Эстәлеккә күсергә

Хәмиҙуллин Әҡсән Абдрахман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәмиҙуллин Әҡсән Абдрахман улы
Хәмиҙуллин Әҡсән Абдрахман улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 17 декабрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Ыҫмаҡай, Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 27 декабрь 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (72 йәш)
Вафат булған урыны Ишембай, Ишембай районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы «Почёт Билдәһе» ордены

Хәмиҙуллин Әҡсән Абдрахман улы (17 декабрь 1928 йыл — 27 декабрь 2000 йыл) — нефтсе. 1952—1987 йылдарҙа «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында быраулаусы, мастер. Башҡорт АССР-ының 8-се саҡырылыш (1971—1975) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Ишембай ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (1998).

Әҡсән Абдрахман улы Хәмиҙуллин 1928 йылдың 17 декабрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны Смаҡай ауылында[1] тыуған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1942 йылда Ишембай районы «Тәйрүк» сәнәғәт артелендә ат менән әйбер ташыусы булып башлай. 1948—1951 йылдарҙа Советы Армияһы сафында хеҙмәт итә. Демобилизацияланғандан һуң 1952—1985 йылдарҙа һөнәре буйынса эшләй: быраулау эшсеһе, быраулаусы ярҙамсыһы, верховой, быраулаусы, «Башнефть» производство берекмәһе «Ишембайнефть» НГДУ-һы мастеры.

Казанковка, Введеновка ятҡылыҡтарында скважинаға икенсе олон быраулау технологияһын эшкәртеүҙә һәм практикаға индереүҙә әүҙем ҡатнаша.

Һигеҙенсе биш йыллыҡ осоронда Хәмиҙуллиндың бригадаһы 50 бик ҡатмарлы скважинаны ремонтлай, уларҙың һәр береһе артабан тәүлегенә 40-50 тонна нефть бирә башлай.

Башҡорт АССР-ының һигеҙенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1971—1975) (66-сы Промысла һайлау округы, Ишембай ҡалаһы)[2].

Әҡсән Абдрахман улы Хәмиҙуллин 1987 йылда пенсияға сыға.

2000 йылдың 27 декабрендә Ишембай ҡалаһында вафат була.

Ғүмере буйына ғаиләһе менән Смаҡай ауылында йәшәй. Ҡатыны — Фәриҙә, биш улы бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Нефть сығарыу буйынса биш йыллыҡ заданиеларын үтәүҙә күрһәткән тырыш хеҙмәте һәм эштә юғары техник-иҡтисади ҡаҙаныштарға өлгәшкәне өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 30 мартындағы Указы менән Ә. А. Хәмиҙуллинға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
  • Ленин (1971), «Почёт Билдәһе» ордендары, (1966), миҙалдар менән бүләкләнә.
  • Ишембай ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (1998).
  • Ишембай ҡалаһының Кузьминовка биҫтәһендәге урам Ә. А. Хәмиҙуллин исемен йөрөтә.
  1. Хәҙер Ишембай ҡалаһы микрорайоны
  2. Депутаты Верховного Совета БАССР восьмого созыва