Хәмит Йәрми
| Хәмит Йәрми | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 5 (18) май 1904[1] |
| Тыуған урыны | Казарово[d], Төмән өйәҙе[d], Тубыл губернаһы, Рәсәй империяһы[1] |
| Вафат булған көнө | 30 октябрь 1981 (77 йәш) |
| Вафат булған урыны | Ҡазан, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР[1] |
| Ерләнгән урыны | Яңы биҫтә зыяраты (Ҡазан)[d] |
| Һөнәр төрө | этнолог |
| Эш урыны |
Q55214897? Ватаным Татарстан[d] Татарское книжное издательство[d] Союз писателей Республики Татарстан[d] Институт языка, литературы и искусства им. Г. Ибрагимова Академии наук Республики Татарстан[d] Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты |
| Уҡыу йорто |
Madrasah of Mançıl[d] Q25555434? Татар дәүләт гуманитар-педагогия университеты Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты |
| Ғилми дәрәжә | филология фәндәре докторы[d] (1969) |
| Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Хәмит Йәрми (татар. Хәмит Ярми; тыуған.Хәмит Хөснөтдин улы Йәрмөхәмәтов (татар. Хәмит Хөснетдин улы Ярмөхәммәтов); 22 апрель (5 май) 1904, Ҡырынкүл (Казарово) ауылы, Төмән өйәҙе, Тубыл губернаһы, Рәсәй империяһы — 30 октябрь 1981 йыл, Ҡазан, ТАССР, РСФСР, СССР) — совет фольклорсыһы, әҙәбиәт белгесе. Филология фәндәре докторы (1969). Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1964). Туҡай исемендәге Татар АССР-ының Дәүләт премияһы лауреаты (1989).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1904 йылдың 5 майында Тобольск губернаһы Төмән районы Казарово ауылында тыуған (хәҙер Төмән өлкәһе Төмән ҡалаһының Үҙәк округы составына инә). 1920 йылға тиклем тыуған ауылында йәшәй. Ембаево (Олы Малчын) ауылындағы яңы ысул мәҙрәсәһендә уҡый. 1923—1930 йылдарҙа Төмәндә нәшер ителгән «Искры пролетариата» гәзитендә, клуб мөдире, Ярков районы Бурбар ауылында китапхана мөдире, Төмәндәге 7-се татар мәктәбендә уҡытыусы, медицина техникумында, округ халыҡ мәғарифы бүлегендә инструктор булып эшләй. Төмән татар педагогия техникумын, Ҡазан дәүләт педагогия институтын (1930), Ҡазан дәүләт университетында аспирантура тамамлай.
1930 йылдан алып «Ҡыҙыл Татарстан» гәзитенең, Татар китап нәшриәтенең, Татарстан Яҙыусылар ойошмаһының яуаплы сәркәтибе булып эшләй. Хәмит Йәрми ғәрәп графикаһын, латин алфавитын һәм кириллицаны яҡшы белгән; беренселәрҙән булып Владимир Лениндың һәм Карл Маркстың әҫәрҙәрен урыҫ теленән татар теленә тәржемә итә[2].
1939—1972 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Ҡазан филиалында Ғ.Ибраһимов исемендәге Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институтында эшләй: 1942—1944 йылдарҙа институт директоры, 1944—1947 йылдарҙа институттың халыҡ ижады кафедраһы мөдире.
Ауыҙ-тел ижады йыйыу буйынса махсуслашҡан утыҙҙан ашыу фәнни-ғәмәли сәфәрҙәрҙә ҡатнаша. Ул 300-ҙән ашыу татар ауылында була. Ҡырҡтан ашыу халыҡ ижады йыйынтығы авторы. Татар халҡының, шул иҫәптән Себер татарҙарының шиғри ауыҙ-тел ижадын өйрәнә. Уның төп ғилми хеҙмәте — «Татар халыҡ шиғри ижады» (татар. Татар халкының шигъри авыз иҗаты). Был тема буйынса филология фәндәре докторы дәрәжәһенә диссертация яҡлай (1969).
Ульянов-Ленин исемендәге Ҡазан дәүләт университетының татар теле һәм әҙәбиәте кафедраһында татар фольклоры буйынса лекциялар уҡый. Татар халыҡ ижады буйынса дәреслектәр авторы.
1981 йылдың 30 октябрендә Ҡазанда вафат була һәм Ҡазандың Яңы Татар биҫтәһе зыяратында ерләнә[3] .
Маҡтаулы исемдәре, бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Төмән ҡалаһының бер урамына Хәмит Йәрми исеме бирелгән.
- Төмән өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейында Хәмит Йәрми исемендәге офис-музей асылған.
- 2014 — Төмән өлкәһе Хөкүмәте Милләттәр буйынса комитетының финанс ярҙамы менән «Күренекле шәхестәр» серияһынан «Хамит Ярми» китабы донъя күрҙе.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 Институт татарской энциклопедии и регионоведения Академии наук Республики Татарстан Татарика
- ↑ Диләфрүз Фәхретдинова. Хәмит Ярми — галим һәм шәхес. 2023 йыл 13 август архивланған. «Яңарыш», 30.04.2014
- ↑ Ногманов, 2021, с. 320
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Насия Уразова. Хамит Ярми о влиянии фольклора на формирование татарской литературы. Автореферат дисс.канд.фил.наук. Тубыл, 2001.
- Ярми, X. Истә калганнар . // «Мирас».-2000.-№ 5.-С.50-54.
- Мирасов, Тимергали. Хамит Ярми: хранитель народного слова / Тимергали Мирасов // Тюм. изв. — 2003. — 28 нояб. — С. 8.
- Захарова, Татьяна. По крупинке, по зернышку собирался музей / Татьяна Захарова // Тюм. правда. — 2004. — 18 дек. — С. 6.
- Гарифуллин, И. Б. Личность Х. Ярми в контексте трансформации исламской культуры в Сибири / И. Б. Гарифуллин, А. П. Ярков // Сулеймановские чтения — 2004: материалы VII межрегион. науч.-практ. конф. / Тюм. гос. ун-т. — Тюмень: Экспресс, 2004. — С. 18-21.
- Алишина, Х. Ч. Объекты историко-культурного наследия сибирских татар Тюменской области / Х. Ч. Алишина // Словцовские чтения: материалы докл. и сообщ. XVI Всерос. науч.-практ. краевед. конф. — Тюмень, 2004. — Ч. 1. — С. 68-70.
- Ярми (Ярмухаметов) Хамит Хуснутдинович // Ново-Татарское кладбище Казани: каталог-справочник памятных захоронений / авт.-сост. А. И. Ногманов. — Казань: Ш. Мәржәни исемендәге тарих институты. Татарстан Республикаһы фәндәр академияһы, 2021. — С. 320. — 388 с. — ISBN 9785949813584.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ярмөхәммәтов Хәмит Хөснетдин улы (Хәмит Ярми). «Тукай дөньясы» порталы
- Библиотека сибирского краеведения(недоступная ссылка)
- Төмән үзәкләшкән китапханәләр берлеге(недоступная ссылка)
- Ярми (Ярмухаметов), Хамит Хуснутдинович. Историческая энциклопедия Сибири (2009)
- 18 майҙа тыуғандар
- 1904 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 30 октябрҙә вафат булғандар
- 1981 йылда вафат булғандар
- Ҡазанда вафат булғандар
- Ҡазан дәүләт педагогия институтын тамамлаусылар
- Ҡазан университетын тамамлаусылар
- Татарстандың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Ғабдулла Туҡай премияһы лауреаттары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- КПСС ағзалары
- Филология фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса фольклорсылар
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 5 майҙа тыуғандар