик-комик ролдәре
  • Һандуғас («Тиле йәшлек» — «Озорная молодость», Ибраһим Абдуллин; дебют, 1991),
  • Сәрүәр («Башмағым» — Х. Ибраһимов),
  • Мәрйәм Иршатовна («МИН ҺИНЕҢ ҠӘЙНӘҢ БУЛАМ»),
  • Марсела («Әкәмәтле һөйөү» — Лопе де Вега),
  • Сәриә («Һөйәм, һағынам!..» — М. Ғиләжев)
тәрән драматик ролдәре
  • Хәлимә («Һөйөү сәғәте һуҡҡанда» — «В ожидании часа любви», Флорид Бүләков),
  • Алтынай («Өҙөлгән туй» — «Прерванная свадьба», Зинира Атнабаева),
  • Негина — («Аҡ ҡанатлы хыялым» — «Белокрылая моя мечта», Александр Островскийҙың «Таланттар һәм табыныусылар» пьесаһы буйынса),
  • Әлфиә («…Шайморатов-генерал» — «…Шаймуратов-генерал»),
  • Сәлиха («ӘХМӘТЗӘКИ ВӘЛИДИ ТУҒАН»),
  • Ғәйниса («Ғүмер алда әле» — В. Жеребцов).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2006)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1997)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]