Хәмит Реза Пәһләүи
| Хәмит Реза Пәһләүи | |
| фарс. حمیدرضا پهلوی | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 4 июль 1932 |
| Тыуған урыны | Тәһран, Иран |
| Вафат булған көнө | 12 июль 1992 (60 йәш) |
| Вафат булған урыны | Тәһран, Иран |
| Ерләнгән урыны | Бехеште-Захра[d] |
| Атаһы | Реза шаһ Пехлеви |
| Әсәһе | Эсмет Довлатшахи[d] |
| Бер туғандары | Абдул Реза Пәһләүи һәм Фатима Пәһләүи |
| Нәҫеле | Пехлеви[d] |
Хәмит Реза Пәһләүи (фарс. حمیدرضا پهلوی; 4 июль 1932 йыл, Тәһран — 12 июль 1992 йыл, Тәһран) — Ирандың шаһ Пәһләүиҙәр династияһы ағзаһы. Иран шаһы Реза Пәһләүиҙең улы һәм Иран шаһы Мөхәммәт Реза Пәһләүиҙең бер туған ҡустыһы.
Иртә тормошо һәм тәрбиәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәмит Реза Пәһләүи 1932 йылдың 4 июлендә тыуа. Ул шаһ Реза Пәһләүиҙең һәм уның дүртенсе һәм иң һөйөклө ҡатыны Эсмәт Дәүләтшаһиҙың кесе улы була[1][2][3]. Ата-әсәһе 1923 йылда өйләнешә[1][4]. Әсәһе шаһ Ҡаджарҙар династияһынан[5]. Хәмит Резанан тыш, шаһ Реза һәм Әсмәттең тағы ла өс улы һәм бер ҡыҙы була: Абдул Реза Пәһләүи, Әхмәт Реза Пәһләүи, Мәхмүт Реза Пәһләүи һәм Фатимә Пәһләүи[6]. Улар ата-әсәләре менән Тәһрандағы Мәрмәр һарайында йәшәй[2]
Хәмит Реза АҠШ һәм Тәһранда белем ала[7]. 1947 йылдың сентябрендә Вашингтондағы Honeywell Foundation юғары мәктәбендә уҡығанда, ул Голливудҡа поезға ултырып (Калифорния штаты) Лос-Анджелестың Калифорния университетында уҡыған ағаһы Мәхмүткә барыу өсөн дәрестәрҙе ҡалдыра. Хәмит Реза быны үҙенең урта мәктәбендә уҡыусы ҡыҙҙар булмауы, шулай уҡ өйөн һағыныуы менән аңлата. Өс ай элек ул Парижға барыр өсөн Ньюпорттағы (Ротин-Айленд штаты) урта мәктәпте ҡалдырып, шундай уҡ ҡылыҡ күрһәтә.
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәмит Реза өс тапҡыр өйләнгән һәм уның дүрт балаһы булған[8]. 1951 йылдың мартында Тәһранда тәүге тапҡыр Мина Дәүләтшаһиға өйләнгән[9]. Был никахтан бер ҡыҙ тыуа:
- Нилүфәр Пәһләүи (1953 йылдың 14 июлендә тыуған)
1959 йылда Хәмит Реза Һома Хәмәнәгә өйләнгән, был никахта бер ул һәм бер ҡыҙ тыуған:
- Бехзад Пәһләүи (1957 — 19 декабрь 1981), бер ни тиклем ваҡыт Бөйөк Британияла йәшәй, әммә шаһ Мөхәммәт Реза тарафынан Иранға ҡайтарыла һәм Тәһрандағы хәрби мәктәптә уҡый[10] . Өйләнгән, бер улы булған. Героинды артыҡ ҡулланыуҙан мәрхүм була[3].
- Нәзәҡ Пәһләүи (12 февраль 1958 йыл — 27 декабрь 1987 йыл) — фотограф булып эшләй. 1980 йылда Маркус Винсент Майнардиға кейәүгә сыға. Һуңынан парҙар айырылыша. Уларҙың балалары булмай[3][11]
1974 йылда Хәмит Реза өсөнсө тапҡыр Дорис Томасҡа (1939—2005) өйләнә. Ирле-ҡатынлының бер улы була:
- Джафар Пәһләүи (1975 йылда тыуған)
1962 йылда ғауғалы тормош алып барыуы арҡаһында Хәмит Реза принц титулынан мәхрүм ителә, шаһ уны һарайға килеүен тыя[10].
Һуңғы йылдары һәм үлеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шаһ Мөхәммәт Реза Пәһләүиҙе ҡолатҡан Иран революцияһынан һуң Хәмит Реза Иранда ҡала һәм исемен Ислами тип үҙгәртә[10]. Әммә 1986 йылда ул берәҙәк булараҡ ҡулға алына[11][12]. Хәмит Реза наркотиктарҙы һаҡлауҙа ғәйепләнеп ун йылға Эвин төрмәһенә хөкөм ителә[12]. 1989 йылда төрмәлә биргән интервьюһында Хәмит Реза үҙенең ғаилә бәйләнештәре өсөн хөкөм ителеүе хаҡында белдерә[12]. Ул шулай уҡ төрмәлә үҙенә яҡшы мөғәмәлә итеүҙәрен һәм «насарыраҡ булыуы ла мөмкин ине» тип билдәләй[12]. Уның төрмә камераһында тотҡондар араһында элекке генерал һәм шаһ режимының юғары вазифалы кешеләре була[12]
1992 йылдың июлендә, хөкөм срогын үтәгәндә, йөрәк өйәнәгенән вафат була[7][13].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 Reza Shah Pahlavi. Iran Chamber Society. Дата обращения: 26 ноября 2018. Архивировано 30 декабря 2019 года.
- 1 2 Diana Childress. Equal Rights Is Our Minimum Demand: The Women's Rights Movement in Iran 2005. — Twenty-First Century Books (инг.)баш., 2011. — С. 40. — ISBN 978-0-7613-7273-8.
- 1 2 3 pahlavi3. www.royalark.net. Дата обращения: 2 февраля 2026.
- ↑ Gholam Reza Afkhami. The Life and Times of the Shah. — University of California Press, 2008. — С. 605. — ISBN 978-0-520-94216-5.
- ↑ Iranian Royal Jewels: Princess Fatimeh’s Sunburst Tiara. Royal Jewels (8 февраля 2013). Дата обращения: 26 ноября 2018. Архивировано 20 января 2020 года.
- ↑ Edgar Burke Inlow. Shahanshah: The Study of Monarchy of Iran. — Motilal Banarsidass Publ., 1979. — С. 91. — ISBN 978-81-208-2292-4.
- 1 2 The Pahlavi Dynasty, Genealogy. Дата обращения: 25 ноября 2018. Архивировано 9 апреля 2019 года
- ↑ Predecessors and short history. Дата обращения: 25 ноября 2018. Архивировано из оригинала 9 июля 2017 года.
- ↑ Dowlatshahi family. Qajar Pages. Дата обращения: 26 ноября 2018. Архивировано из оригинала 23 февраля 2013 года
- 1 2 3 Alam, Asadollah. The Shah and I. — London and New York: IB Tauris, 1991. — С. 245. — ISBN 1-85043-340-2.
- 1 2 Nazak. Argentic. Дата обращения: 26 ноября 2018. Архивировано 6 октября 2018 года.
- 1 2 3 4 5 Late Shah's brother interviewed in prison (2 август 1989). 26 ноябрь 2018 тикшерелгән.
- ↑ Hamid Reza Pahlavi. Orlando Sentinel. 15 июля 1992. Архивировано 4 ноября 2013. Дата обращения: 26 ноября 2018.