Хәкимов Абдуллатип Абдулхәким улы
Абдуллатип Абдулхәким улы Хәкимов | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө |
билдәһеҙ |
Гражданлығы | |
Подданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
сауҙагәр, меценат, йәмәғәт эшмәкәре |
Балалары |
Мәхәмәтнәзип, Мәхәмәтзакир |
Хәкимов Абдуллатип Абдулхәким улы (рус. Хакимов Абдуллатип Абдулхакимович; 1840 йыл — ? II гильдия башҡорт сауҙагәре, меценат, икмәк һатыусы, 1908—1916 йылдарҙа Өфө ҡала думаһы депутаты.
1898 йылдан Өфө ҡалаһының Фәҡир мосолмандар попечителлеге советын ойоштороусы һәм уның ағзаһы. «Рәсәй Ҡыҙыл Тәреһе»[1] йәмғиәтенең Өфө губерна идаралығы ағзаһы. Өфө ҡалаһының нәҫелдән килгән почётлы гражданы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абдуллатип Абдулхәким улы Хәкимов 1840 йылда хәҙерге Татарстан Республикаһы Балтач районы Түнтәр ауылында[2], икенсе сығанаҡ буйынса буйынса Бөрө өйәҙе Дүртөйлө ауылында (хәҙер ҡала) тыуған[3] А.А. Хәкимовтың Дүртөйлөлә ярма тартыусы пар тирмәне урынлашҡан була, бәлки, Дүртөйлө уның тыуған ерелер, тигән фараз бар[4], һәм өсөнсө сығанаҡ буйынса хәҙерге Киров өлкәһе Малмыж ҡалаһында тыуған[5][6].
Эшҡыуарлығы һәм күсемһеҙ милеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абдуллатип Әбделхәким улы Хәкимов 2‑се гильдия сауҙагәре. Бөгөлмә, Өфө ҡалаларында һәм Бөрө өйәҙенең Дүртөйлө ауылында магазиндар һәм кибеттәр тота, һуңғыһында иген культураларын эшкәртеү өсөн пар тирмәне урынлашҡан була. Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең нигеҙен икмәк, мануфактура һәм бакалея тауарҙары менән сауҙа итеү тәшкил итә (йыллыҡ әйләнеше яҡынса 300 мең һум тәшкил итә). Бер нисә күсемһеҙ милеккә эйә була: Бөгөлмәлә — 3 йорт, Өфөлә — 2, Бөрө өйәҙендә (700 дисәтинә) һәм Бөгөлмә өйәҙендә (350 дисәтинә) ер биләмәлре хужаһы[7]
Өфөнөң 1908 йылғы белешмә китабына ярашлы, Бекетов урамының (хәҙер Мостай Кәрим) йоп рәтендә ике усадьба урыны Абдуллатип Хәкимовтыҡы була. Шул уҡ белешмәлә Хәкимовтың Үрге сауҙа майҙанында[8] һәм Каруанһарайҙа (Гостиный Двор) ике мануфактура сауҙа кибете булыуы күрһәтелә. 1917 йылғы реклама иғландан күренеүенсә, сауҙагәр бер үк ваҡытта күп йүнәлештәр буйынса эшләй. Ул мануфактура тауарҙары, сәй, шәкәр тулайым һәм ваҡлап һатыу менән шөғөлләнә. Даими сауҙа Өфөлә генә түгел, ә Бөгөлмәлә, Малмыжда ла алып барыла. Сауҙагәр Минзәлә, Бөрө, Стәрлетамаҡ һәм Силәбе йәрминкәләрендә даими ҡатнаша: төрлө икмәк, йөн, сеймал, тире, балауыҙ һәм һарыҡ майы менән һатыу итә. Төп контораһы Өфөлә — Каруанһарайҙа (Гостиный двор) урынлаша. Һатып алыуҙар ҡала пристандәрендә үткәрелә[4].
Хәйриәселек һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәкимов динсел мосолман була. 1906—1908 йылдарҙа Өфөлә Бекетов урамында ике манаралы мәсет төҙөүгә — Хәким йәмиғ мәсете[9] (рәсми рәүештә мәсеттең исеме «Дүртенсе йәмиғ мәсете», халыҡта «Хәким мәсете» тип йөрөтөлә), унда мосолман мәктәбе асыуға, Ғәлиә мәҙрәсәһеен ҡарауға, урындағы «Әл‑Ғәләми әл‑Ислами» гәзитен нәшер итеүгә аҡса бирә[10].
1898 йылдан Өфө ҡалаһының Фәҡир мосолмандар попечителлеге советын ойоштороусыларҙың береһе һәм уның ағзаһы. «Рәсәй Ҡыҙыл Тәреһе» йәмғиәтенең Өфө губерна идаралығы ағзаһы[7].
Беренсе донъя һуғышы башланыу менән күп кенә сауҙагәрҙәр яралы яугирҙарға госпиталдәр төҙөү өсөн үҙ йорттарының бер өлөшөн бүлә. Өфөлә мосолман госпиталдәре барлыҡҡа килә. Абдуллатип Хәкимов Бекетов урамындағы үҙ йортон 37 койкалы лазаретҡа тапшыра. Үҙ аҡсаһына унда 20 койка йыһазландыра[5].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уның улдарынан иң билдәлеһе Мөхәмәтнәжип Абдуллатип улы Хәкимов (1868—?), 1‑се гильдия сауҙагәре. Өфөлә мануфактура һәм аҙыҡ‑түлек магазиндары тотҡан. Йыллыҡ табышы 1 млн һумдан ашыу. XX башында Өфө губернаһында иң эре иген менән сауҙа итеүселәрҙең береһе була[7].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Симонов Ю. П.. Рәсәй Ҡыҙыл Тәреһе, Башҡорт энциклопедияһы. 28 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Түнтәр зиратындағы ташъяҙма иҫтәлектәр . Дата обращения: 28 май 2025.
- ↑ Ғафаров Ғ. Ә.. Дүртөйлө, ҡала, Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан» (18 октябрь 2019). 28 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ 4,0 4,1 Каталог объектов . www.qr-ufa.info. Дата обращения: 28 май 2025.
- ↑ 5,0 5,1 Усадьба Хакимовых. 28 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Хакимовская мечеть, История Уфы. 28 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Хәкимовтар, сауҙагәрҙәр . bashenc.online. Дата обращения: 28 май 2025.
- ↑ Сафаров В. Ф.. Үрге сауҙа майҙаны, Башҡорт энциклопедияһы (12 ноябрь 2019). 28 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Егорова П. В.. Хәким йәмиғ мәсете, Башҡорт энциклопедияһы (18 октябрь 2019). 28 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ "УФА" :: Ежемесячный столичный журнал . journal-ufa.ru. Дата обращения: 28 май 2025.