Хәлитов Ғайса Әхәт улы
Хәлитов Ғайса Әхәт улы | |
![]() | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 5 декабрь 1962 (59 йәш) |
Һөнәр төрө | уҡытыусы, етәксе |
Уҡыу йорто | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Хәлитов Ғайса Әхәт улы (5 декабрь 1962 йыл, Башҡортостан Республикаһы, Бөрйән районы, Иҫке Монасип ауылы) — Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2014)[1], Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы[2]
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хәлитов Ғайса Әхәт улы 1962 йылдың 5 декабрендә Башҡортостан Республикаһы, Бөрйән районы, Иҫке Монасип ауылында тыуа. 1981 йылда Күмертау педагогия училищеһын тамамлай, БДПУ-ны 2008 йылда тамамлай. Хеҙмәт юлын физик культура уҡытыусыһы булып башлай. 1981 йылдан алып Байназар урта мәктәбе, 1984 йылдан — Иҫке Монасип урта мәктәбе уҡытыусыһы.
1990 йылдан алып Иҫке Собханғол урта мәктәбенең тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы, физик культура уҡытыусы-ойоштороусыһы. 2007 йылдан башлап «Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе» директоры.
2008 йылдан алып БР-ҙың Бөрйән районы хакимиәтендә белгес, 2009 йылда — бүлек етәксеһе урынбаҫары, 2011 йылда — бүлек етәксеһе, 2014 йылда Йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе, 2014 йылда — Бөрйән районы хакимиәтендә эштәр идарасыһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2014)[3]
- Гер спорты буйынса Халыҡ-ара конфедерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (2013).
- «XXII ҡышҡы Олимпия уйындары һәм Сочи ҡалаһындағы 2014 йылғы XI ҡышҡы Паралимпия уйындары» иҫтәлекле миҙалы менән бүләкләнә.(2014)[4]
- «Рәсәйҙең дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре Профсоюзына 100 йыл» юбилей билдәһе (2018)
- «БР мәғариф отличнигы» (1997)
- «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре» (2012)[5]
- БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының «БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының 90 йыллығы» миҙалы (2013)
- БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының почётлы грамоталары (2013)
- БР-ҙың Бөрйән районы хакимиәте Почет грамоталары
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Физик культура һәм спорт тураһында республика законы, спортҡа ҡағылышлы федераль программаның үтәлеше, ундағы үҙгәрештәр.
- БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Муллағолов Марат Ғызитдин улы иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһы үтте.
- ↑ Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре
- ↑ Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы
- ↑ Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре
- ↑ «XXII ҡышҡы Олимпия уйындары һәм Сочи ҡалаһындағы 2014 йылғы XI ҡышҡы Паралимпия уйындары» иҫтәлекле миҙалы менән бүләкләнә
- ↑ «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре»