Эстәлеккә күсергә

Хәкимов Ризуан Ғәлимйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәкимов Ризуан Ғәлимйән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Тыуған көнө 26 декабрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[1] (70 йәш)
Тыуған урыны Исмаил (Дүртөйлө районы), Дүртөйлө районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө композитор, эстрада артисы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәкимов Ризуан Ғәлимйән улы (рус. Хакимов Ризван Галимьянович26 декабрь 1954 йыл) — йырсы, композитор. «Нәфисә» эстрада йыр театры етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2025), Дүртөйлө районының почётлы гражданы (2019).

Ризуан Ғәлимйән улы Хәкимов 1954 йылдың 26 декабрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районы Исмаил ауылында тыуған. Бала сағынан йырларға һәм музыка ҡоралдарында уйнарға ярата, 10-сы синыфҡа тиклем музыка мәктәбендә уҡый, тынлы инструменттар бүлеген тамамлай һәм оркестрҙа сығыш яһай. Үҙе тураһында композитор[2]:

« Ғаиләлә ете бала үҫтек. Атай бик иртә гүр эйәһе булды. Миңа һигеҙ йәш ине ул саҡта Ул фин һуғышында яраланған булған. Уны ауыл халҡы бик ярата ине. Ас балаларга рөхсәтһеҙ ашлыҡ биргәне өсөн бер йыл ултырып та ҡайткан. Беҙ эш менән үҫтек. Дүртенсе синыфтан комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләнем. Бәләкәйҙән үк нәрҫәлер уйлап сығарырға, ойошторорға яраттым. »

Армия хеҙмәтенән һуң Өфө транспорт техникумында уҡый. Техникумды тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына ситтән тороп уҡырға инә. Флорид Илембәтов һәм Рәмил Сурағолов, Гөлфиә Юнысова, Яҡуп Ҡолмой, Абдулхаҡ Игебаев менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, уларҙың шиғырҙарына йырҙар яҙа[3].

Ризуан Хәкимов армияла хеҙмәт иткән вакытта «Илама, ярһыма» тигән беренсе йырын ижат итә. Музыка менән профессиональ рәүештә шөғөлләнеүҙе 1980-се йылдар аҙағында композиторлыҡ һәм башҡарыу һәләттәре менән айырылып торған ҡатыны Нәфисә менән ижади тандемда башлай. Халыҡ күңелен яулап алған «Илама, ярһыма», «Моңдар ҡайтһын ауылға», «Әйтмә һин ауыр һүз» йырҙары бик тиҙ арала популяр булып китә. Ҡатыны менән бергә Ризуан Ғәлимйән улы «Мөғжизә» ансамбленә нигеҙ һала, төркөм ил буйлап гастролдәрҙә йөрөгән һәм иң күп тамашасы йыйыусыларҙың береһе була. Төркөм шулай уҡ яңы һәләттәр асыу үҙәге булып тора. Ансамблгә йәш талантлы башҡарыусылар килә. Радик Юлъякшин («Элвин Грей») әлеге төркөмдә дүрт йыл эшләп китә, үҙен танытҡан «Ашҡына ғүмер» йырын Альбина Хәкимова менән дуэтта башҡара[2]. Татар һәм башҡорт эстрадаһының танылған йырсылары Ризуан Хәкимовтың йырҙарын үҙ репертуарына индерә: Салауат Фәтхетдинов, Хәния Фәрхи, Зәйнәп Фәрхетдинова, Зөфәр Билалов, Фәдис Ғәниев, Айҙар Ғәлимов, Ришат Төхвәтуллин һәм башкаларҙың репертуарында Хәкимовтарҙың йырҙары төп урынды ала. 2002 йылда Нәфисә фәжиғәле рәүештә һәләк була, Ризуан Хәкимов ҡатыны иҫтәлегенә «Нәфисә» эстрада-йыр театры төҙөй[4].

Популяр йырҙары: «Әйтмә һин ауыр һүҙ», «Беҙҙең ғүмер», «Һандуғас моңо», «Сәғәт теле», «Кеше ғүмере», «Әллә ниндәй яҙмыш булды», «Ағым һыуы», «Яҙмыш», «Өҙгәләнә йәнем», «Ауыр саҡтарҙы уйлама», «Иҫмәле, ел» (Альбина Хәкимова башҡара), «Моңдар ҡайтһын ауылға» (Айҙар Ғәлимов репертуарында), «Илама, ярһыма» (Радик Юлъякшин, Фәдис Ғәниев репертуарында), «Әйтегезсе, ромашкалар», «Әйтмә һин ауыр һүҙ!», «И, Хоҙай, иҫәнлек бир», «Балаларға фәтиха», «Әллә ниҙәр әйтер инем һиңа» (икеһе лә Хәния Фәрхи репертуарынан), «Күңелдә яҙҙар әле», «Уртаҡлаш кешенең ҡайғыһын», «Аллаға шөкөр!», «Көтмә, һин, көтмә, үпкәләмә» (икеһе лә Салауат Фәтхетдинов репертуарынан)[5].

  • «Хәлдәрең нисек тип һорама» (Нәфисә Хәкимова иҫтәлегенә)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башкортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре ()
  • Дүртөйлө районының почётлы гражданы (2019)
  • Татарстандың атҡаҙанған артисы ()
  • Башҡортостан Республикаһының халык артисы (2025)[6]

Ҡатыны йырсы, педагог Нәфисә (2002 йылдың июлендә юл һәләкәтендә вафат була), ҡыҙҙары Илнара, Альбина[7]. Илнара финанс-иҡтисад институтын тамамлай, Альбина сәнғәт институтын тамамлап, «Нәфисә» йыр театрында эшләй.