Хәлилов Валерий Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Хәлилов Валерий Михайлович
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Хеҙмәт итеүе Рәсәй
Тыуған көнө 30 ғинуар 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны СССР, Үзбәк ССР-ы[d], Термез[d]
Вафат булған көнө 25 декабрь 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1] (64 йәш)
Вафат булған урыны Ҡара диңгеҙ
Үлем сәбәбе Катастрофа Ту-154 под Сочи[d]
Ерләнгән урыны Киржачский район[d]
Һөнәр төрө дирижёр, композитор
Эш биреүсе П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы Ансамбль песни и пляски Российской армии имени А. В. Александрова[d]
Уҡыу йорто П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы[d]
Хәрби звание генерал[d]
Музыка ҡоралы кларнет[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. медаль Жукова Почёт ордены Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» III степени юбилейная медаль «50 лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» медаль «В память 850-летия Москвы» медаль «За безупречную службу» III степени
Commons-logo.svg Хәлилов Валерий Михайлович Викимилектә

Хәлилов Валерий Михайлович (30 ғинуар 1952 йыл — 25 декабрь 2016 йыл) — Рәсәй дирижеры, композитор. А. В. Александров исемендәге Рәсәй армияһы академия йыр һәм бейеү ансамбленең художество етәксеһе һәм начальнигы (2016 йылдың апрель -декабре). Р әсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәренең хәрби-оркестр хеҙмәте начальнигы һәм төп хәрби дирижеры (2002—2016). Генерал-лейтенант (2010). Рәсәй композиторҙар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2014).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Валерий Михайлович Хәлилов 1952 йылдың 30 ғинуарында Үзбәк ССР-ы Термез ҡалаһында хәрби дирижер ғаиләһендә тыуған. Атаһы, Хәлилов Михаил Николаевич, 1950 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының хәрби-дирижерлыҡ факультетын тамамлай[2]; әсәһе — Васильевна Клавдия Виноградова. 1961 йылда ғаиләһе менән Мәскәүгә күсә.

1963 йылдан — Мәскәү хәрби-музыка мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе (кларнет класы — педагогы Е. М. Егоров, фортепиано класы — Т. И. Соколова)[3].

1970—1975 йылдарҙа П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы эргәһендә хәрби-дирижерлыҡ факультетында белем ала (профессор Г. П. Алявдиндың дирижерлыҡ класы, инструментовка класы — етәксеһе профессор Л. Ф. Дунаев)

Беренсе хеҙмәт урыны — ПВО радиоэлектроникаһы Пушкин юғары команда училищеһы оркестры дирижеры.

1980 йылда Валерий Хәлилов етәкселегендә Ленинград хәрби округының хәрби оркестрҙар конкурсында 1-се крынды ала. 1981 йылда Валерий Хәлилов П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының хәрби-дирижерлыҡ факультетында хәрби кафедраһы уҡытыусыһы итеп тәғәйенләнә. 1984 йылда СССР Ҡораллы көстәренең хәрби-оркестр идаралығына күсерелә.

2002—2016 йылдарҙаРәсәй федерацияһының хәрби-оркетр хеҙмәте начальнигы һәм баш дирижер. Был вазифала улйыш ҡына йыйылма хәрби оркестр етәксеһе булараҡ Ҡыҙыл Майҙандағы Парадтарҙа сығыш яһай. Тарихта генералүлейтенант хәрби званиеһы булған хеҙмәт начальнигы.

2016 йылдың апрелендә ансамбленең художество етәксеһе А. В. Александров исемендәге Рәсәй армияһы йыр һәм бейеү академия ансамбле .начальнигы вазифаһына тәғәйенләнә.

Валерий хәлилов халыҡ-ара хәрби-музыкаль фестивалдәрендә ҡатнаша («Кремль таңдары» һәм «Спас башняһы». «Амур тулҡындары» (Хабаровск) һәм «Быуат маршы» (Тамбов), шулай уҡ Көньяҡ Сахалида Халыҡ-ара хәрби-музыка фестивалендә. Австрия, Швеция, АҠШ, Венгрия, Германия, КХДР, Монголия, Польша, Финляндия, Франция, Швейцария, Бельгияла сығыштар яһай.

Валерий Хәлилов — тынлы оркестр өсөн әҫәрҙәр: «Адажио», «Элегия», марштар: «Кадет», «Йәшлек», «Рында», «Улан», йырҙар һәм романстар авторы.

Хәлилов Валерий Михайлович 2016 йылдың 25 декабрендә Сочиҙа авиация һәләкәтендә вафат була. Уның менән бергә Сүриәгә осоп барған 91 кеше һәләк була шул иҫәптән Александров исемендәге ансамблдең 64 артисы[4][5].

2017 йылдың 16 ғинуарында, васыятына ярашлы, Владимир өлкәһе Киржач районында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 3-сө дәрәжә « Ватанға СССР Ҡораллы көстәрендә хеҙмәте өсөн»
  • Почет Ордены
  • Рәсәй Федерацияһының оборона министрлығы премияһы — мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһе, «музыка сәнғәте» номинацияһы (2016, үлгәндән һуң)[6]
  • СССР миҙалдары
  • Рәсәй федерацияһы миҙалдары
  • II дәрәжә Святитель Николай Чудотворец император хәрби ордены (9.05.2009)
  • I дәрәжә Святитель Николай Чудотворец император хәрби ордены (17.12.2011)

Хәрби дәрәжәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • генерал-майор (2006 йылдың декабре)
  • генерал-лейтенант (2010 йылдың 9 июле)

Ғилми исеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • доцент

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тыва дәүләт филармонияһында В. Хәлиловтың хәтер кисәһе. 2017 йылдың 7 ғинуары

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте бойороғо буйынса Валерий Хәлилов исеме 2016 йылда Мәскәү хәрби-музыка училищеһына бирелә.

Хабаровскиҙә уҙғарылған «Амур тулҡындары» халыҡ-ара хәрби-музыка фестивале Хәлилов исемен йөрөтәсәк.

Хәлилов Валерий исеме Владимир өлкәһендәге Киржач ҡала урамдарының береһенә бирелгән[7].

Тыва Республикаһы башлығы Ш. В. Ҡара-оол указына ярашлы, 2017 йылдың 7 ғинуарында Тыва дәүләт филармонияһына Хәлилов Валерий Михайлович исеме бирелде[8].

Файл:Памятник халилову.JPG
Халилов Валерий һәйкәле. скульпторы — Александр Миронов

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]