Эстәлеккә күсергә

Хәмзә Хәкимзаде Ниязи

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәмзә Хәкимзаде Ниязи
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Псевдоним Nihon[1]
Тыуған көнө 22 февраль (6 март) 1889
Тыуған урыны Коканд, Кокандский уезд[d], Фәрғәнә өлкәһе[d], Рәсәй империяһы[2]
Вафат булған көнө 18 март 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[2][3][4] (40 йәш)
Вафат булған урыны Шахимардан[d], Фирғәнә өлкәһе[d], Үзбәк ССР-ы[d], СССР
Үлем төрө һомицид[d]
Үлем сәбәбе побиение камнями[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Үҙбәк теле
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир, сәйәсмән, композитор, романист, сценарий яҙыусы, драматург, политический активист, ғалим
Эшмәкәрлек төрө драма[d][1], әҙәбиәт[1], Сәйәсәт[1], шиғриәт[1] һәм фән[1]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
 Хәмзә Хәкимзаде Ниязи Викимилектә

Хәмзә Хәкимзаде Ниязи (үзб. Hamza Hakimzoda Niyoziy; 1889 йылдың 22 феврале (6 марты) Шаһимардан ҡышлағында тыуған, Коканд — 1929 йылдың 18 марты) — үзбәк шағиры, драматургы, йәмәғәт эшмәкәре, Үзбәк ССР-ының халыҡ шағиры (1926). Үзбәк совет әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы.

Үҙенсәлекле СССР маркаһы, 1989 йыл
СССР почта конверты, 1979 йыл

Табип ғаиләһендә тыуа. Мәктәбелә, һуңынан мәҙрәсәлә уҡый.

Ярлылар өсөн бушлай мәктәптәре ойоштора, һәм шунда уҡыта. 1899 йылда үзбәк мәғрифәтселәре Мукими һәм Фуркат ижады йоғонтоһонда шиғырҙар яҙа башлаған. Хәмзәнең революцияға тиклемге ижадының төп әҫәре үзбәк һәм тажик телдәрендә яҙылған «Диван» (1905—1914) шиғри ҡулъяҙмаһы вафатынан һуң ғына баҫылып сыҡҡан. "Диван"дың ҡайһы бер ғәзәлдәрендә яуапһыҙ мөхәббәт традицион образдары менән бер рәттән, социаль тигеҙһеҙлекте фашлау һөйөү, фән һәм мәғарифты яҡлау мотивтары урын алған. Хәмзәнең тәүге баҫылған әҫәрҙәре лә шул уҡ мотивтар менән һуғарылған: «Рамаҙан» шиғыры (1914), «Яңы бәхет» повесы (1915), « Ағыуланған тормош» пьесаһы (1916). Хәмзә 1916—1919 йылдарҙа Хәмзә революцион-демократик мәғрифәтселек позицияһынан революция көрәшенә күсеүен сағылдырған ете шиғыр йыйынтығын сығарҙы. «Хуш еҫле роза» (1919) йыйынтығына индерелгән шиғырҙары үзбәк телендәге тәүге пролетар шиғриәт өлгөһө була.

1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң Хәмзә Кокандта һәм Фирғәнәлә уҡыта, Төркөстан фронтында Ҡыҙыл армия частарын хеҙмәтләндереүсе күсмә театр труппаһы ойоштора, Төркөстан фронтының Сәйәси бүлек политотдел, ә һуңыраҡ — Өлкә сәйәси-ағартыу Облполитпросвет хеҙмәткәре булып эшләй. 1920 йылдан РКП(б) ағзаһы. 1926 йылда Хожейли (Ҡарағалпаҡстан) ҡалаһында һуңынан уның исеме менән аталған (хәҙер — Хәмзә Хакимзаде Ниязи исемендәге 1-се балалар йорто) СССР-ҙағы беренсе балалар йортон булдыра.

1918 йылда Хәмзә «Бай һәм батрак» пьесаһын, үзбәк совет драматургияһының беренсе әҫәрен яҙа. Хәмзәнең революцияға тиклемге йылдарҙа үзбәк ауыр ҡатын-ҡыҙҙарының ауыр яҙмышы тураһындағы «Мәйсәрәнең шуҡлыҡтары» (1926) һәм «Пәрәнжә сере» (1927) пьесалары популярлыҡ менән файҙалана. Ул бер нисә тиҫтә йыр ҙа ижад иткән. Үзбәкстандың төрлө райондарынан йыйған халыҡ йырҙарын милли музыка ҡоралдарында башҡарған. Хәмзәнең музыкаль мираҫынан барыһы ла һаҡланып ҡалмаған. Йыйынтыҡҡа ингән көйҙәр, Уның ҡайһы бер көйҙәре «Фәрғәнә, Бохара һәм Хиуа йырҙары» (1931) йыйынтығына ингән; йырҙарҙың бер өлөшө билдәле үзбәк йырсыларынан яҙып алынған.

Хәмзә төрлө йәмәғәт эштәре алып бара, раскрепощение ҡатын-ҡыҙҙарҙы иҙелеүҙән ҡотҡарыу өсөн көрәш, милләтселәрҙең һәм реакцион руханиҙарҙың ғәмәлдәрен фашлаған. 8 март байрамын ойоштороп, ҡышлаҡтың 23 ҡатын-ҡыҙының пәрәнжәһен астырғаны өсөн Шаһимардан ирҙәре шағирҙы (таш яуҙырып) язалап үлтергән.

Хәмзә — үзбәк телендәге социалистик реализм әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы. Ул классик шиғри метриканы (Аруз) халыҡ шиғри формаһы (Бармаҡ) иҫәбенә байытҡан. Хәмзә Үзбәкстан социалистик мәҙәниәте үҫеше тарихында шағир һәм драматург булараҡ ҡына түгел, ә театр эшмәкәре, композитор һәм музыкант булараҡ та күренекле эҙ ҡалдырған.

1991 йылда Үзбәкстан бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң Хәмзәнең совет пропагандисы булараҡ эшмәкәрлегенең әһәмиәте ҡайтанан баһаланды. Бының эҙемтәһе булып илдә совет заманында Хәмзә исеме бирелгән бер нисә объекттың исеме үҙгәртелде. Исемдәре үҙгәртелгәндәр: баш ҡалалағы Хәмзә урамы (1990, хәҙер Зарҡайнар), Ташкенттагы Үзбәк дәүләт академия драма театры (2001, хәҙерге Үзбәк милли академия драма театры), Хәмзә ҡалаһы (2012, хәҙерге Тинчлик), Ташкенттың Хәмзә районы (2014, хәҙер Яшнабад), ташкент метроһының Хәмзә станцияһы (2015, хәҙер Новза) һ. б.

  • 1931 йылда бирелгән Ташкент ҡалаһының Үзбәк дәүләт академия драма театрына Хәмзә исеме бирелә (1937 йылдан театр академия статусын ала; 2001 йылдың 21 сентябренән Үзбәк милли академик драма театры тип атала).
  • Коканд ҡала үзбәк драма театрына Хәмзә исеме бирелә.
  • Наманган дәүләт педагогия институтына исеме бирелә.
  • 1977 йылда төҙөлгән Ташкент метрополитенының Чиланзар линияһы станцияһы «Хәмзә» атамаһын йөрөткән . 2015 йылдың 16 июнендә станция исеме «Новза» тип үҙгәртелә.
  • Хәмзә исеме менән аталған Фирғәнә өлкәһендәге ҡала атала (2012 йылдан Тинчлик тип атала).
  • 1959 йылда Кокандта шағирҙың тыуған һәм үҫкән йортонда Хәмзәнең йорт-музей асыла.
  • 1961 йылда режиссёр Заһид Сабитов Камил Яшендең шул уҡ исемле пьесаһы буйынса шағирҙың тормошо тураһында «Хәмзә» нәфис кинофильмын төшөргән. үзбәк Төп ролде уйнаусы билдәле актёр Алим Ходжаев.
  • 1965 йылда үзбәк театры барлыҡҡа килеүе тураһында «Йәшендә тыуған» нәфис фильм төшөрөлгән, уның төп геройының прообразы булып Хәмзә Ниязи тора.
  • 1968 йылда Ташкент ҡалаһының яңы төҙөлгән районын шағир хөрмәтенә — Хәмзә районы тип исемләйҙәр (2014 йылда уны Яшнабад районы тип үҙгәртәләр)
  • 1977—1984 йылдарҙа режиссёр Шөһрәт Аббасов Камил Яшендең «Хәмзә» пьесаһы буйынса «Үзбәкфильм» киностудияһында шағир тормошо тураһында 17 сериялы «Утлы юлдар» телевизион нәфис фильмын төшөрә. Төп ролде билдәле үзбәк актёры Үлмәс Алихожаев уйнай.
  • 1979 йылда Ниязиға арнап СССР почта конвертысығарыла.
  • 1989 йылда үҙенсәлекле маркалы СССР почта карточка сығарыла.[5]
  • 1989 йылда Хәмзә Ниязи портреты төшөрөлгән 1 һумлыҡ СССР иҫтәлекле тәңкәләре сығарылды.
  • Алай һыртындағы[6] артылыш Хәмзә исеме менән йөрөтөлә.
  • Шағир язаланған Шаһимарданда бөгөнгө көнгә тиклем Хәмзә ҡәбере урынлаштырылған кәшәнә бар. СССР дәүереендә кәшәнә эргәһендә Хәмзә һәйкәле торған, ләкин 1990-сы йылдарҙа уны емергәндәр.
  • Үзбәкстанда дәүләт премияһы Хәмзә исемен йөрөтә.
  • Хәмзә уның шәхси исеме булһа ла, ғәҙәттә, тап шул исем менән китапханаларҙа, энциклопедияларҙа һ. б. иҫәпкә алынған.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Чешская национальная авторитетная база данных
  2. 2,0 2,1 Хамза Хакимзаде Ниязи // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. Hamza Hakimzade Niyoziy // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  4. Hakimzade Hamza // Proleksis enciklopedija, Opća i nacionalna enciklopedija (хорв.) — 2009.
  5. Почтовая карточка СССР
  6. Вестра. Каталог перевалов (билдәһеҙ). Каталог перевалов. Дата обращения: 7 август 2018.
  • Хамза Хакимзаде Ниязи — статья из Большой советской энциклопедии.
  • Султанов Ю. С. «Хамза. Очерк жизни и творчества». 2 изд., Ташкент, 1973;
  • Базаров У. Б. «Идейные основы творчества Хамзы Хаким-заде Ниязи». Ташкент, 1960.