Хәрби-диңгеҙ политехник институт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәрби-диңгеҙ политехник институт
Нигеҙләү датаһы 1 июль 2012
Дәүләт  Рәсәй
Рәсми сайт вмпи.рф
Санкт-Петербургта Баш адмиралтейство

Хәрби-диңгеҙ политехник институты — федераль дәүләт белем биреү учреждениеһы Хәрби институт (Хәрби-диңгеҙ политехник) ФГКВОУ ВПО Хәрби-диңгеҙ флотының хәрби уҡыу-ғилми үҙәге «Н. Г. Кузнецов исемендәге хәрби-диңгеҙ академияһы». Институт 2012 йылдың 1 июлендә Хәрби-диңгеҙ инженер институты менән А. С. Попов исемендәге хәрби-диңгеҙ радиоэлектроника институты берләшкәндән һуң ойошторола. Институт корпустары Петергофта һәм Пушкинда урынлашҡан.

Институт Хәрби-диңгеҙ флоты, РФ ФСБ сик буйы хеҙмәте, Рәсәй Оборона министрлығының Федераль именлек хеҙмәте һәм идаралығы өсөн старшина һәм офицер составындағы инженер кадрҙары әҙерләй. Институт шулай уҡ дуҫтарса илдәрҙең хәрби-диңгеҙ көстәре өсөн дәүләт-ара килешеү нигеҙендә хәрби инженерҙар әҙерләүҙе тормошҡа ашыра.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Институт Рәсәйҙең иң боронғо хәрби-диңгеҙ уҡыу йорто — карап архитектураһы училищеһының вариҫы булып тора. Ул 1798 йылдың 20 (31) авгусында император Павел I тарафынан Санкт-Петербургта ойошторолған була. 200 йылдан ашыу тарихында училище бер нисә тапҡыр үҙенең исемен һәм дислокация урынын (130 йылдан ашыу ул Баш Адмиралтействола урынлаша), шулай уҡ карап инженерҙарын әҙерләү профилен үҙгәртә[1].

Совет осоронда Ф. Э.. Дзержинский исемендәге Юғары хәрби-диңгеҙ инженер училищеһы (Ф. Э. Дзержинский исемендәге ВВМИУ) базаһында Хәрби-диңгеҙ флотының башҡа уҡыу йорттары ойошторола, шул иҫәптән: 1933 йылдың мартында РККА хәрби-диңгеҙ флоты элемтә училищеһы (ул 1960 йылда А. С. Попов исемендәге Юғары хәрби-диңгеҙ радиоэлектроника училищеһына (А. С. Попов исем. ВВМУРЭ) үҙгәртелә) һәм 1948 йылдың апрелендә 2-се Юғары хәрби-диңгеҙ инженер училищеһы (ул 1974 йылда В И. Ленин исемендәге Юғары хәрби-диңгеҙ инженер училищеһына (В. И. Ленин исемендәге ВВМИУ) үҙгәртелә)[2].

1998 йылдың 29 авгусында Ф. Э. Дзержинский исемендәге ВВМИУ һәм В. И. Ленин исемендәге ВВМИУ берләштереү юлы менән Хәрби-диңгеҙ инженер институты ойошторола, 2009 йылда ул филиал булараҡ Хәрби-диңгеҙ флотының «Хәрби-диңгеҙ академияһы» берҙәм Хәрби уҡыу-ғилми үҙәге составына инә. 2001/2002 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса Хәрби-диңгеҙ инженер институты уҡыу-матди базаһы үҫеш темптары буйынса Хәрби-диңгеҙ флотының иң яҡшы уҡыу йорто булып таныла. 2001 йылда уйлап табыу һәм рационализаторлыҡ эштәрен ойошторған өсөн Рәсәй Федерацияһы Оборона министрының грамотаһы менән бүләкләнә, ә 2002 йыл йомғаҡтары буйынса, фәнни һәм фәнни-педагогик кадрҙарҙы әҙерләү һәм фәнни потенциалы буйынса Хәрби-диңгеҙ флотының иң яҡшы уҡыу йорто булып таныла[3].

2012 йылдың 1 июлендә Хәрби-диңгеҙ инженер институты А. С. Попов исемендәге хәрби-диңгеҙ радиоэлектроника институты менән берләштерелә һәм Федераль дәүләт белем биреү учреждениеһы Хәрби институт (Хәрби-диңгеҙ политехник) ФГКВОУ ВПО «Хәрби-диңгеҙ флотының Хәрби уҡыу-ғилми үҙәге» «Н. Г. Кузнецов исемендәге Хәрби-диңгеҙ академияһы» тип атала башлай[4][5]. Был көн институттың йыл һайын байрам итә торған көнө — тыуған көнө булып китә[6].

Институттың бүлектәре ике төп хәрби ҡаласыҡта урынлашҡан: Пушкинда (В. И. Ленин исемендәге ВВМИУ-ның элекке биналары) һәм Петергофта (элек — А. С. Попов исемендәге ВВМУРЭ)[6].

Институттың үҙ гимны һәм эмблемаһы бар[7].

Начальниктары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Запастағы 1 ранг капитаны Якушенко Евгений Иванович (2009—2018) — техник фәндәр докторы, профессор, РФА академигы,

1-се ранг капитаны Шиһапов Ильяс Ильгиз улы (2019—2020)[8],

1 ранг капитаны Клименко Андрей Васильевич (2020 — хәҙ. ваҡытҡа тиклем)[9].

Профессор-уҡытыусылар составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Институтта белем биреү процесын квалификациялы профессор-уҡытыусылар составы тормошҡа ашыра: 79 доктор һәм 308 фән кандидаты, 101 профессор, 149 доцент, тармаҡ фәндәр академияларының 57 академигы һәм ағза-корреспонденты, 22 атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. Күпселек хәрби уҡытыусылар хәрби-диңгеҙ флотының караптарында һәм һыу аҫты кәмәләрендә ҙур хеҙмәт итеү тәжрибәһенә эйә[6].

Факультеттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юғары белем биреү программалары буйынса уҡытыу 6 факультетта13 хәрби һөнәр буйынса ФГОС сиктәрендә алып барыла[10]:

  • Ядро энергетика ҡоролмалары
  • Караптар төҙөү
  • Электр энергетикаһы ҡулайламалары
  • Турбиналы энергетик ҡорамалдар, флот көстәрен радиацион, химик һәм биологик һаҡлау сараларын ҡулланыу һәм эксплуатациялау
  • Радиотехника
  • Идара итеүҙе автоматлаштырыу системалары

Урта профессиональ белем бирең программаһы буйынса уҡытыу 12 хәрби һөнәр буйынса 5 ФГОС сиктәрендә алып барыла

26.02.05

Һыу аҫты кәмәләре дөйөм карап системаларын ремонтлау һәм эксплуатациялау

Атом энергетик установкалары булған караптарҙың пар-турбина ҡоролмаларын эксплуатациялау һәм ремонтлау

Водолаз һәм тәрән һыу сараларын эксплуатациялау һәм ремонтлау

Дизель энергетик ҡоролмаларын эксплуатациялау һәм ремонтлауа

Һыу өҫтө караптарының турбина ҡоролмаларын эксплуатациялау һәм ремонтлау

14.02.02

РХБ һаҡланыу сараларын эксплуатациялау һәм ремонтлау

26.02.06

Караптарҙың техник саралары менән автоматлаштырылған идара итеү системаһын эксплуатациялау һәм ремонтлау

Карап электр ҡорамалдарын эксплуатациялау һәм ремонтлау

11.02.02

Караптарҙың радиолокация системаларын һәм комплекстарын эксплуатациялау һәм ремонтлау

Караптарҙың гидроакустик сараларын эксплуатациялау һәм ремонтлау

09.02.04

Хәрби идара итеүсе мәғлүмәт системаларын ремонтлау һәм эксплуатациялау

Электрон-хисаплау машиналарын эксплуатациялау һәм ремонтлау

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. . 200 лет служения России. Сб. материалов. — СПб.: ВВМИУ имени Ф. Э. Дзержинского, 1998.
  2. Усик Н. П., Полях Я. И. Высшее военно-морское инженерное училище имени Ф. Э. Дзержинского. Исторический очерк. — Л.: ВВМИОЛУ имени Ф.Э. Дзержинского, 1990. — 408 с.
  3. Военно-морской инженерный институт
  4. Обучение на платном отделении военно-морского политеха обойдется в четверть миллиона.
  5. Приказ Министра Обороны РФ № 545 от 15 марта 2012 года «О мерах по совершенствованию структуры военных образовательных учреждений высшего профессионального образования Министерства обороны Российской Федерации»
  6. 6,0 6,1 6,2 История Военно-морского политехнического института 2018 йыл 2 сентябрь архивланған.
  7. Геральдика Военно-морского политехнического института 2018 йыл 6 декабрь архивланған.
  8. Капитан 1 ранга Шигапов вступил в должность начальника Военно-морского политехнического института ВУНЦ ВМФ 2020 йыл 3 август архивланған.
  9. Личному составу Военно-морского политехнического института ВУНЦ ВМФ представили нового начальника учебного заведения
  10. Факультеты Военно-морского политехнического института 2018 йыл 2 сентябрь архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]